Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Февраль 2024, 05:51

Мин Һайлау комиссияһынан – ишек асығыҙ!

17 февралдә бөтә ил буйынса, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, “ИнформУИК” проекты старт ала. Проекттың инициаторы булып РФ Үҙәк һайлау комиссияһы тора. 

Мин Һайлау комиссияһынан – ишек асығыҙ!Мин Һайлау комиссияһынан – ишек асығыҙ!
Мин Һайлау комиссияһынан – ишек асығыҙ!

Проект буйынса 2024 йылдың 17 февраленән 7 мартына тиклем  участка һайлау комиссиялары ағзалары, йәғни өй беренсә йөрөүселәр (обходчиктар) Рәсәй Федерацияһы президентын һайлауҙар тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү өсөн республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында фатирҙар һәм йорттар буйлап йөрөп сығасаҡ.

“Һайлау  алды “халыҡ иҫәбен алыу”ҙың бурысы – теркәлгән һайлаусылар исемлеген аныҡлау, ниндәй ысулдар менән тауыш бирергә мөмкин, өйҙә тауыш биреү өсөн ғариза ҡабул итеү, һорауҙарға яуап биреү.

Обходчиктарҙы таныуы еңел: уларҙың һәр береһендә төҫтәге жилеткала зәңгәр яҙыу буласаҡ. Шулай уҡ халыҡ иҫәбен алыу мәлендәге кеүек башҡа билдәләре лә (мәҫәлән,  зәңгәр мисәт һуғылған участка һайлау комиссияһы  рәйесе ҡултамғаһы менән фамилияһы, исеме һәм атаһының исеме күрһәтелгән участка һайлау комиссияһы ағзаһы таныҡлығы, “ИнформУИК” ҡушымталы телефоны, мәғлүмәт лифлеты һәм теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт менән листовкаһы).

“Комиссия ағзалары анкетаға ярашлы һорауҙар бирәсәк. Бөтә процесс бер нисә минутты аласаҡ, – тип аңлатма бирҙе  Башҡортостан Үҙәк һайлау  комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов. –  Обходчиктарға эш ваҡытында агитация уҙғарыу тыйыла, тик мәғлүмәт бирергә генә ярай.  Хөрмәтле республика халҡы, обходчитарға ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Беҙ хеҙмәттәшлек итеүгә өмөт белдерәбеҙ”.

Роза САФИНА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас