Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Март 2024, 03:05

Тормошоғоҙ һөйөү менән тулы булһын!

Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Яҙ, наҙ һәм мөхәббәт байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән йөрәк түремдән сыҡҡан ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Тормошоғоҙ һөйөү менән тулы булһын!Тормошоғоҙ һөйөү менән тулы булһын!
Тормошоғоҙ һөйөү менән тулы булһын!

Яҙҙың иҫ киткес байрамы гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ысын күңелдән һоҡланыу һәм рәхмәт белдереүгә сәбәп булып тора. Һеҙ – беҙҙең илһам сығанағы һәм һәр изге башланғыстарыбыҙҙа ла  ярҙамсыларыбыҙ.

Һеҙ өйөбөҙгә ҡот, йәм өҫтәүсе, күңелебеҙҙе йылытыусы, балаларыбыҙға һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә матур тәрбиә биреүсе донъя тотҡаһы, беҙҙең яҡындарыбыҙ өсөн терәк-таяныс булып тораһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта һөнәри эшмәкәрлектә лә ғәйәт ҙур уңыштарға өлгәшәһегеҙ. Тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә үҙегеҙҙе әүҙем күрһәтәһегеҙ.

Бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергияғыҙ, оптимизмығыҙ, маҡсатҡа ынтылышығыҙ һәм эште нәзәкәтлелек менән берләштерә белеүегеҙгә һоҡланмау мөмкин түгел!

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙҙең зирәк аҡылығыҙ һәм аңлай белгәнегеҙ өсөн рәхмәт! Ошо матур яҙғы көндә яҡындарығыҙҙың иғтибарына һәм ихтирамына төрөнөп йәшәгеҙ, тормошоғоҙ һәр саҡ күңел йылыһы, һөйөү һәм уңыштар менән тулы булһын, тип теләйем. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, эшегеҙҙә уңыштар һәм ғаилә бәхете теләйем.

Байрам менән!

 

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

 Стәрлетамаҡ ҡалаһы

 ҡала округы хакимиәте башлығы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас