Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Февраль 2024, 12:13

РӘШИТ НИҒМӘТИ, ФАТИМА МОСТАФИНАЛАР РУХЫН ҺАҠЛАП...

В.И.Ленин исемендәге 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернаты 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.   Был уҡыу йорто элек-электән дөйөм белеү биреү йәһәтенән генә түгел, телгә һөйөү тәрбиәләү өлкәһендә лә алдынғы уҡыу йорттары иҫәбендә тора. Унда заманында билдәле шағирҙар, телселәр уҡығған. Лицей-интернаттың үткәне һәм бөгөнгө тормошо менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында, уның директоры Салауат Фердинант улы ҒӘЛИМУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

РӘШИТ НИҒМӘТИ, ФАТИМА МОСТАФИНАЛАР РУХЫН ҺАҠЛАП...РӘШИТ НИҒМӘТИ, ФАТИМА МОСТАФИНАЛАР РУХЫН ҺАҠЛАП...
РӘШИТ НИҒМӘТИ, ФАТИМА МОСТАФИНАЛАР РУХЫН ҺАҠЛАП...

Ленин мәктәбендә башҡорт рухы йәшәй

Салауат Фердинантович, лицейға килеп инеү менән балаларҙың һәр береһе башҡортса матур итеп “Һаумыһығыҙ!” – тип өндәшә. Тимәк, бында милли мөхит ныҡлы үҫешкән.

– Эйе, беҙҙә милли мөхит үҫешкән. Балалар ике телдә лә бик яҡшы аралаша. Башҡорт телен үҫтереү буйынса беҙҙең проекттар күп. Былтырҙан башлап Рәшит Ниғмәти уҡыуҙарын  республика кимәлендә уҙғара башланыҡ. Унда бик күп райондарҙан киләләр.

Беҙҙең лицей-интернатта Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы матур саралар үткәрергә уйлайбыҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары асыҡ дәрестәр, “Ерем, илем, телем”  тигән баш аҫтында квиз уйыны, “Урал батыр” эпосы буйынса үҙ уйынын үткәрәсәк. Класс етәкселәре менән тәрбиәселәр тарафынан  “Тел –  халыҡ тарихы” темаһына класс сәғәттәре үткәреү ҡаралған.  Ғаилә мөхитен тыуҙырыу өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ.  Ата-әсәләр өсөн  “Ғаиләм менән –  туған телемдә” акцияһын иғлан иттек, әүҙем ҡушылырға саҡырабыҙ.

Әлеге көндә “Лицей тауышы” әҙәби ижад,  “Йәш журналист" түңәрәктәре эшләй. Блогерлыҡ эше ныҡ үҫешкән заманда йәшәйбеҙ, шуға күрә беҙҙә блогерҙар түңәрәге лә бар.  Шулай уҡ бейеү түңәрәге лә уңышлы эшләй. Быйылдан лицей-интернаттың 100 йыллығына профессиональ хореографтар менән эшләйәсәкбеҙ. Йөҙ йыллыҡҡа арнап китап сығарабыҙ.

2023 йылдың 16 ноябренән Стәрлетамаҡ тарихында беренсе тапҡыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе ҡарамағында Балалар ҡоролтайы үҙ эшен башлап ебәрҙе. 2-се лицей-интернат был йәһәттән традицион майҙансыҡҡа әйләнде, хәҙер был мөһим сара йыл да нәҡ беҙҙә уҙғарыласаҡ.

Балалар ҡоролтайы кандидаттары сафына уҡыусыларыбыҙ тантаналы  рәүештә инде. Ҡоролтай рәйесе итеп Ҡоҙаҡаев Динис һайланды. Балалар ҡоролтайы ағзалары: Зәйнишева Илфинә (“Бәйләнештә” төркөмөндәге администраторы), Ҡарамышева Фирзәлиә, Ҡоҙаҡаева Алина, Мәхмүтов Сыңғыҙ.

Шулай уҡ, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы  2-се лицей-интернат базаһында Фән һәм мәғрифәт йылына арнап, “Фәнни майҙан” тип аталған сара уҙғарҙы.

Үҙенең йөҙ йыллыҡ тарихы булған олпат лицей-интернат В.И.Ленин исемен йөрөтә. Был исем уға ҡасан бирелгән? Ҡыҫҡаса ғына тарихы менән таныштырып үтегеҙ әле.

–       В.И. Ленин исемендәге 2-се  Стәрлетамаҡ лицей-интернаты  1924 йылда Өфөлә Башҡорт хөкүмәте ҡарары менән ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған етем балалар өсөн асыла, уға шул ваҡытта уҡ В.И.Ленин исеме бирелә. 30-сы йылдарҙа Стәрлетамаҡҡа күсерелә. 1938 йылдан 1969  йылға тиклем ул балалар йорто булараҡ эшләй. 1969 йылда балалар йорто мәктәп-интернатҡа  әйләндерелә. Башҡортостан Республикаһы Халыҡ мәғарифы министрлығы коллегияһы ҡарары менән 1992 йылдың 23 апрелендә мәктәп-интернат инновацион уҡыу йорто итеп үҙгәртелә.

1999  йылда мәктәп-интернат В.И. Ленин исемендәге 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернаты итеп үҙгәртелә. Бына тиҫтәләрсә йылдар  инде уҡыу йорто балаларға лайыҡлы белем һәм тәрбиә биреп, үҙ бурысын лайыҡлы үтәп килә.

 

Билдәле шәхестәр тәрбиәләгән белем усағы

– Уҡыу һәм яҡшы тәрбиә биреү өсөн матди-техник базаның торошо мөһим  роль уйнай. Был йәһәттән хәлдәр нисек?

–       Әлбиттә, капиталь ремонт уҙғармай тороп, матди-техник базаны яҡшыртыу тураһында һүҙ йөрөтөп булмай. Федераль проект буйынса 1 марттан капиталь ремонт башларға йыйынабыҙ. Үҙебеҙ ваҡытлыса Ленин проспектындағы 1-се интернаттың дөйөм ятағына күсәбеҙ. “Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау” федераль программаһы буйынса, ниһайәт, беҙгә лә сират етте. Ошо йәһәттән ярҙам иткән етәкселәр –  БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажинға (ул Стәрлетамаҡҡа куратор булып тора), БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙинға, уның урынбаҫары Әлфиә Ғәлиеваға рәхмәтлебеҙ. Беҙ республика ҡарамағында булыуға ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡ ҡала етәкселеге – ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев ярҙам ҡулын һуҙып тора, уларға ла шулай уҡ уҡыусыларыбыҙ, коллектив исеменән рәхмәт еткереп ҡалам.

– Мәғлүм булыуынса, был уҡыу йорто бихисап билдәле шәхестәр тәрбиәләп сығарыуы менән дан тота.

– Ун алты йыл Башҡорт АССР-ының мәғариф министры булып эшләгән Фатима Мостафина – ошо уҡыу йортон 1930 йылда тамамлаған тәүге сығарылыш уҡыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир шағирҙар, яҙыусылар Мөхәмәтйәров Хәй,  Батыр Вәлид, Мазһар Абдуллин, Әмир Чаныш, Хөрмәт Хәйри, Ғайса Йосопов, летчик Әнүәр Мостафин, журналист-яҙыусы Миңнеғәли Яҡупов, Социалистик хеҙмәт геройы Әғлә Нәҡиев һәм башҡалар. Бына ошондай шәхестәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана беҙҙең уҡыу йорто.

– Әлеге ваҡытта һеҙҙә нисә бала тәрбиәләнә? Уҡыусылар башлыса ҡайһы райондарҙан килә? Һеҙҙә нисә уҡытыусы һәм тәрбиәсе эшләй?

– Беҙҙең педагогик коллектив бик ҙур түгел: 17 уҡытыусы, 14 тәрбиәсе, 4 тәрбиәсе ярҙамсыһы эшләй. Төп дәрестәрҙән һуң, дәрестән  тыш уҡыуҙар, үҙаллы дәрес әҙерләү, киске сәғәттәрҙә  түңәрәктәр үҙ эшен дауам итә. Беҙгә уҡырға төрлө райондарҙан, хатта сит өлкәләрҙән дә киләләр. Мәҫәлән, Татарстандан килгән 8-се класс уҡыусыһы беҙҙә “Орлан” клубында шөғөлләнә, бында йәшәй, уҡый. Әлеге ваҡытта беҙҙә егерме райондан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Учалы, Дәүләкән, Белорет ҡалаларынан, шулай уҡ, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән – (дәүләт планы буйынса) йәмғеһе 208 уҡыусы тәрбиә һәм белем ала.

 

Һәр  яҡлап та  лицей исемен аҡларға тейешбеҙ

– Юғары һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн һеҙҙә нимәләр эшләнелә?  Ғөмүмән,  юбилейҙы ниндәй уй-хыялдар, уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың ниндәй ҡаҙаныштары менән ҡаршылайһығыҙ?

– Беҙ туранан-тура Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығына ҡарайбыҙ. Юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барабыҙ. Өфө дәүләт нефть-техник университеты менән килешеү төҙөнөк. Лицейҙа химия-биология фәндәренә өҫтөнлөк бирелеп, эшебеҙ инженерия  йүнәлешендә алып барыла. Аҙна һайын был вуздың уҡытыусылары оҫталыҡ дәрестәре,  асыҡ дәрестәр уҙғара. Беҙҙең уҡыусылар уларҙың олимпиадаһында ҡатнаша.

Уҡыу эштәренә ҙур иғтибар бирелә, киске ваҡыттарҙа беҙҙең уҡыусылар менән төп дәүләт имтиханы (ОГЭ) һәм берҙәм дәүләт имтиханы (ЕГЭ) буйынса әҙерлек эштәре алып барыла.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы менән дә килешеү төҙөлдө. Улар менән берлектә физика, математика буйынса әҙерлек эштәре алып барыла. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ медицина колледжы, водителдәр әҙерләүсе мәктәп менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.  10-сы, 11-се класс уҡыусылары “Йәш водителдәр” түңәрәгендә шөғөлләнә. Шулай уҡ информатика буйынса белгес менән дә эшләйбеҙ. Беҙ һәр яҡлап та  лицей исемен аҡларға тейешбеҙ.

Беҙҙә ике сит тел –  инглиз, немец телдәре уҡытыла, “Ҡытай телен өйрәнәм”  түңәрәге эшләй. Балалар ҡытай телен ҙур теләк менән өйрәнә. Уҡыусыларыбыҙ бөтә фәндәр буйынса ла олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып, йыл һайын призлы урындар яулап киләләр. Башҡорт теленән федераль олимпиада (Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы) Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты базаһында уҙғарылып килә. Былтыр шул олимпиадала беҙҙән өс призер булды, быйыл 15 кеше йомғаҡлау этабына үтте.  Ю.Гагарин кубогына республика олимпиадаһында бөтә предметтар буйынса ҡатнашабыҙ.

9-сы класс уҡыусылары башҡорт теленән төп дәүләт имтиханын ҙур теләк менән һайлайҙар, Бүләк Ҡәйепҡолова етәкселегендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәләр. Математика  уҡытыусыһы Луиза Жирнова, Индира Ниғмәтуллина, рус теле уҡытыусыһы  Светлана Канаева белем биргән сығарылыш уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханы (ЕГЭ) һәм төп дәүләт имтиханы (ОГЭ) буйынса йыл һайын юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.

Күренеүенсә, лицей-интернатта коллектив йәшәргән. Тимәк, ышаныслы, көслө команда тупланған.

– Эйе, беҙҙә хәҙер башлыса йәш белгестәр эшләй. Көслө, лайыҡлы команда тупланды тип әйтергә була. Берҙәм, татыу  хеҙмәт коллективы  менән эшләүе күңелле. Директор  урынбаҫарҙары: уҡыу эштәре буйынса Лидия Уразбахтина, тәрбиә эштәре буйынса Римма Зөбәйерова, хужалыҡ эштәре буйынса Азамат Ваһапов –  килеп тыуған мәсьәләләрҙе бер төптән уйлап, бергәләп хәл итергә тырышабыҙ.

–       Үҙегеҙҙең хеҙмәт юлығыҙ менән яҡындарыраҡ таныштырып үтегеҙ әле.

–       Үҙем 1983 йылда Салауат районы Яҙғы йорт ауылында тыуғанмын. Ауылыбыҙҙа 9-сы класты уҡып бөткәндән һуң, 1999 йылда  Дыуан районы Мәсәғүт ауылындағы педагогия колледжына уҡырға индем.  Уҡыуҙы  тамамлағас,  Мәсәғүт ауылындағы Республика лицей-интернатында  тәрбиәсе булып эш башланым. Шул уҡ йылда башҡорт теле уҡытыусыһы  итеп күсерҙеләр һәм артабан Бөрө педагогия социаль академияһында биш йыл белем алдым.  2009 йылда Мәсәғүт урта дөйөм белем биреү мәктәбендә хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары, 2012 йылда Дыуан районының мәҙәниәт һарайы директоры итеп ҡуйҙылар. 2014 йылдан Өфөлә М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары булдым. Өфө ҡалаһының Октябрьский районы хакимиәтендә хужалыҡ эштәре буйынса яуаплы вазифала эшләнем. Шулай итеп, эшем башлыса хужалыҡ эштәренә бәйле булды. 2022 йылда  В.И. Ленин исемендәге 2-се һанлы Стәрлетамаҡ лицей-интернаты менән етәкселек итеү эшен ышанып тапшырҙылар. Ошо ышанысты  аҡларға тырышам.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Артабан  да шөһрәтле  уҡыу йортоноң  данын күтәреп, Рәшит Ниғмәти, Фатима Мостафиналар рухын һаҡлап, дәртләнеп  эшләргә яҙһын!

Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.

Фотолар лицей архивынан алынды.

РӘШИТ НИҒМӘТИ, ФАТИМА МОСТАФИНАЛАР РУХЫН ҺАҠЛАП...
РӘШИТ НИҒМӘТИ, ФАТИМА МОСТАФИНАЛАР РУХЫН ҺАҠЛАП...
РӘШИТ НИҒМӘТИ, ФАТИМА МОСТАФИНАЛАР РУХЫН ҺАҠЛАП...
РӘШИТ НИҒМӘТИ, ФАТИМА МОСТАФИНАЛАР РУХЫН ҺАҠЛАП...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас