Ил башлығы Владимир Путин 29 февралдә Федераль йыйылышҡа ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт итте.
Рәсәй лидеры һалым йөкләмәһен бүлеүҙе “кемдәрҙең шәхси һәм корпоратив килеме юғарыраҡ”, шуларға йүнәлтеп, ғәҙелерәк итеп эшләргә кәрәк, тип билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, ғаиләләргә һалым йөкләмәһен кәметергә кәрәк.
Шулай уҡ парламентҡа мөрәжәғәтнамә иғлан итеү барышында Путин ГТО нормаларын тапшырғанда һалым ташламалары индереү тураһында ла иғлан итте.
Р.ЗАМАНОВА.