– Ә шулай ҙа һүҙҙе бала саҡтан башлағы килә – йыр-моңға һөйөү, маһирлыҡ, сәнғәт донъяһына илтер юлдың башы ҡайҙан килә?
– Тамырҙарым – һәләтле кешеләре менән бай Стәрлебаш еренән. Тауҙар итәгендә, Күндерәк йылғаһы буйында урынлашҡан Табылды ауылы Мораҙымовтар нәҫеле ҡыҙымын. Фамилиям “мораҙыңа етеү” тигәнде аңлата, шуға күрә лә был тормошта күп нимәгә өлгәшкәнмендер, тим.
Бала саҡтан уҡ ғаиләбеҙҙә туған телгә, халҡыбыҙ йолаларына нигеҙләнгән матур тәрбиә алып үҫтем. Йыр-моңға һөйөү, тәбиғәтте яратыу, хатта башҡорт ҡыҙҙарына хас булған атта һыбай сабыу атайымдан килә. Бейеүгә һөйөү олатайҙарҙан килә, һабантуйҙарҙа бейеү оҫталары булғандар, оҫта гармунсы ла булған олатайым. “Кем өйрәтте?” тиһәләр, үҙем белдем тип әйтерһең тип, әсәйем менән өләсәйем беҙгә тормош нескәлектәрен өйрәтте. Өләсәйем гел генә әйтемдәр менән һөйләшер ине. Башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы рәхәтләнеп уҡып үҫтем. Шуғалыр ҙа мәҙәни саралар, концерттар үткәреүе еңел бирелә. Илһам минуттары килгәндә үҙем өсөн генә шиғырҙар ҙа яҙам. Биш бала араһында кинйә бала булһам да атай-әсәйем мине иркәләтмәне, үҙ аллы, эшһөйәр итеп тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәтлемен уларға.
Бала саҡтан театр артисы булам тигән хыялым тормошҡа ашманы, яҡындарым риза булманы. Шуға күрә башта 8-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡта кулинария училищеһында уҡып ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерҙем. Ижади ынтылышым көслө булғандыр инде: унда уҡыған сағымда рус хорына, бейеү түңәрәгенә йөрөнөм, төрлө конкурста ҡатнашып еңеүҙәр яуланым. Уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булғаным өсөн өс йыл рәттән Мәскәү, Тольятти, Минск ҡалаларында бушлай ял иттем.
Уҡып бөткәс, нефтселәр – быраулаусылар араһында эшләргә тура килде. Был минең урын түгел икәнен аңлап, бер-нисә ай илап йөрөнөм. Бер йылдан иһә, бала саҡ хыялына тоғро ҡалып, Башҡорт республика мәҙәниәт техникумының хореография бүлегенә уҡырға индем. Уҡыған йылдарҙа студенттарҙан торған концерт бригадаһы менән ауылдарҙа гастролдәрҙә күп йөрөлдө. Станок эшләүселәр мәҙәниәт һарайы директоры Галина Верютина, практика осоронда минең эшемде күреп, башҡорт йәштәре өсөн дискотека үткәрергә саҡырҙы. Унда башҡорт йәштәре менән бейеү дискотекаһын алып барҙым. Ул заман бындай сараларға йәштәр күпләп йөрөй ине. Хатта өс йөҙләп кеше булып китә. Ул дәүерҙә “Башҡорт ҡунаҡханаһы” милли рухта үткәрелде, әле лә һағынып иҫкә алам. Шулай итеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһының башҡорт йәштәрен бер ҡорға йыйып, йәмәғәт эштәрендә бик әүҙем ҡатнашырға тура килде.
Мәҙәни сараларҙа ҡайнап йөрөгәндә “Юлдар” ансамбле етәксеһе Ринат Ниғмәтуллин менән таныштым. Уҡып бөткәс, бер-нисә йыл уның ансамблендә концерттар алып барыусы һәм бейеүсе булып эшләнем. Ул ваҡытта зауыҡлы биҙәүестәргә, концерттарҙа сығыш яһау өсөн костюмдарға ҡытлыҡ заманы ине. Эшкә ингәс, бер-нисә айлыҡ эш хаҡымды костюмдар тектереү өсөн тотондом. Фонограмма ла юҡ, баянсы уйнаған тере көйҙәргә бейенек. Концерттар менән Башҡортостан буйлап ҡына түгел, Себергә лә сығып китә инек. Бер мәл Ноябрьскиҙа ҡала көнөндә хатта Лев Лещенко менән бер концертта сығыш яһарға насип булды. Ул йылдарҙа концерттарға халыҡ ихлас йөрөнө, залдар туп-тулы була торғайны. Концерттан һуң ҡунаҡҡа алып ҡайталар ине. Сәнғәт донъяһына тәүге аҙымдарым шулай башланып китте.
– Ҡасандыр Стәрлене гөрләткән мәҙәниәт усаҡтары ла, данлыҡлы “Юлдар” ансамбле лә юҡ инде хәҙер... Һеҙҙең эш йүнәлеше лә үҙгәрештәр кисергәндер.
– Тормош бер урында тормай, заман менән бергә үҙебеҙ ҙә үҙгәрәбеҙ. Кейәүгә сыҡҡас, Пионерҙар һарайына эшкә күстем. Унда “Талир тәңкә” башҡорт фольклор түңәрәген ойошторҙом, балаларға башҡортса шиғыр һөйләргә, бейергә, йырларға өйрәттем. Халҡыбыҙҙың “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы” кеүек милли байрамдарын оло сәхнәләргә сығарҙыҡ. Шул осорҙа “Талир тәңкә”ләр ҡалалағы бер мәҙәни саранан да ситтә ҡалманы. “Ҡомартҡы” фольклор ансамблен асыуҙа ла беҙҙең өлөшөбөҙ булды. Балалар менән барып төрлө номерҙар менән сығыш яһай инек. Балалар менән эшләгән осорҙа популяр йырсы, яҡташым Миңлеғәли Хөснөтдинов етәкләгән “Илһам” халыҡ йыр ансамблендә күп йылдар бейеүсе булараҡ концерттарҙа сығыш яһаным. Бына хәҙер 15 йылдан ашыу ваҡыт инде Ҡала мәҙәниәт һарайының “Шишмә” башҡорт халыҡ ансамбле концерттарының сценарийҙар авторы һәм алып барыусыһымын.
2008 йылда Ҡала мәҙәниәт һарайына методист булып эшкә күстем. Шул мәлдә мәҙәни тормошом ҡырҡа үҙгәреш алды. Сценарийҙар яҙыу, смета төҙөү, отчет яҙыу кеүек ҡағыҙ эштәре менән эшләргә өйрәндем. Шул уҡ ваҡытта төрли мәҙәни саралар һәм концерттар ойоштороу эштәренә төшөнөргә, концерттар алып барырға ла тура килде. Эш буйынса мәҡәләләр яҙырға өйрәндем. Ҡалалағы оҫта ҡулдарҙың эштәре менән күргәҙмәләр ойоштороу кеүек эштәр ҙә – беҙҙең иңдә. Беҙҙең методика бүлеге ҡалалағы милли үҙәктәр менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй.
– Белеүемсә, ҡала башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем ағзаһы ла бит әле һеҙ?
– Эшем тынғыһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ҡалала үткән сараларҙан, ғөмүмән, йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалғаным юҡ. Төрлө саралар уҙғарғанда баһалама комиссияларында ҡатнашырға ла ваҡыт табам. Әле бына “Етегән” байрамында халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе өсөн яуаплы булдым. “Шәжәрә”, “Стәрлетамаҡ гүзәле”, “Ашҡаҙар таңдары” кеүек мөһим байрамдар үткәреүҙә ең һыҙғанып эшләргә тура килә. Төп эшемдән тыш, үҙемде туҡтауһыҙ камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә яратам. “Аҫылташ” шиғриәт һөйөүсе ҡатын-ҡыҙҙар клубын ойошторҙом. Әлеге ваҡытта беҙҙә ете кеше шөғөлләнә, бына хәҙер дүрт йыл инде уңышлы эшләп киләбеҙ. Беҙ, клуб ағзалары йыйылышып һәр байрамға шиғри күстәнәстәребеҙҙе әҙерләйбеҙ. Милли кейемдәр кейеп тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ. Фотосессиялар эшләп, видеояҙмалар эшләп Ҡала мәҙәниәт һарайы сайтына һалабыҙ. Бына шулай тәбиғәттән көс алып ҡайтабыҙ. Һирәкләп кенә булһа ла сәхнәгә лә сығабыҙ. Төрлө шиғыр бәйгеләрендә ҡатнашып төрлө уңыштарға ла өлгәштек. Был беҙҙең ҡыҙҙар менән уртаҡ эш, бына шулай үҙенә күрә кескәй генә дәүләт булып йәшәйбеҙ. Минеңсә, иң ҙур бәхет – ғәзиз ҡалаң, халҡың, мәҙәниәтең өсөн эшләү.
Был донъяға һәр кем үҙ тәғәйенләнеше менән килә. Миңә халҡыма, мәҙәниәтебеҙгә хеҙмәт итеү миссияһы бирелгән, Хоҙайға рәхмәтлемен. Уның ҡанундарын үтәп, тормоштоң матурлығын бар яҡлап та күреп, рәхмәтле булып, үҙ юлым менән барамын. Шөкөр, аңлаған һәм ярҙам итеп торған ғаиләм, яҡындарым бар!
– Киләсәктә лә ҡалабыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хеҙмәт итеүҙән көс-дәрт алып, илһамланып эшләргә яҙһын.
Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Шәхес хаҡында өс фекер:
Светлана БАРАНОВА, Ҡала мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе:
– Төрлө яҡлап һәләтле, башҡорт телендәге сараларҙы иң яҡшы алып барыусы икәнлеген күптән иҫбатланы. Үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡара. Бик әҙәпле, белемле, шул уҡ ваҡытта түҙемле кеше. Һәр кем дә былай булдыра алмай. Ысын мәғәнәһендә мәҙәниәт кешеһе, гүзәл ҡатын. Ундай кеше менән эшләүе еңел, ваҡыт үткәнен һиҙмәйһең дә.
Ольга ШИШКИНА, ҡала мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе:
– Фиҙаҡәр, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, һөнәренә тоғро кеше. Профессионал булараҡ та, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та, ул үҙенең һөнәри һәм тормош тәжрибәһе менән йомарт бүлешә. Асыҡ, киң күңелле, берәй хәл килеп тыуғанда кәрәкле һүҙҙе таба белә. Уның менән байтаҡ сараларҙы бергә ойошторорға тура килде. “Кешене урын биҙәмәй, ә урынды кеше биҙәй” тигән һүҙҙәр нәҡ шундайҙар тураһында.
Эльмира ЙОСОПОВА, туғаны:
– Туғандар араһында беренсе башлап йөрөүсе, берләштереүсе. Юбилейҙар, туйҙар, Ҡөръән аштары кеүек сараларҙы тиҙ генә ойоштора һала, туған йәнле, оҫта әңгәмәсе лә ул беҙҙең апайыбыҙ. Берҙәм, татыу булырға һүҙ менән генә түгел, ә үҙ өлгөһөндә өйрәтә. Бар яҡтан да килешкән апайыбыҙ.