Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март , 09:14

Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

Йыл һайын марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә, быйыл был дата 17 мартҡа тура килә. Үҙебеҙҙең тормошто был өлкәлә хеҙмәт итеүселәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, улар һәр ваҡыт беҙгә ярҙамға килергә әҙер.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәрен бүләкләнеләр. Алдынғы хеҙмәткәрҙәргә ҡотлау һүҙҙәре менән Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, уның урынбаҫары Илдар Ғәрифуллин. Рөстәм Фәрит улы барыһына ла ҡалабыҙҙа таҙалыҡ һәм уңайлыҡ булдырғандары өсөн рәхмәт әйтте, шулай уҡ ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм профессиональ уңыштар теләне.

Тантаналы сара сиктәрендә наградлау тантанаһы үтте. Тармаҡтың 22 хеҙмәткәренә намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә өлгәшелгән уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең һәм ҡала округы Советының маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Йыйылыусылар алдында ҡала мәҙәниәт һарайы артистары Глеб Радов, Лилиә Ишембитова һәм Миңлеғәле Хөснөтдинов үҙ сығыштарын бүләк итеп байрамса кәйеф тә өҫтәне.

Фото: ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте

Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр
Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр
Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: