Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март , 13:00

Улымдың ҡурай моңона бейегәнем өсөн сикһеҙ ғорурланам!

Стәрлетамаҡта үҙенсәлекле балаларҙың әсәләре араһында матурлыҡ конкурсы уҙҙы. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың әсәләре араһында “Уның тураһында. Стәрлетамаҡ – 2024” конкурсы финалсылары йәкшәмбе көндө  Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә йыйылды.

Улымдың ҡурай моңона бейегәнем өсөн сикһеҙ ғорурланам!
Улымдың ҡурай моңона бейегәнем өсөн сикһеҙ ғорурланам!

Был байрам сараһы алдынан конкурсты ойоштороусылар, стилистар, хореографтар,  вокал буйынса, телмәр буйынса һәм башҡа  белгестәр менән ҙур әҙерлек эштәре алып барылды. Конкурстың  финалы дүрт этаптан торҙо: визит карточкалары, милли кейем һәм аш-һыу, ижади номер күрһәтеү һәм сәхнә күлдәгендә сығыу.
Сығыштар ваҡытында һәр конкурсантты яҡындары һәм көйәрмәндәр дәррәү алҡыштарға күмеп, дәртләндереп торҙо.

 “Урааа! Мин  “Миссис Стәрлетамаҡ Классик 2024” булдым. Һәм йәнә лә  “Тамашасы һөйөүе” призына лайыҡ булдым.
Минең өсөн борсолоп, мине ҡеүәтләп, ышаныс белдереүселәргә рәхмәт. Тирә-яғымда шул тиклем ихлас һәм изге күңелле кешеләрҙең булыуы бик шатлыҡлы! Был көн минең өсөн тарихи көн булып ҡаласаҡ. Был көндө мин яңынан “тыуҙым”. (“Яңы Мин” тыуҙым. Һәм шулай уҡ минең башҡарыуымда йыр тыуҙы!” тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә ошо конкурста еңеүсе Гүзәл Сәғитова.

Гүзәл Сәғитова “Уның тураһында.Стәрлетамаҡ – 2024” матурлыҡ конкурсында интернет тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иң күп тауыш йыйып, еңеүсе булды һһәм конкурстың бағыусылары тарафынан (һауыт-һаба йыйылмаһы) иҫтәлекле приз менән бүләкләнде.
- Проект мине үҙгәртте: үҙемде ышаныслыраҡ тоя башланым, күп нәмәгә һәм кешеләргә ҡарата күңел күҙем асылды. Ысынында иһә  проект “матурлыҡ конкурсы” тураһында ла түгел. Барыһынан элек ул үҙеңдең һәм кешеләрҙең күңел матурлығы конкурсы, - тигән фекерҙә Тимурҙың әсәһе. –  Был проектҡа рәхмәтлемен. “Хәҙергә етеп торор, ғаиләм менән күп ҡатнаштым. Инде башҡа ҡатнашмаҫмын”, тип кенә йөрөй инем. Хәҙер улай уйламайым, был конкурс мине ҡанатландырҙы. Күңелем йырға, бейеүгә тартыла. Улым Тимур ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнап торғанда бейемәй нисек түҙәһең!? Милли мәҙәниәткә, ҡурайға һөйөү тәрбиәләгәне өсөн Динар Абдуллинға рәхмәт! Был – оло баһаға лайыҡ хеҙмәт. Шатлыҡлы хис-тойғоларымды, уй-кисерештәремде ниндәй генә һүҙҙәр менән аңлатырға ла белмәйем. Бер нигә ҡарамаҫтан, тырышып һәләтен үҫтергән, тирә-яғындағыларҙы үҙенең ижады менән һөйөндөргән улым өсөн, улым уйнаған ҡурай моңона бейей алғаным өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Хыялым тормошҡа ашты!”, - ти Гүзәл Сәғитова.

 

Улымдың ҡурай моңона бейегәнем өсөн сикһеҙ ғорурланам!
Улымдың ҡурай моңона бейегәнем өсөн сикһеҙ ғорурланам!
Улымдың ҡурай моңона бейегәнем өсөн сикһеҙ ғорурланам!
Улымдың ҡурай моңона бейегәнем өсөн сикһеҙ ғорурланам!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: