Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март , 21:05

103 йәшлек ветеран да тауыш бирҙе

Николай Михайлович Ефимов. Һуғыштың беренсе көнөнән үк фронтта була ул! Бреста. Фашистарға беренсе ҡаршы тора. Һәм бирешмәй, Еңеү таңын ҡаршы алырға насип була.

103 йәшлек ветеран да тауыш бирҙе
103 йәшлек ветеран да тауыш бирҙе

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тыуған яғына ҡайтҡас һуғышҡа тиклемге шөғөлөн дауам итә – ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай. Ул тормош иптәше менән һигеҙ бала ҡарап үҫтерә.

Бөгөн уға 103 йәш. Әммә ул бирешмәй! Мәҫәлән, бөгөн Николай Михайлович Рәсәй Президенты һайлауҙарында ҡатнашып, тауыш бирҙе.

103 йәшлек ветеран да тауыш бирҙе
103 йәшлек ветеран да тауыш бирҙе
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: