Башҡортостан Республикаһынан делегация составында Өфө сәнғәт училищеһы исеменән «Вокал сәнғәте» предмет-цикл комиссияһы рәйесе Римма Рушан ҡыҙы Садиҡова һәм «Вокал сәнғәте» белгеслеге буйынса белем алыусы 4-се курс студенты Азат Закиров сығыш яһай. Әйткәндәй, Азат – Стәрлетамаҡ егете.
“1 мартта беҙ, халыҡ-ара форум ҡунаҡтары «Сириусҡа сәйәхәт» экскурсияһында булдыҡ һәм «Еңеү поезы» музейын барып күрҙек. «Тарихҡа сумыу» перронда уҡ башланды, унда беҙҙе поезд-ветеран ҡаршы алды, һәм ун ике вагондың һәр береһендә – Еңеүгә һынауҙар һәм юғалтыуҙар аша алып барыусы юл эпизодтары, – тип уртаҡлашты тәьҫораттары менән Римма Рушан ҡыҙы. – Был проектты булдырыусыларҙың барыһына ла рәхмәт, күңелдә йылы хәтирәләр ҡалдырҙы…».
Фестиваль программаһы бик бай белем биреү, мәҙәни, фәнни һәм спорт сараларын үҙ эсенә алған, «Сириус» федераль биләмәһе Ер шарының төрлө тарафтарынан йәмәғәт тормошоноң төрлө өлкәләренән егерме мең йәш лидерҙы осраштырған Йәштәр ҡалаһына әйләнде.
Р.ЗАМАНОВА.