Ҡылығын аңлата алмай
...Балалар мәктәптән ҡайтып килгән, үҙҙәре йәшәгән йортҡа килеп еткәс, ағаһы Аслан подъезд ишеген асырға йүгерә. Шул мәлде таныш булмаған бер әҙәм ҡыҙ баланы артынан ҡыуып етеп, ҡулынан эләктереп үҙе менән алып китә башлай.
Быны күреп ҡалған Аслан, юғалып ҡалмай, шунда уҡ туғанын яҡларға ташлана. Ир янына тиҙ генә йүгереп килеп етеп, баланы ысҡындырһын өсөн ҡысҡырып ебәрә һәм Амилияның ҡулынан ныҡ итеп тотоп, ҡурҡынған балалар өй яғына табан йүгерә. Енәйәтсе ҡурҡышынан тиҙ генә ҡаса һала, ҡасҡан ыңғайы битлеге ысҡынып төшөп ҡала.
Балалар ҡайтып ингәндә әсәләре өйҙә була, был хәл тураһында ул шунда уҡ иренә хәбәр итә һәм полицияға шылтырата.
Тәфтишселәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙ баланы урларға маташыусының эҙенә тиҙ төшә. Тәфтишселәр, күҙәтеү камераларындағы яҙыуҙарҙы өйрәнеп, енәйәт ҡылыусының кейеменә һәм башҡа билдәләренә ҡарап, был хәлде күреүселәрҙән һорашҡандан һуң, уның өйөнә килә. Баҡтиһәң, ул ошо уҡ районда йәшәүсе ун һигеҙ йәшлек студент булып сыға. Әйткәндәй, видеокүҙәтеү камераларынан күренеүенсә, егеттең бер аяғы аҡһай.
Яуызлыҡ ҡылыуҙа шикле кеше бала саҡтан шизофрения менән яфаланған 2-се төркөм инвалиды, әлеге ваҡытта ул психоневрология диспансерына урынлаштырылған. Әсәһенең һүҙҙенә ҡарағанда, ул енәйәт ҡылған көндө үҙен бик сәйер тотҡан, әммә был нимә менән аңлатылыуы билдәһеҙ булып ҡала.
Әле уға ҡарата бәлиғ булмаған баланы урлау тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишселәр егеттең аҡылға теүәлме-түгелме икәнлеген раҫлау өсөн тикшереү эштәрен алып бара. Психологик-психиатрик суд экспертиза һөҙөмтәләренән һуң хоҡуҡи баһа биреләсәк, тип белдерәләр ведомствола.
Аҙаҡ ҡыҙҙың әсәһе һөйләүенсә, теге әҙәм был тирәлә беренсе тапҡыр пәйҙә булған. Өй янында ғына полицияның терәк пункты булыуы ла уны ҡурҡытмаған. Был ҡот осҡос хәлдән һуң балаларҙың ата-әсәләре уларҙы мәктәпкә үҙҙәре илтеп ҡуя һәм барып ала башлаған.
ВРЕЗ: РФ Эске эштәр министры Владимир Колокольцев 11 йәшлек малайҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын лайыҡлы баһалай. Эске эштәр министры ҡарарына ярашлы, Аслан Ҡәләмов Рәсәй Эске эштәр министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Яланғас, был инде һис тә көлкө түгел
Эйе, был тиклем аҙғынлыҡ һис тә яҡшыға алып бармай.
Өфөлә гимназия уҡыусылары кәйеф-сафа ҡорған мәл видеоға эләккән. Үҫмерҙәр ярым-яланғас килеш лимузинда, бер фатирҙа әллә ниҙәр ҡыйланып сыға. Лимузиндағы ярым шәрә егеттәр бейей, ҡыҙҙың янбашынан тотоп тотоп алалар... Ҡалғандары уларҙың үбешкәненә һоҡланып тамаша ҡыла. Ҡыҫҡа юбкалы әхирәте табын ҡоролған өҫтәлдә башҡаларҙы дәртләндерә.
Видеороликтар интернет селтәрендә таралғас, кисәлә ҡатнашыусылар социаль селтәрҙәрҙә ғәфү үтенгән һәм башҡаса үҙҙәрен шулай тотмаҫҡа вәғәҙә биргәндәр, “дөрөҫлөк йәки ғәмәл” уйыны уйнаныҡ, былай ғына шаярыштыҡ, тип аҡланғандар.
Байрамда эскелек тә булмаған, имеш. Йәнәһе видеоны ла улар һалмаған, ә кемдер ҡуйған (унда тик ҡунаҡтар ғына булған). Ә лимузин ҡайҙан – уныһы ла сер булып ҡала. Имеш, ун биш йәшлек ҡыҙҙың аноним фанаты заказ биргән тип ышандыралар.
Аптырарлыҡ бер нәмәһе лә юҡ, имеш. Йәнәһе лә ун биш йәшлек ҡыҙҙың тыуған көнөн ҡәҙимгесә билдәләйҙәр.
Шуныһы башҡа һыйырлыҡ түгел, ҡыҙҙың тыуған көнөн байрам иткәндә ата-әсәһе лә бергә булған булған һәм ҡыҙҙары сағыу биҙәнеп, ярым шәрә килеш класташы алдында бейеп йөрөүенә ҡаршы килмәгән. Ҡыҙҙың әсәһе – эшҡыуар, ағас материалдары һатыу итеү менән шөғөлләнә, был хәлгә аңлатма биреүҙән баш тартҡан. Бәлиғ булмаған балалар ярым шәрә килеш кәйеф-сафа ҡорғандан һуң уларҙың ата-әсәләренә штраф һалғандар.
Етмәһә, ҡыҙҙың әшнәләре ҡаршы телләшеп маташа. “Хәҙерге балаларҙың барыһы ла шулай. Наркотиктар булмаған, башҡа эшегеҙ юҡмы әллә, һеҙҙең аҡсаға байрам итмәгәндәр” тигәнерәк комментарийҙар яҙалар. Имеш, видеокамералар булмаһа, бер ни ҙә белмәҫ инегеҙ, тип баралар. Әммә был комментарийҙы хуплаусылар юҡ.
Әлбиттә, йәш быуын араһында өлкәндәрҙең ҡыланышына эйәреү йыш була. Ярым шәрә тыуған көн ваҡиғаһы ла ошоға оҡшаш Мәскәүҙәге “байрам”ға барып тоташа һымаҡ. 20 декабрҙә төнгө клубтарҙың береһендә блогер ханым Настя Ивлеева шулай уҡ “шәрәләр кисәһе” ойошторғайны. Ул кисә шуныһы менән иҫтә ҡалды: сарала (байрам шарттарына ярашлы кейемдә, әлбиттә) Ксения Собчак, Филипп Киркоров, Дима Билан, Джиган, Алёна Водонаева, Лолита Милявская һымаҡ билдәле генә түгел, дәүләт кимәлендә наградалары һәм исемдәре булған артистар ҙа килгән. Әлбиттә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Тыуған ил өсөн һуғышыусы яугирҙәр был хәлгә үҙ баһаһын биргәс, йондоҙҙар “яңылыш килеп эләккәнмен”, хатта балалар һымаҡ “мин улай булырын белмәнем” тип аҡланыусылар, шулай уҡ махсус хәрби операцияға ярҙам итергә “ашҡыныусылар” ҙа табылды, тик Рәсәй халҡы был “геройҙарҙы” танып өлгөргәйне инде...
Ә гәзит сығып барған мәлдә таможня хеҙмәтенең юғары вазифа биләгән генералдары командировка мәлендә шулай уҡ эскән көйө ҡунаҡханала кешеләрҙе мыҫҡыл итеүе, һуғышыуы, һүгенеүе, кәмһетеүе билдәле булды.
Был осраҡта, балаларға “Ниңә егет ҡыҙҙың ҡулынан һөйрәп алып ҡасырға теләгән?”, “Ниңә уҡыусылар ярым шәрә өҫтәлдә бейегән?” тигән һорау бирерҙән элек, башта үҙ ҡылығыбыҙға баһа биреү кәрәк...
Белгес фекере
Бындай хәл-ваҡиғаларға ҡарата үҙ ҡарашын әйтеүен һорап, Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһының баш табибы урынбаҫары, табип-психиатр Илһам Байгөбәковҡа мөрәжәғәт иттек.
– Психик сирлеләр бер ҡайҙа ла китмәй. Ғөмүмән, яҙлы-көҙлө һәр сир ҙә киҫкенләшеүсән. Яҙға табан психик ауырыуҙар ҙа көсәйә. Психик ауырыуҙың билдәләре: өҫ-башын ҡарамай, үҙен сәйер тота, үҙ-үҙенә йомолған, башҡалар менән һөйәшеп бармай үҙ-үҙенә яуаплылыҡ менән ҡарамай. Депрессияға бирелеү, төшөнкөлөккә бирелеү – былар үтеп китеүсән. Әгәр туғандары ваҡытында һиҙеп ҡалмаһа, иғтибар итмәһә, сирле кеше һау кешеләргә ҡурҡыныс янауы ихтимал. Ғәҙәттә, туғандары сирҙең киҫкенләшкәнен белеп ҡалһалар, күрһәтмәләр буйынса үҙҙәре беҙгә килтерәләр. Шундай категорияға ҡараған ауырыуҙар психо-неврологик сир буйынса беҙҙә иҫәптә тора. Әгәр билдәләнгән көндә тейешле ваҡытҡа беҙгә килмәһәләр, йәғни, социаль бәйләнеш юғалған осраҡта, медицина персоналы уларҙы эҙләй башлай. Үҙен-үҙе ҡарай алмаған, хеҙмәтләндерә алмаған хәлдә уларҙы беҙ ПНИ-ға урынлаштырабыҙ.
Ғөмүмән алғанда, статстика буйынса психик сирлеләр араһында енәйәт ҡылыусылар ике-өс тапҡырға аҙыраҡ. Енси енәйәттәрҙе башлыса эскелек менән артыҡ мауыҡҡан, деградацияға бирелгән эскеселәр, наркомандар, үҫеш кимәле түбән булған кешеләр ҡыла. Был бәхәсле хәл. Әгәр енәйәт ҡылғанын күреп ҡалған хәлдә, һис тә туҡмарға ярамай, ә полицияға шылтырытырға кәрәк. Мәҫәлән, ҡылынған енәйәттең тибына (төрөнә) ҡарап, киҫкен тайпылышлы сирлеләрҙе мәжбүри медицина дауаланыуын алыу өсөн Ҡазанға йәки Өфөгә махсус психиатрик клиникаға ебәрәләр. Ике-өс йылдан һуң улар, ҡәтғи күҙәтеү аҫтына алынып, махсус иҫәпкә ҡуйыла.
Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа психик сирҙәр генә түгел, онкология, инфаркт, инсульт һымаҡ сирҙәр менән яфаланыу осраҡтары ла йышая. Быға экологик хәлдең насарайыуы, йәшәү темпының кимәле, туҡланыу сифаты йоғонто яһай, ата-әсәләрҙең ваҡытында тейешенсә иғтибар биреп еткермәүе сәбәпсе була. Тәрбиәнең 90 проценты ата-әсәләрҙән тора. Шуға күрә баланы әсә ҡарынында сағында уҡ хәстәрләй башларға кәрәк. 700 грамм ғына ауырлыҡта тыуған баланы эшкиндерергә тырышыу яҡлы түгелмен. Ундай балалар йыш ҡына психик яҡтан да, физик йәһәттән дә теүәл булмай.
Махсус битте Роза САФИНА әҙерләне.