Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Март 2024, 14:43

Өс йөҙ гид араһында Стәрлетамаҡ ҡыҙы ла бар

Башҡортостандан биш кеше Бөтә Донъя йәштәр фестиваленең экскурсоводтары булды

Өс йөҙ гид араһында Стәрлетамаҡ ҡыҙы ла барӨс йөҙ гид араһында Стәрлетамаҡ ҡыҙы ла бар
Өс йөҙ гид араһында Стәрлетамаҡ ҡыҙы ла бар

Илдең ҡунаҡсыллыҡ зонаһының  300 гиды һәм координаторҙары араһында Башҡортостандан да вәкилдәр бар. Улар «Сәйәхәттән дә былайыраҡ» Рәсәй йәштәре программаһы менән 10 мең ғаризанан һайлап алынған. Улар  «1 марттан 7 мартҡа тиклем  Сириус»  федераль биләмәһендә барған 2024 йылдың төп ваҡиғаһының йөҙө булып тора. Гидтар 12 тематик экскурсияла  188 илдән килгән Бөтә Донъя йәштәр фестиваленең 20 мең ҡатнашыусыһын фестивалдең ҡиммәттәре, Рәсәйҙең фәндә, бизнес һәм мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары, мөмкинлектәре менән, донъя йәштәре Ҡалаһы тарихы һәм уның тирә-яғындағы тәбиғәт менән таныштыра.   

Бөтә донъя йәштәр фестивале гидтарының ойоштороусыһы  булып  Рәсәй йәштәре тора. Улар экскурсоводтар ғына түгел, ә иһә педагогтар, эшҡыуарҙар һәм ғалимдар, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр һәм башҡа профессиональ өлкәләр вәкилдәре. «Экскурсоводтар мәктәбе»ндә уҡығанда уларҙы  йәштәр хәрәкәте фәлсәфәһе менән һәм  «Сәйәхәттән дә былайыраҡ» программаһы стандарты менән  таныштырғандар: уның нигеҙендә йәштәр өсөн файҙалы компонентлы ил буйлап сәйәхәт маршруттары  барлыҡҡа килә.

Башкортостандан  фестиваль экскурсоводтары араһында  36 йәшлек Стәрлетамаҡ ҡыҙы Алёна Ткачева ла бар. Быға тиклем ул Греция, Кипр, Австрия һәм Таиланд илдәрендә гид булып эшләгән. Ике йыллыҡ экскурсия эшмәкәрлегенән һуң ул эске туризмға ғашиҡ булла һәм хәҙер Бөтә донъя йәштәр фестивале сиктәрендә тыуған ерҙә ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙер.

“Фестивалдең  төп миссияһы булып бөтә планета кешеләрен берләштереү торасаҡ. Улар өсөн донъя яҙмыштары өсөн яуаплылыҡ, шәхес хоҡуғы һәр кем өсөн мөмкинлектәр, ғаилә һәм дөйөм берҙәмлек төп ҡиммәттәр булып тора. Иң мөһиме: фестиваль беҙҙең был ҡиммәттәр менән бөтәһе менән дә уртаҡлашырға теләүебеҙҙе  күрһәтә.

Феситивалдә ҡатнашыусыларға экскурсиялар уҙғарыу һәм  уларға  ҡиммәтле мәғәнәләрҙе тапшырыу – ул минең миссиям, мин бында шуның өсөн килдем. Ә инде бында гид булыуым арҡаһында, минең уникаль мөмкинселегем бар: фестивалдә ҡатнашыусылар исемлегендә торған заманыбыҙҙың ҡыҙыҡлы, сағыу шәхестәре менән танышам” -  тип һөйләне  Алёна.

Экскурсиялар  рус, инглиз, ҡытай, немец, испан, ғәрәп һәм француз телдәрендә уҙғарыла.

Р.ЗАМАНОВА.

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас