Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март , 09:21

Милли технологик олимпиаданан 8 диплом алып ҡайттылар!

Стәрлетамаҡ  3-сө башҡорт лицей-интернатының 11-се класы уҡыусылары Рәсәйҙең 9 командаһы араһында еңеүсе булды. Улар 8 диплом алып ҡайтты!

Милли технологик олимпиаданан 8 диплом алып ҡайттылар!
Милли технологик олимпиаданан 8 диплом алып ҡайттылар!

Пермь ҡалаһында  29 февралдән 2 мартҡа тиклем  “Фотоника” профиле буйынса Милли технологик олимпиаданың һуңғы этабы үтте. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирскиҙан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡатнашыусы командалар килгәйне.

Стәрлетамаҡтан барған “Аралбайчиклар” тигән ҡыҙыҡлы исем йөрөткән еңеүсе команда составына Глеб Чекмарев, Морат Рәхмәтуллин, Руслан Ғөбәйҙуллин һәм Арыҫлан Аралбаев инде.

Команда егеттәре шәхси зачетта иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.  Глеб Чекмарев  еңеүсе, Морат Рәхмәтуллин менән  Руслан Ғөбәйҙуллин призер булдылар. “Жулдыстар” командаһынан призерҙар иҫәбенә лицейҙың 10-сы класс уҡыусыһы Адилет Ҡалмырҙин инде.

Олимпиадала ҡатнашыусылар ике тур үттеләр. Предмет туры физика һәм информатика буйынса теоретик белемде тикшереүҙе үҙ эсенә ала.

“Фотоника” профиле буйынса Милли технологик олимпиаданың еңеүсеһе йәки призеры статусы вузға инеүселәргә бонустарға дәғүә итергә  – профилле БДИ өсөн 100 балл алырға йәки  ҡайһы бер вуздарҙа шәхси ҡаҙаныштар өсөн 10 өҫтәмә балл алырға форсат бирә.

Уҡыусыларҙың “Фотоника” профиле буйынса “Милли технологик олимпиада” Бөтә Рәсәй дисциплина-ара олимпиадаһы РФ Мәғариф Һәм Фән министрлығы ярҙамында Технология түңәрәктәрендә ҡатнашыусылар ассоциацияһы тарафынан уҙғарыла.

Олимпиада РФ Мәғариф Һәм Фән министрлығы исемлегенә индерелгән, еңеүселәргә һәм призерҙарға РФ Президенты стипендияһына дәғүә итеү хоҡуғын бирә.

Р.САФИНА.

Милли технологик олимпиаданан 8 диплом алып ҡайттылар!
Милли технологик олимпиаданан 8 диплом алып ҡайттылар!
Милли технологик олимпиаданан 8 диплом алып ҡайттылар!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: