Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март , 15:01

Башҡортостанда "Рәхмәт" акцияһының тәүге еңеүселәре билдәле булды.

Еңеүселәр араһында Стәрлетамаҡтан Әлиә Ҡадирова һәм уның улы Тимур бар. Улар президент һайлауҙарында ҡатнашып алған билетты Рахмат102.рф сайтында теркәп ноутбук отҡандар. 

Тимур 30-сы мәктәптең 3-сө класында уҡый, әсәһе әйтеүенсә яңы ноутбук уның уҡыуында кәрәк булыр. Әлиә Ҡадирова һөйләүенсә, акция хаҡында ул социаль селтәрҙәрҙән һәм реклама афишаларынан белгән. Рәсәй Президенты һайлауҙарына барғас, Әлиә улы менән «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашырға була һәм сайтта билет номерын теркәй. Ә кис еткәс үҙҙәренең ноутбук отоп, еңеүселәрҙең береһе булыуын белә.

- Беҙ бөтә һайлауҙарҙа ла ҡатнашабыҙ, бер ҡасан да тороп ҡалған юҡ. Сөнки илебеҙҙең киләсәге һәр беребеҙҙән тора, - тип билдәләне Әлиә Ҡадирова. Бүләк отоусылар Башҡортостан халҡын һайлау участкаһына барып кандидаттарҙың береһе өсөн тауыш бирергә һәм «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашырға саҡыра.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: