– Башҡортостанда финанс грамоталылығы буйынса саралар уңышлы тормошҡа ашырыла һәм халыҡтың бөтә йәш категорияларын да үҙ эсенә ала. Финанс инструменттарын дөрөҫ ҡулланыу өсөн финанс грамоталалағы өлкәһендә белемгә һәм тормош күнекмәләренә эйә булырға кәрәк.
Потенциаль рәүештә был кәрәкле тормош күнекмәләре хәҙерге заман кешеһе тормошоноң бөтә өлкәләренә лә ҡағыла һәм уңышлы бәләкәй бизнес булдырыу өсөн нигеҙ була ала, – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР финанстар министры Лира Иғтисамова.
Стәрлетамаҡ БР Финанс үҙәге “Финанстар тураһында диалогтар” уҙғарған ҡалаларҙың етенсеһе булып тора. Проекттың эксперттары – БР Финанс үҙәге, БР буйынса Милли банк, Роспотребнадзор, РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты, БР Мәғарифты үҫтереү институты, Һаҡлыҡ банкы һәм консалтинг компаниялары бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре халыҡтың төрлө категориялары өсөн – уҡыусыларҙан алып студенттар, пенсионерҙар, эшҡыуарҙар, социаль яҡланмаған граждандар, һәм шулай уҡ педагогтар һәм хеҙмәтсәндәр өсөн финанс грамоталылығы буйынса саралар уҙғара.
Проект сиктәрендә беренсе тапҡыр партнерлыҡ финанстары темаһы күтәрелеүе сараның үҙенсәлеге булып тора. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала партнерлыҡ финанслауы буйынса экспериментты тормошҡа ашырыу йәһәтенән пилот төбәктәр иҫәбенә инә. Шулай уҡ шул көндө Рәсәй Банкының БР буйынса Милли банкы бүлексәһенең төҙөлөш тармағы вәкилдәре менән коммуникацион сессияһы булды.
Ҡатнашыусылар аҡса-кредит сәйәсәтен регуляторҙың төп ставка буйынса ҡарарҙарын һәм тармаҡ проблемаларын тикшерҙе, – тип билдәләне “Финанс тикшеренеүҙәре үҙәге” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Евгений Декатов.
Стәрлетамаҡта көнө буйына асыҡ һәм бушлай лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө аудиориялар өсөн методик семинарҙар уҙғарылды. Стәрлетамаҡ “Район-ара һыу каналы” муниципаль унитар прдприятиеһы, “Башспирт” акционерҙар ойошмаһының Стәрлетамаҡ филиалы, 1-се ҡала клиник дауаханаһы һәм ҡаланың башҡа предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн эксперттар кредит йөкләмәһен кәметеү, бурыстар менән идара итеү, инвестициялау мәсьәләләре буйынса лекциялар уҙғарҙы, финанс мутлашысыларҙың популяр схемаларын тикшерҙеләр (асыҡланылар).
Уҡыусыларға иһә финанс хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, нисек итеп финанс маҡсаттар ҡуйыу, финанс планын төҙөү тураһында, студенттарға – хәҙерге иҡтисад нисек эшләүе, белем алыуға һәм торлаҡ һатып алыуға льготалы дәүләт программалары тураһында һөйләнеләр.
Ә бына Үҙәк ҡала китапханаһында был көндө өлкән быуын вәкилдәре өсөн лекторий эшләне. Уларға нисек итеп когнитив тайпылыштарҙы кәметеү, йәғни хәтерҙең, аҡыл эшмәкәрлегенең насарайыуын иҫкәртеү һәм финанс мутлашыусыларҙан нисек һаҡланыу тураһында һөйләнеләр. Унда шулай уҡ финанс грамоталылығы буйынса китап мөйөшө лә ойошторолғайны. Китапхана фондына финанстар һәм иҡтисад тураһында популяр китаптар, билдәле финанс эксперттарының бестселлерҙары, финанс темаһына памяткалар һәм буклеттар тапшырылды.
Проект сиктәрендә шулай уҡ эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр өсөн ике майҙансыҡ эшләне. Саҡырылған эксперттар финанслауҙы йәлеп итеү, шул иҫәптән факторинг һәм краудфандинг инструменттары менән ҡулланыу һәм шулай уҡ үҙмәшғүлдәр менән бизнес алып барыу үҙенсәлектәре мәсьәләләрен тикшерҙеләр.
Шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балалар, оҫталыҡ дәрестәре, педагогтар өсөн мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында финанс грамоталылыҡҡа уҡытыу буйынса методик семинарҙар уҙғарылды.
Был сара, үҙ сиратында, аҙна һайын мутлашыусылар ҡулдарына күсерелгән миллион һумдарҙы кәметер, Стәрлетамаҡ халҡына финанс күҙҙалау төҙөргә өйрәтер тип ышанғы килә.
Роза САФИНА.
Фотолар ҡала хакимиәтенең рәсми сығанаҡтарынан алынды.