Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март , 14:05

Өфөлә углеводород наноөлөшсәләрен алыу өсөн импортты алмаштырыусы ҡулайлама уйлап табылды

Өфөлә углеводород наноөлөшсәләрен алыу өсөн импортты алмаштырыусы ҡулайлама уйлап табылды
Өфөлә углеводород наноөлөшсәләрен алыу өсөн импортты алмаштырыусы ҡулайлама уйлап табылды

Өфө дәүләт нефть техник университетының Углеводород технологиялары үҙәге белгестәре графитлы һәм графитлы ҡором рәүешендә наноуглерод алыу өсөн уникаль ҡулайлама әҙерләгән. Килеп сыҡҡан матдә төҙөлөш материалдары һәм автомобиль шиндары етештереүҙән алып көнкүреш һәм спорт изделиелары етештереүгә тиклем киң ҡулланыу даирәһенә эйә.

- Вуз-ара кампусҡа күскәндән һуң беренсе һөҙөмтәләрҙе тиҙерәк алырға тырыштыҡ. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр бында проект эшләнек һәм флэш-пиролиздың камиллаштырылған плазма-химия ҡоролмаһы монтажланды, шулай уҡ графин ҡоромоноң тәүге өлгөләре алынды.

Уйлап табыу импортты алмаштырыу мәсьәләһен хәл итә. Ул композиттар, полимерҙар һәм төҙөлөш материалдары үҙенсәлектәрен яҡшыртыусы нанографит һәм нанографен онтаҡтары алыу өсөн тәғәйенләнгән, - тип аңлатты үҙәк лабораторияһының баш ғилми хеҙмәткәре, ғилми етәксеһе, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Михаил Доломатов.

Ғалимдар һәм студенттар төркөмө сит ил прототиптары нигеҙендә үҙенсәлектәре буйынса өҫтөнлөклө булған плазма-химия ҡулайламаһын әҙерләп сығарҙы. Наноөлөшсәләрҙе өҫтәгәндә материалдар ныҡлылыҡ һәм сыҙамлылыҡ кеүек үҙенсәлектәргә эйә була: автомобиль шиндары тиҙ иҫкермәй, пластмассанан яһалған һауыт-һаба ышаныслыраҡ була, ә ябай бетон юғары сифаттарға эйә була. Наноөлөшсөләр саңғы һәм хоккей сәкәндәре кеүек спорт ҡорамалдарын да камиллаштыра.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: