Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Февраль 2024, 07:57

Йәштәрҙе ҡурсалап

Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжында тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫарҙары һәм юғары һәм урта белем биреү учреждениелары  социаль педагогтары өсөн семинар  уҙғарылды. Төп тема  булып  йәштәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау торҙо.

Йәштәрҙе ҡурсалапЙәштәрҙе ҡурсалап
Йәштәрҙе ҡурсалап

Семинарҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов (һүрәттә уртала) асты. “Түңәрәк өҫтәл” рәүешендә уҙғарылған сарала шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының БР буйынса йәмәғәт тәртибен һаҡлау ойошмаһы идаралығының начальник урынбаҫары Александр Миронов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының БР буйынса экстремизмға һәм терроризмға ҡаршы көрәш буйынса үҙәктең район-ара бүлек начальнигы Илмир Ишмөхәмәтов, Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса Тәфтиш идаралығы бүлеге начальнигы Никита Михеев, Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса бәлиғ булмағандар эштәре буйынса начальнигы Рита Буләкҡолова, колледж  директоры Илдар Ғүмәров ҡатнашты.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар фекер алышҡан мәсьәләләр  йәштәр араһында экстремизм һәм терроризмды профилактикалауға, йәштәрҙең протест әүҙемлеге, йәштәр араһында мутлашыуҙарға ҡағылды. Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре бәлиғ булмағандар араһында енәйәт ҡылыуҙар һәм хоҡуҡ боҙоуҙар менән эш алып барыу тураһында һөйләне, административ һәм енәйәт ҡануниәтенең ҡайһы бер положениеларын аңлатты, шулай уҡ, законһыҙ ғәмәлдәр ҡылған өсөн, шул иҫәптән интернет киңлегендә  улар ниндәй яуаплылыҡ тота –  ошо турала ентекләп һөйләне. Семинар барышында студенттар осраған төрлө мутлашыу ғәмәлдәрен ҡаранылар.

Саҡырылған спикерҙар йәштәрҙе  ниндәй ҙә булһа хоҡуҡ боҙоуҙарҙан һаҡлар өсөн дөйөм эш итеү алгоритмын әҙерләргә тәҡдим итте. Был  профилактик әңгәмәләр, шул иҫәптән хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән, ата-әсәләр йыйылышы, файҙалы мәғлүмәт материалдары, видеороликтар булдырыу, белем биреү учреждениеһында ял итеү эшмәкәрлегенә әүҙем йәлеп итеүгә ҡайтып ҡала. Ҡаралған тема буйынса үҙ эшләнмәләре һәм хәүеф төркөмөнә ингән уҡыусылар менән эшләү тәжрибәһе менән тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫарҙары ла бүлеште.

Сарала ҡатнашыусылар “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү барышында йәштәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса билдәле бер эш итеү алгоритмын эшләргә тигән ҡарарға килделәр.

Роза ЗАМАНОВА.

Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

Йәштәрҙе ҡурсалап
Йәштәрҙе ҡурсалап
Йәштәрҙе ҡурсалап
Автор:Роза Сафина
Читайте нас