Ҡунаҡһарайҙа үткән тантанала Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары Хөкүмәт ағзалары, судьялар һәм губернаторҙар корпусы, төбәктәрҙең закондар сығарыу йыйылыштары рәйестәре, традицион конфессиялар башлыҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Хатының төп тезистарына аңлатма бирҙе.
“Шуныһын аңлау мөһим, Мөрәжәғәтнамә көнбайыш дәүләттәренең беҙгә ҡаршы агрессив сәйәсәт алып барған махсус хәрби операция шарттарында иғлан ителде.
Әммә бер нәмәгә ҡарамаҫтан, был – үҫеш мөрәжәғәтнамәһе. Дуҫ булмаған илдәр беҙҙә булдырырға теләгән бөтә кире процестарға ҡарамаҫтан, беҙҙең ил үҫешә, алға бара.
Аныҡ итеп әйткәндә, был Мөрәжәғәтнамә – социаль.
Ул кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Яңы «Ғаилә», «Рәсәй йәштәре», «Кадрҙар» милли проекттары ла, перспективалы технологик башланғыстар ҙа ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән. Был иң мөһиме” – тине Радий Хәбиров. – Мөрәжәғәтнамә ныҡлы уйланылған. Президенттың һәр һөйләме беҙгә тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән финанстар менән нығытылған.
Хәҙер төбәк командаларының бурысы – ошо программаларҙы ҡулланыу. Үҙ төбәгебеҙҙә һәр ваҡыт инвестициялар күләмен арттырыу өсөн беҙгә бик ҡәтғи параметрҙар һәм юғары проценттар ҡуйылған. Эшләйәсәкбеҙ.”
Р.УСМАНОВА.