Был байрам һәммәбеҙ өсөн дә батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек, намыҫ һәм лайыҡлылыҡ кәүҙәләнеше булып тора. Ул беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы, беҙҙең өсөн үҙ Ватаныңа ҡарата батырлыҡ һәм һөйөү өлгөһө булып ҡаласаҡ хәрби батырлыҡтары тураһында мәңгелек хәтер һаҡлай.
Беҙҙең илебеҙ Тыуған ил мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүсе, уның сәскә атыуына булышлыҡ итеүсе һәм уның именлеге хаҡына хәл иткес тәүәккәл эштәргә әҙер булған патриоттары менән ғорурлана.
Был көндө беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, локаль бәрелештәр ветерандарына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн рәмәт әйтәбеҙ. Һеҙ – Рәсәйҙең ышаныслы таянысы һәм ғорурлығы!
Хөрмәтле хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандарыбыҙ!
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм һәр эшегеҙҙә лә уңыштар теләйем. Тыныслыҡ, изгелек һәм бәхет Һеҙгә!
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы
ҡала округы хакимиәте башлығы.