Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Март 2024, 10:21

Рәсәй ҡоралын хөрмәт итергә кәрәк

Стәрлетамаҡтың "Еңеү" паркында асыҡ һауалағы хәрби техника музейы тағы ла бер экспонат менән тулыланды. МТ-55 танкалы күпер һалғысты хәҙер һәр кеше күрә аласаҡ, быға тиклем техника әүҙем хәрби ҡулланылышта булған.

Экспонат күптән инде парка килтерелеп ҡуйылған ине, тап бөгөн уны биҙәү һәм урынлаштырыу буйынса эштәр тамамланып асыу тантанаһы булды. Быға тиклем был техника Алкино-2 ауылында урынлашҡан 12-се мотоуҡсылар Кәнингсберг-Городокск гвардия инженер бригадаһы ҡулланылышында булған. Уны ҡалабыҙға экспонат итеп килтереүҙә республика хәрби комиссариаты һәм  «Башҡорт сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте  булышлыҡ итә.

Тантанала  ҡала хакимиәте вәкилдәре, директорҙар Советы ағзалары, кадет класы уҡыусылары ҡатнашты.

- Беҙҙең музей яңы экспонат менән тулыланды, әлбиттә был һуңғы экспонат булмаясаҡ. Сөнки йәштәр һәм балалар патриотик рухта тәрбиәләнергә тейеш, хәрби техниканы китаптан һәм һүрәттәрҙән генә түгел, ә килеп, тотоп ҡарап, эргәһендә баҫып тороп тойоп үҫергә тейеш. Бындай экспонаттар Рәсәй ҡоралының көсөн һәм ҡеүәтен күрһәтә, илебеҙҙең хәрби ҡоралын ҡәҙерләүебеҙ, уны данлауыбыҙ ошондай урындарҙа билдәләнә, - тип әйтеп үтте тантана барышында ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас