Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март , 15:47

Иртәгә үк тауыш биреп ҡуям

Билдәле булыуынса, Рәсәй Президентын һайлау өс көн дауамында бара. Күптәр тәүге көндө үк тауыш бирергә планлаштыра.

Иртәгә үк тауыш биреп ҡуям
Иртәгә үк тауыш биреп ҡуям

Мәҫәлән, "Сельские нивы" гәзите баш мөхәррире, коллегабыҙ Альбина Коваленко иртәгә иртән үк һайлау участкаһына юлланасағын белдерҙе. Сөнки ул өс көн дауамында эштә була.

- Беҙ, журналистар һәр ваҡыт һәр ваҡиғаның уртаһында ҡайнайбыҙ. Әле лә һайлау барышын яҡтыртасаҡбыҙ. Өс көн дауамында барған ваҡиға буйынса яңылыҡтар әҙерләү күп ваҡыт һәм көс талап итәсәк, шуға шәхсән үҙем һайлау участкаһына иртәгә иртүк барып етергә уйлайым, сөнки аҙаҡ тик эш менән генә мәшғүл буласаҡмын, - ти Альбина Альберт ҡыҙы.

Ысынлап та, быйылғы һайлауҙар бик уңайлы - эш графигына, башҡа төр мәшәҡәттәргә ҡарап, теләгән көндө үҙ тауышыңды биреп, граждандыҡ бурысығыҙҙы үтәп ҡуйырға мөмкин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау участкалары 15-17 мартта һәр көндө иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләйәсәк.

Иртәгә үк тауыш биреп ҡуям
Иртәгә үк тауыш биреп ҡуям
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: