Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Март 2024, 06:48

Һайлауҙарҙан һуң музей экспонаттарына әйләнгәндәр

Стәрлетамаҡ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һайлауҙарға бәйле күргәҙмә асылды. Унда 1905 йылдан башлап Стәрлетамаҡта үткән һайлауҙарға ҡағылышлы экспонаттарҙы күрергә була.

Гәзит-журналдар, листовкалар, һайлау кабинкалары, бюллетендәр, һайлау мәленән фотоһүрәттәр йыйылған музей тупланмалары менән ҡала Советы рәйесе Сергей Бойков, уның урынбаҫары Виктория Замесина, Совет секретары Марина Матюхина, ҡаланың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Евгений Сизов һәм уның секретары Евгения Загуменникова танышып сыҡты.

Күргәҙмәлә ҡала кимәленән башлап СССР-ҙың юғары Советына тиклемге депутаттарҙың танытмалары, значектары күрһәтелгән. Төрлө йылдарҙа ҡулланылған һайлау йәшниктәренә ҡарап уларҙың үҙгәреүе, заманлашыуын күҙәтергә мөмкин. Был предметтарға ҡарап ысынлап та, шул замандарҙа үткән һайлауҙар мөхитенә ҡайтҡандай булаһың.

Музей директоры  Константин Роганов белдереүенсә, халыҡ күргәҙмәне ҡарап сыҡҡандан һуң “һайлауҙар элек нисек булған һәм хәҙер” тигән уйҙар кисерергә тейеш. Ысынлап та, һәр һайлау ҙа үҙе бер тарих, киләһе Президент һайлауҙары ла тарихи ваҡиға, унан ситтә ҡалмайыҡ. Күргәҙмә 19 мартҡа тиклем үҙ эшен дауам итәсәк, адресы Карл Маркс урамы, 100-сө йорт.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас