Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март , 09:57

СТӘРЛЕТАМАҠҠА СӘЛИМГӘРӘЕВТАР ДАН КИЛТЕРҘЕ

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһе йылдан-йыл  популярлаша бара “Етегән” – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнән башланғыс алған “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2024”  республика асыҡ конкурсы традиция  буйынса быйыл да үҙе яралған Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтте. Гран-приҙы быйыл Дыуан районының Мәсәғүт ауылынан Роза һәм Денис Шафиҡовтар яуланы. Улар 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Ә инде быйыл ҡалабыҙҙы И.Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары – Сәлимгәрәевтар (һүрәттә) данланы – улар “Ғаилә ижады” номинацияһында беренсе урын яуланы! 70 мең һумлыҡ бүләкте уларға конкурстың жюри ағзаһы, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова тапшырҙы.

СТӘРЛЕТАМАҠҠА СӘЛИМГӘРӘЕВТАР ДАН КИЛТЕРҘЕ
СТӘРЛЕТАМАҠҠА СӘЛИМГӘРӘЕВТАР ДАН КИЛТЕРҘЕ

Беҙҙә һәр йыл ғаилә йылы һымаҡ үтә!

Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн йөҙҙән ашыу ғаилә ғариза биргән. Республиканың 9 зонаһында үткән һайлап алыу турҙарынан һуң финалға илленән ашыу ғаилә сыҡҡан. Быйыл конкурсҡа хатта сит өлкәлә йәшәгән милләттәштәр ҙә үҙ заявкаһын ебәргән. Баһалама комиссияһы  ағзалары  улар араһынан 14 ғаиләне иң-иңдәр тип билдәләгән. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә ошо ғаиләләрҙе тантаналы шарттарҙа бүләкләнеләр.

Байрамға йыйылыусыларҙы һәр йылдағыса ҡалабыҙҙың данлыҡлы “Торатау” бейеү балалар ансамбле флешмоб менән сәләмләп ҡаршы алды. Ә инде икенсе ҡаттағы фойела төрлө милли ҡул эштәре оҫталарының бик матур күргәҙмәләре ойошторолғайны. Абруйлы ҡунаҡтарҙы ҡалабыҙҙың ағинәйҙәре көләс йылмайып бейеп-йырлап ҡаршы алды һәм халҡыбыҙҙың ғаилә тормошона ҡағылышлы йолаларҙан өҙөктәр күрһәтте. Уларҙың таҡмаҡтарына, ҡурай моңдарына дәртләнеп, ҡунаҡтар ҙа бейергә төшөп китте. Бына шундай ихлас аралашыу күңелдәргә яҙ, наҙ өҫтәп ебәргәндәй булды.

Гала-концерт Стәрлетамаҡ филармонияһы артистарының театрлаштырылған тамашаһы менән башланып китте.

– 2024 йыл Владимир Путин тарафынан  Рәсәйҙә “Ғаилә йылы” тип, ә Башҡортостанда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан “Йәштәр йылы” тип иғлан ителде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, әлеге сара ике йәһәттән дә бик урынлы һәм ваҡытлы булып тора, был бәйгелә ҡатнашҡан һәр ғаилә еңеүсе исеменә лайыҡ, сөнки дәртләнеп, идея булдырып, көс табып, әҙерләнеү – үҙе ҙур хеҙмәт, – тип өндәште залдағы халыҡҡа Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров тәбрикләү һүҙе менән. – Беҙҙең ҡалала барлыҡҡа килгән ошо байрам йылдан-йыл ҙур әһәмиәткә эйә була бара, – тип тә өҫтәне Артур Рәзил улы.

– Башҡортостанда хәҙер күптән инде һәр йыл ғаилә йылы тип иғлан ителә һымаҡ, сөнки республикала ғаилә институты нығытыла, ярҙам күрһәтелә, – тип билдәләне ошо һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажин. –  Ошондай конкурстар беҙгә  ғаилә традицияларын, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап алып ҡалырға һәм киләһе быуындарға тапшырырға ярҙам итәсәк.

 

Йылҡы үрсетеп, ҡурай уйнап, көрәшеп йәшәйҙәр

Бына иң тулҡынландырғыс минуттар – еңеүселәрҙе бүләкләү мәле етте. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” еңеүселәренә бүләктәрҙе абруйлы ҡунаҡтар үҙҙәре тапшырҙы. Конкурс өс номинацияла – “Ғаилә ижады”, “Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре”, “Ғаилә кәсебе” номинацияларында уҙғарылды һәм һәр береһендә  урындар өс категорияға бүленде.

 “Ғаилә кәсебе” номинацияһындағы еңеүселәрҙе Айбулат Вәкил улы иғлан итте. Был номинацияла Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылынан Сәлимгәрәевтар (1-се урын), Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Игебаевтар (2-се урын), Салауат районы Әлкә ауылынан Шәмсетдиновтар ғаиләһе (3-сө урын) призер булды. Еңеүселәр араһында кемдер йылҡы үрсетһә, умартасылыҡ менән шөғөлләнһә, кемдер милли йолалар нигеҙендә йыһаз етештерә.

“Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре”ндә иһә өс ғаилә бүләкләнде. Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева тәбрикләне. Салауат ҡалаһынан Сәмерхановтар – 3-сө урын, Нефтекама ҡалаһынан Йәһүҙиндар – 2-се, Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһынан  килгән Вәлиевтар 1-се урынды алды. Әйткәндәй, был ғаиләлә ҡурайҙа ла уйнайҙар, спорт менән дә шөғөлләнәләр. Вәлиевтар көрәш буйынса ярыштарҙа, бокс, велоспорт буйынса ла һәр ваҡыт алдынғылыҡты бирмәйҙәр.

 “Ғаилә ижады” номинацияһында Күмертау ҡалаһынан Вәхитовтар ғаиләһе 3-сө урынға, Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан Ҡоҙашевтар  2-се урынға лайыҡ тип табылды.

Конкурста шулай уҡ өҫтәмә номинациялар ҙа булды һәм улар буйынса махсус приздар тапшырылды.  Мираҫлы  ғаилә” номинацияһы буйынса  Салауат ҡалаһынан Бикмөхәмәтовтар; “Йәш ғаилә” номинацияһында – Нефтекама ҡалаһынан Ҡарасуриндар; “Күп балалы  ғаилә” номинацияһы буйынса  Дәүләкән ҡалаһынан биш балаға ғүмер биргән Ғәлимовтар; Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылынан Моратовтар “Рухлы ғаилә” номинацияһы буйынса призер булдылар.

 

“Һеҙгә яҙ килеп тә еткән!”

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2024”  республика асыҡ конкурсында Гран-приҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе,  РФ Дәүләт Думаһы  депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова менән БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары  Наталья Лапшина иғлан итте.

– Был ғаиләләр – милләтебеҙҙең йөҙө, киләсәге, – тип баһалап үтте барлыҡ ҡатнашыусыларҙы Эльвира Айытҡолова, – Стәрлетамаҡҡа яҙ килеп тә еткән һымаҡ, сөнки бындағы кешеләрҙән килгән йылы мөхит күңелдә шундай хистәр уята, һеҙҙең ҡала яҡты, тыныс, уңайлы. Был конкурстың шуға нәҡ Стәрлетамаҡта яралғаны осраҡлы түгелдер, ҡала халҡы, ҡала етәкселеге, әлеге бәйгенең, “Етегән”дең “кендек инәһе” Ләйсән Йосопова һәм уның ҡулы аҫтында эшләгән ҡоролтай командаһына ҙур рәхмәт, – тип тә өҫтәп китте Эльвира Ринат ҡыҙы.

 Гала-концертты урындағы ижади коллективтар менән бер рәттән, Өфө ҡунаҡтары, билдәле йырсылар, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлим Ҡәйүмов, “Тамыр” балалар телеканалы, Башҡорт  дәүләт ҡурсаҡ театры артистары, Башҡорт дәүләт филармонияһының “Фэста” вокал төркөмө биҙәне. Сарала  профессиональ сәхнә оҫталары Зилә һәм Хәсән (Башҡортостандың аҡаҙанған артисы) Усмановтарҙың ғаиләһе менән сығыш яһауы байрамға йәм һәм үҙенсәлек өҫтәп ебәрҙе.

 

Ырымбурҙан алып Ханты-Мансиға тиклем

Шуныһы һөйөнөслө, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаусы һәм үҫтереүсе өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған конкурс йылдан-йыл камиллаша, популярлаша, сағыуыраҡ була бара. Стәрлетамаҡта барлыҡҡа килгән проект үҙен ныҡлы иҫбатланы һәм республика статусын алды. Ә хәҙер инде ул төбәк-ара статусына эйә булды. Конкурста Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстандан, Екатеринбург ҡалаһынан, Ханты-Манси автономиялы округынан ҡатнашырға теләп ғариза биреүҙәре тап ошо хаҡта һөйләй.

Һүҙҙе йомғаҡлап шуны әйтергә кәрәк: был юлы “Етегән” байрамы, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының гала-концерты айырыуса юғары кимәлдә, айырыуса күркәм, күңелле һәм йылы мөхиттә уҙҙы.  Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған. Һәр сығыш дәррәү алҡыштарға күмелде.  Ғөмүмән, финалға сығыусы һәр ғаилә ҙур һәләткә эйә булыуы, үҙенсәлеклелеге, булдыҡлылығы менән һоҡландырҙы.  Мәҫәлән, Аҡъярҙан Игебаевтың үҙ шәхси оҫтаханаһы бар – ул мебель оҫтаһы булыуы менән  айырылып торһа, Салауат ҡалаһынан Лилиә Сәмерханова өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауы менән хайран итте. Күмертауҙан килгән Вәхитовтар ҙа – ҡойоп ҡуйған артистар.

Миңә ҡалһа, бында ҡатнашыусыларҙың һәр  береһе – беренселәр, һәр береһе еңеүселәр! Үҙҙәренең эшен дауам итерҙәй рухлы балалар тәрбиәләп үҫтереүе, тырыш  хеҙмәттәре, һәләттәре менән еңеүселәр!

Роза ҠОБАҒОШОВА

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

СТӘРЛЕТАМАҠҠА СӘЛИМГӘРӘЕВТАР ДАН КИЛТЕРҘЕ
СТӘРЛЕТАМАҠҠА СӘЛИМГӘРӘЕВТАР ДАН КИЛТЕРҘЕ
СТӘРЛЕТАМАҠҠА СӘЛИМГӘРӘЕВТАР ДАН КИЛТЕРҘЕ
СТӘРЛЕТАМАҠҠА СӘЛИМГӘРӘЕВТАР ДАН КИЛТЕРҘЕ
СТӘРЛЕТАМАҠҠА СӘЛИМГӘРӘЕВТАР ДАН КИЛТЕРҘЕ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: