Рәсәй Федерацияһының эске эштәр министры Владимир Колокольцев Стәрлетамаҡта йәшәүсе мәктәп уҡыусыһын батырлығы өсөн бүләкләне.
Балалар мәктәптән ҡайтып килгән, үҙҙәре йәшәгән йортҡа килеп еткәс, ағаһы Аслан подъезд ишеген асырға йүгерә. Шул мәлде таныш булмаған бер әҙәм ҡыҙ баланы артынан ҡыуып етеп, ҡулынан эләктереп үҙе менән алып китә башлай.
Быны күреп ҡалған Аслан, юғалып ҡалмай, шунда уҡ туғанын яҡларға ташлана. Ир янына тиҙ генә йүгереп килеп етеп, баланы ысҡындырһын өсөн ҡысҡырып ебәрә һәм Амилияның ҡулынан ныҡ итеп тотоп, ҡурҡынған балалар өй яғына табан йүгерәләр. Енәйәтсе ҡурҡышынан тиҙ генә ҡаса һала.
Балалар ҡайтып ингәндә әсәләре өйҙә була, был хәл тураһында ул шунда уҡ иренә хәбәр итә һәм полицияға шылтырата.
Енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала ғәйепләнеүсене асыҡлай. 18 йәшлек егет таныш булмаған ҡыҙ баланы алып китергә маташыуын таный, әммә үҙ ҡылығының сәбәбен аңлата алмай.
Владимир Колокольцев 11 йәшлек малайҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын лайыҡлы баһалай. Эске эштәр министры ҡарарына ярашлы, Аслан Ҡәләмов Рәсәй Эске эштәр министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Р.ЗАМАНОВА.