Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март , 19:36

Туҡта, әле, барып тауыш бирәйем!

Һәр ваҡыт тауыш биреүҙә ҡатнашам, ти һайлаусыларҙың күбеһе. Шулай ҙа, ҡалабыҙҙың 7-се мәктәбендә урынлашҡан 698-се һайлау участкаһына килгән һайлаусы ағайҙарҙың береһе, тәүгә һайлауы тураһында белдерҙе.

- Мин ябай шофер булып эшләйем. Өлкән булһам да, һәр ваҡыт һайлауҙарҙан тороп ҡала торған инем. "Минһеҙ ҙә хәл итерҙәр, барыһы ла алдан билдәле", тигән уйҙар менән йәшәнем. Был юлы, сит илдәр алып барған сәйәсәтте күреп аптырап ҡуйҙым. Булмаҫ, барып тауыш бирәйем, әле тип килеп еттем, - тине ул.

Президент өсөн генә тауыш биреп ҡалманы, ирекмәндәр эргәһенә барып, үҙенә оҡшаған биләмә өсөн дә тауыш бирҙе ул. Бүләктәргә лә шат булып, рәхмәттәрен әйтеп сыҡты. 

Быйыл ысынлап та, йәштәр ҙә, ололар ҙа һайлау әүҙемлеген күрһәтә. Эштәрҙе ситкә ҡуйып, һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙы алғы рәткә ҡуя. 

Туҡта, әле, барып тауыш бирәйем!
Туҡта, әле, барып тауыш бирәйем!
Туҡта, әле, барып тауыш бирәйем!
Туҡта, әле, барып тауыш бирәйем!
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: