Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март , 13:00

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотланы

Яҙғы байрам алдынан ҡаланың Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре «Тормош ризыҡтары» хәйриә ойошмаһы менән берлектә руль артында йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.

Инспекторҙар ҡатын-ҡыҙҙар руль артында булған автомобилдәрҙе туҡтатып ныҡлы һаулыҡ, мөхәббәт һәм ябай ҡатын-ҡыҙ бәхете теләне.

Өйҙә һәр ваҡыт йылылыҡ һәм йәм булһын! Яҡындарыбыҙ һәм туғандарыбыҙ һәр саҡ янығыҙҙа булһын! Һәм, әлбиттә, хәүефһеҙ һәм бәхетле юлдар!, тигән теләктәр еткерҙе инспекторҙар.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: