Мәктәпкә килеп инеү менән хәрби кейемдәге уҡыусыларҙың стройҙа атлап, бейеүҙәрен ҡабатлап йөрөгәнен күрергә була ине. Уҡыусылар был сараны түҙемһеҙләнеп көтөп алды, сөнки Росгвардия балы мәктәп тормошонда мәртәбәле сараларҙың береһе булып һанала һәм йыл һайын ойошторолоп тора.
Сара гимндар аҫтына почетлы ҡарауылдың дәүләт флагтарын индереүҙән башланды. Мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Юлиә Исмәғилева, Рәсәй Федерацияһы Милли гвардия ғәскәрҙәренең федераль хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы идараһы начальнигы урынбаҫары Евгений Лисица һәм Стәрлетамаҡ ҡала мәғариф бүлегенең тәрбиә эштәре буйынса әйҙәүсе инспекторы Альмира Сәйфетдинова уҡыусыларҙы һәм педагогтарҙы байрам сараһында сәләмләп, мәктәптең юбилейы менән ҡотлап үтте.
Уҡыусылар өсөн тулҡынландырғыс мәл дә килеп етте: Росгвардия класына ҡабул итеү өсөн ант тапшырыу. Бар халыҡ алдында Рәсәй Федерацияһы һәм тыуған 23-сө мәктәп данын яҡларға, яҡшы уҡырға вәғәҙә биреү балаларға ҙур яуаплылыҡ өҫтәне, хәрбиҙәрсә үҙҙәрен ныҡ тоторға теләһәләр ҙә, ҡайһы берҙәрендә күҙ йәштәре лә атылып сыҡты. Эйе, ант һүҙе, һүҙ генә түгел шул, эш менән дә дәлилләргә кәрәк буласаҡ. Был сараны ла бал тип атау буштан түгел, сөнки көс, командир приказын ғына үтәй белеү буласаҡ хәрби өсөн аҙ. Бал мәлендә үҙеңдең мәҙәни үҫешеңде лә сағылдырырға кәрәк, ниндәй музыка беләһең, китаптар уҡығанһың, ғөмүмән, төрлө темаларға үҙ фекереңде белдерә алырға кәрәк. Унан тыш, итәғәтлек күрһәтеп ҡыҙ кешене бейеүгә саҡырып, төрлө классик бал бейеүҙәрен башҡарырға әҙер булыу ҙа мөһим. Ә бейеүҙәр ниндәй генә булманы: мазурка, полонез, полька...
Биш йыл эсендә мәктәп төрлө саралар ойоштороусыһы булды, ғөмүмән, бында 2500 бала белем ала. Спорт, уҡыу, ижад менән шөғөлләнеү өсөн барыһы ла бар, мәктәптә уҡыусылар тормошона бәйле музей ҙа булдырылды. Мәктәптә Шайморатов һәм Росгвардия кластары булдырылды, улар төрлө сараларҙа үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә.
Рамзан ХӨСНИТДИНОВ, 9 “Р” класс уҡыусыһы:
– Был мәктәп асылғандан бирле уҡыйым, тәүҙә ябай класта уҡыным, һуңынан Росгвардия профилен һайланым. Башҡалар менән бер рәттән уҡып, дәрестәрҙән һуң ҡалып хәрби әҙерлек дәрестәрен алабыҙ, бында стройҙа йөрөү, пневматик винтовканан атыу һәм төрлө сараларға әҙерләнәү үтә. Үҙем, мәҫәлән, бөгөн байраҡ сығарыу ҡарауылында булдым. Тиҙҙән 23 февраль, Еңеү көнөндә лә шулай уҡ почетлы ҡарауыл составында былтырғы кеүек ҡатнашасаҡбыҙ. Ғаиләмдә хәрбиҙәр юҡ, шуға ҡарамаҫтан, уҡыуымды юғары хәрби уҡыу йортонда дауам итергә теләйем һәм әҙерләнәм.
5 “Ш” класс уҡыусыһы Артур РӘХМӘТУЛЛИН:
– Мин “Шайморатов класы”нда уҡыйым, был мәктәптә миңә уҡыуы оҡшай, әлегә “дүрт” һәм “бишле” билдәләрен алам.
Хәрби йүнәлешле класс булғас, беҙгә күптән түгел генә махсус хәрби
операция урынынан ялға ҡайтҡан һалдаттар ҡунаҡҡа килде. Улар беҙгә хәрби ҡоралдар күргәҙмәһе алып килеп, улар менән таныштырып үтте.
Ысын һалдаттар менән аралашыу бик оҡшаны. Беҙҙең класс йәйге “Шайморатов уйындары”нда ҡатнашып, икенсе урынға өлгәшкәйне, күптән түгел “Ҡышҡы Шайморатов уйындары”нда ла үҙебеҙҙең биләмә буйынса өсөнсө урын яуланы. Беҙ һәр ваҡыт шулай әүҙем булырға, спорт менән шөғөлләнергә яратабыҙ.
Вәсилә ИШҠОЛОВА, ата-әсәләр комитеты ағзаһы:
– Балаларым алтынсы һәм һигеҙенсе класта уҡый, икеһе лә Росгвардия класын һайланы. Беҙ уларҙы көн һайын дәртләндереп торабыҙ. Йүгереү, футбол менән шөғөлләнә улар, бында түңәрәктәр күп, бырыһына ла йөрөп өлгөр генә. Балалар ҡалала, республикала «Зарница» уйындарында еңеп, Волга буйы федераль округы ярыштырында ҡатнашыу хоҡуғын алды һәм унда бишенсе урынға өлгәште, был бик яҡшы һөҙөмтә.
Ғәлиә ҒҮМӘРОВА, ата-әсәләр комитеты ағзаһы:
– Беҙ, ата-әсәләр комитеты ағзаһы булараҡ, бар сараларҙа ла әүҙем, ата-әсәләргә ҡағылышлы бар эште лә тиҙ башҡарып сығырға тырышабыҙ. Балалар менән һәр ваҡыт беҙ бергә, улар менән ярыштарға ла йөрөйбөҙ, ошондай саралар үткәргәндә лә ҡатнашабыҙ. Балаларға мәктәп директоры, уҡытыусылар эшен яҡшы баһалап уҡырға һәм белем алырға, үҙҙәрен олимпиадалар һәм ярыштарҙа, конкурстарҙа уңыштар яуларға. Киләсәктә мәктәп данын яҡларҙай билдәле кешеләр үҫеп сығыуын теләйбеҙ.
Сөмбөл ФӘТТӘХОВА, 23-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.