Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март , 10:24

Үҙ бурысын үтәп ышаныслы баҫып ҡайтып китәләр

 

Үҙ бурысын үтәп ышаныслы баҫып ҡайтып китәләр
Үҙ бурысын үтәп ышаныслы баҫып ҡайтып китәләр

«Стәрлетамаҡ-Арена» боҙ һарайында һәр ваҡыт кеше күп, был юлы бында бер нисә сара бер юлы үтә. Волейбол командалары көс һынаша, йәш хоккейсыларҙың матчтары үтә, ғәҙәти күнекмәләр ҙә бара. Шул уҡ ваҡытта, тотош илде берләштергән Президент һайлауҙары ла дауам итә, тап бында ҡаланың 3460-сы һайлау участкаһы урынлашҡан. Бына инде һайлауҙарҙың өсөнсө көнө лә килеп етте, һайлауҙар барышы тураһында һайлау участкаһының рәйесе Юрий Селевёрстов һөйләп үтте:

  • Беҙҙең һайлау участкаһында әүҙемлек иртә менән һиҙелә, хатта сират та йыйылып китә, көн дауамында иһә халыҡ тигеҙ генә килеп тора. Беҙҙең халыҡ тәртипле, барыһы ла яҡшы кәйеф менән киләләр, үҙ бурысын үтәп ышаныслы баҫып ҡайтып китәләр. Беренсе тапҡыр килеп тауыш биргәндәргә сувенир продукциялар бүләк итәбеҙ. Беҙҙә бында етәкселәр килеп тауыш бирҙе. Ә бына ҡыҙыҡлы факттарға килгәндә, спортзалда Стәрлетамаҡтың «Тархан» командаһы менән Санкт-Петербургтың «Автомобилист» командалары араһында волейбол буйынса уйындар үтте. Ситтән килгән спортсылар ярыш ҡалабыҙҙа үтәсәген белеп, беҙҙең участкаға тауыш биреү өсөн алдан ғариза биреп килгән. Шулай, «Автомобилист» командаһы тренеры Арсен Кириленконың тауыш биреүен күркәмләп ҡабул иттек, -тине Юрий Анатольевич.

Һайлау участкаһында буфет эшләй, фото төшөү урыны, балаларға һүрәт төшөрөү өсөн ҙур баннер килтереп ҡуйылған. Кескәйҙәргә шулай уҡ, тәмлекәстәр таратыла.

Лилиә һәм Илшат Ихсановтар, балалары Алина һәм Әмир менән тауыш бирергә килгән ине. Улар иһә, һайлауҙар һәр ваҡыт байрамса үтеүе тураһында билдәләне.

  • Үҙебеҙ ҙә атай һәм әсәй менән тауыш бирергә йөрөнөк, ул ваҡытта Ноғоманов урамында ине беҙҙең һайлау участкаһы. Иң беренсе булып тауыш биреү ғәҙәте бар ине, сәскәләр, бүләктәр тотоп ҡайта торған инек. Хәҙер һайлауҙар өс көн барғас, уңайлы көндө һайланыҡ, әммә бурысыбыҙҙы ошо көндө үтәйәсәкбеҙ икәнебеҙҙе алдан уҡ планлаштырған инек. Хәҙер ҡайтҡас тәмле итеп бергәләп сәй эсеп, һайлауҙарҙы байрамса өҫтәл менән иҫтәлекле ваҡиға итеп тамамлап ҡуйырбыҙ, - тине Ихсановтар.

 

Үҙ бурысын үтәп ышаныслы баҫып ҡайтып китәләр
Үҙ бурысын үтәп ышаныслы баҫып ҡайтып китәләр
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: