Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Февраль 2024, 05:24

ҠӨРЪӘН УҠЫҒАН ХАЛЫҠҠА АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ БӘРӘКӘТЕН БИРЕР!

Стәрлетамаҡта беренсе тапҡыр ҙур күләмдә изге Ҡөръәнде яттан уҡыу буйынса балалар араһында конкурс үтте.

ҠӨРЪӘН УҠЫҒАН ХАЛЫҠҠА АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ БӘРӘКӘТЕН БИРЕР!ҠӨРЪӘН УҠЫҒАН ХАЛЫҠҠА АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ БӘРӘКӘТЕН БИРЕР!
ҠӨРЪӘН УҠЫҒАН ХАЛЫҠҠА АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ БӘРӘКӘТЕН БИРЕР!

Хәлид бин Вәлид исемендәге мәсеттә Ҡөръән сүрәләрен яттан уҡыу буйынса (Ҡөръәндең 29-сы һәм 30-сы өлөшөн белеү) балалар араһында конкурста ҡырҡтан ашыу бала ҡатнашты. Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан, Татарстандан һәм Силәбе өлкәһенән килгән биш йәштән алып ун һигеҙ йәшкә тиклемге балалар Ҡөръән сүрәләрен яттан уҡыуҙа үҙен һынап ҡараны. Ярышта ҡатнашыусыларҙың иң кесеһенә ни бары биш кенә йәш.

Конкурстың һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынға Ишембай ҡалаһынан Дәминдәров Ғабдуллаһ лайыҡ булды, 2-се урынды Силәбе өлкәһенән Болтаев Ибраһим, 3-сө урынды шулай уҡ Ишембайҙан Дәминдәрова Фатима алды. “Үҫмерҙәр араһында иң матур уҡыу” номинацияһында Силәбе ҡалаһынан  Мирзоев Ахмадуллоһ, “Ҡыҙҙар араһында иң матур уҡыу” номинацияһында шулай уҡ Силәбе ҡалаһынан Мирзоева Сувейба, Шәрипов Мөхәммәдикбал “Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы” номинацияһында еңеүсе булдылар. Шуныһы һөйөнөслө,  конкурста ҡатнашыусы бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Киләсәктә, төрлө номинацияларҙан тыш, Ҡөръәндең егерме йәки ҡырҡ битен уҡыған конкурсант йыл еңеүсеһе тип билдәләнәсәк тип  күҙаллана. Бындай сараларҙың маҡсаты – йәштәрҙең дини белемен арттырыу, Изге китапты уҡыу күнекмәләрен яҡшыртыу.

Сара мәлендә ҡатнашыусылар менән танышҡан арала һоҡланырлыҡ күренештәрҙе лә астыҡ. Ишембай районы Тирмәнйылға ауылынан Ғабдуллаһ исемле малай, мәҫәлән, дүрт йәшендә намаҙ уҡый башлаған, Ҡөръәндең бөтә өлөшөн дә тиерлек белә. Ул хатта ауылдарында бәләкәй мәзин булып тора икән. Көнөнә биш тапҡыр  намаҙ ваҡыты етеүгә халыҡты саҡырыусы ла. Ғабдуллаһ бындай конкурста беренсе тапҡыр ҡатнашмай. Үҙенең дини белемлелеге менән ул балаларға ғына түгел, ололарға ла өлгө булып тора. Малай  ярышта, әйтеп үтеүебеҙсә, беренсе урынды яуланы һәм 50 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк алды. Ҡөръән уҡыу  конкурсында өсөнсө урын алған ҡыҙ иһә – уның һеңлеһе Фатима.

Әйткәндәй, был изге сараны Стәрлетамаҡ ҡалаһы мосолмандары Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының  Диниә назараты  менән  берлектә ойошторған.

Ҡөрьән – иң күп баҫылған китап булараҡ, Гиннес рекордтар китабына ингән. Был иң популяр китапты беҙҙең халыҡ йылдан-йыл күберәк уҡый һәм өйрәнә барыуы шатлыҡлы хәл.

– Ҡөръән уҡыған халыҡҡа Аллаһы Тәғәлә бәрәкәтен бирер. Ҡөръән –  ул  кешеләр өсөн дөрөҫ күрһәтмә, мосолмандар өсөн етәкселек  итеүсе, – тип өндәште йыйылған халыҡҡа Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты  мөфтөйө Айнур Бирғәлин.

– Ҡөръәнде яттан һөйләү бер, иң мөһиме, урын-еренә еткереп, мәҡәмле итеп һөйләй белеү, һәм, әлбиттә, шуға ярашлы итеп йәшәү, – тине Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы имам-мөхтәсибе Ришад хәҙрәт.

Шуныһы мөһим, бындай саралар балаларҙың рухи үҫешенә генә булышлыҡ итеп ҡалмай, ә иһә уларҙың хәтерен һәм фекерләү ҡеүәһен дә яҡшырта. Шулай уҡ традицияларыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә һәм ислам ҡиммәттәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләргә булышлыҡ итә.

Аллаһы Тәғәлә беҙгә һәм балаларыбыҙға Аллаһ Китабына һөйөү бирһен, ике донъя рәхәтен күрергә насип әйләһен ине.

Был матур сара дауамлы булһын, изге сәғәттә, дин ҡәрҙәштәребеҙ!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

ҠӨРЪӘН УҠЫҒАН ХАЛЫҠҠА АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ БӘРӘКӘТЕН БИРЕР!
ҠӨРЪӘН УҠЫҒАН ХАЛЫҠҠА АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ БӘРӘКӘТЕН БИРЕР!
ҠӨРЪӘН УҠЫҒАН ХАЛЫҠҠА АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ БӘРӘКӘТЕН БИРЕР!
ҠӨРЪӘН УҠЫҒАН ХАЛЫҠҠА АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ БӘРӘКӘТЕН БИРЕР!
ҠӨРЪӘН УҠЫҒАН ХАЛЫҠҠА АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ БӘРӘКӘТЕН БИРЕР!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас