Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март , 15:49

БАРЫҺЫ ЛА ХЫЯЛДАН БАШЛАНДЫ

Стәрлетамаҡта Рауил Ниғмәтуллинға таҡтаташ асылды  Шағир, ғалим-педагог, башҡорт ижтимағи-мәҙәни мәсьәләләрен хәл итеүгә күп көс һалған әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ялҡынлы оратор, оҫта ойоштороусы, 50-нән ашыу йырҙар авторы, йырҙарының һүҙҙәрен үҙе яҙып, көйөн дә үҙе сығарып, үҙе йырлаған йырсы-импровизатор, һабантуйҙарҙа бил бирмәҫ көрәшсе... һәм тағы ла бик күп ҡырлы талант эйәһенең исеме мәңгеләштерелде.

БАРЫҺЫ ЛА ХЫЯЛДАН БАШЛАНДЫ
БАРЫҺЫ ЛА ХЫЯЛДАН БАШЛАНДЫ

Ә бит барыһы ла тормошҡа ашты!

Эйе, ул быға күптән лайыҡ. Рауил Хөрмәт улы Стәрлетамаҡ өсөн дә бик күп эштәр башҡарҙы. Уның Стәрлетамаҡта йәшәгән йылдары ҡалабыҙҙың әҙәби-мәҙәни тарихында яҡты эҙ ҡалдырған иң емешле осор булып ҡалды.

1984 йылда Башҡортостан Яҙыусылар Союзының Стәрлетамаҡ ойошмаһына яуаплы секретарь итеп тәғәйенләнеп, Стәрлегә күсеп килеп йәшәй башлағас та,  Рауил Ниғмәтуллин ең һыҙғанып ойоштороу эштәренә тотондо. Ҡалала “Аманат” башҡорт халыҡ үҙәген барлыҡҡа килтереп, Башҡорт фирҡәһен ойоштороп, үҙе йәмәғәт башланғысында шуның тәүге етәксеһе булды. Тел яҙмышына, халыҡ яҙмышына битараф булмаған  теләктәштәр, рухташтар табып, ошо зыялыларҙы үҙенең янына туплап, иллеләгән-алтмышлаған кеше бер ҡор булып йыйылышып кәңәш ҡоралар улар. Киләсәкте тиҫтәләрсә йылдарға алдан күреү һәләтенә эйә булған тәрән аҡыл эйәһе Вил Ғүмәров, һүҙен ярып әйтер көслө рухлы Зөбәржәт Йәнбирҙина кеүек ҡыйыу ағай-апайҙар  бер төптән егелеп эшләй башлайҙар.

Ул йыйылыштар К.Маркс урамында әлеге Статистика бүлеге урынлашҡан бинала уҙғарыла ине һәм был осрашыуҙарҙа миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Яҙыусылар ойошмаһы тип аталһа ла, был бәләкәй генә бүлмәлә халыҡ өсөн ғәйәт ҙур эштәр башҡарылды. Бығаса булмағанды булдырыу өсөн үтә лә тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ, үткерлек кәрәк ине уларға.  Беҙ, йәштәр шундай ҡыйыу фекер йөрөткән ағай-апайҙарҙың һөйләгән һүҙҙәрен ғәжәпләнеп тә, бер аҙ ышанмайыраҡ та (сәйерһенеп тә) тыңлай инек. Ә һүҙ ҡалалағы мәктәптәрҙә башҡорт кластары булдырыу, башҡорт балалар баҡсаһы асыу, башҡорт телендә гәзит сығарыу, башҡорт драма театры, филармония асыу тураһында бара ине.

Рауил Ниғмәтуллин иң тәүҙә Стәрлетамаҡта башҡорт телендә ҡала гәзитен булдырыуҙы юллай башлай. Гәзит асыу өсөн улар (1989 йылда) Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе Вил Ғүмәров менән халыҡтан ике мең ҡултамға йыйып, Мәскәүҙән рәсми рәүештә рөхсәт алыуға өлгәшә. Ул саҡта кеҫә телефонының ни икәнен дә белмәгән заманда, хатта өй телефондары ла  һирәк күренеш булған саҡта нисек итеп халыҡты йыя алғандарҙыр –  ғәжәп хәл! Шулай итеп, 1990 йылда ҡала яҙыусылары ойошмаһы органы булараҡ, “Стәрле таңдары” гәзитенең тәүге һандары донъя күрҙе. Һуңғараҡ уның исеме “Ашҡаҙар” итеп үҙгәртелде.

Тап шул йылдарҙа беҙҙең ҡалала башҡорт балалар баҡсаһы, башҡорт драма театры, филармонияһын астырыуға күп көс түгергә тура килде был ойошмаға.

“Шул саҡтарҙа уҡ әле ҡалала милли мәктәптәр асыу (милли кластар ҙа булмаған бер мәлдә!), башҡорт драма театры, филармония ойоштороу кеүек төшкә лә инеп сыҡмаған нәмәләр тураһында һөйләрҙәр ине...” – тип хәтерләй хәҙер замандаштары.

Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле: ул заман урамда йөрөгәндә, троллейбуста барғанда йәки башҡа йәмәғәт урындарында үҙ телеңдә һөйләшеү юҡ, мәктәптәрҙә тик рус телендә генә уҡыталар ине. Баш ҡалала сыҡҡан берҙән-бер “Совет Башҡортостаны”нан башҡа башҡорт телендә үҙаллы  гәзит тә юҡ. Филармония ла, башҡорт драма театры кеүек мәҙәни усаҡтар ҙа  Өфөлә генә. Әсә телендә иркенләп аралашырҙай бер ниндәй шарттар ҙа юҡ, ә бында улар әҙәм ышанмаҫтай хәбәр һөйләйҙәр, тип уйлай инек.

Ә бит барыһы ла тормошҡа ашты! Хыялда ғына йөрөткән ошо һүҙҙәр буш һүҙ булып ҡалманы,  бер нисә йылдан Стәрлетамаҡта башҡорт драма театры ла, филармония ла, Бейеү театры ла барлыҡҡа килде. Мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыла башланы, балалар баҡсаларында милли төркөмдәр асылды. Булғанды юҡҡа сығарыуы ғына еңел, ә бит юҡтан бар итеүе еңел булмағандыр ул замандағы ағай-апайҙарға.

Рауил ағай ныҡ тынғыһыҙ булды, егәрле булды. Шулай булмаһа, ул анау тиклем эштәр башҡарыр инеме ни!? Ул бер ҡасан да бер кемгә лә ҡаты бәрелмәне, әйтер һүҙен  тыныс ҡына, ҡәтғи генә итеп аңлатыр ине.

Май айында тыуғанғамылыр, Рауил ағай һәр ваҡыт май ҡояшы кеүек балҡып, асыҡ сырай менән йөрөр ине. Ойошмаға килеп ингән бер кемде лә сәй эсермәйенсә сығарып ебәрмәҫ ине. Сохари менән булһа ла сәй эсереп, ихлас һөйләшеп, алсаҡ йылмайып оҙатып ҡалыр ине. Ул заман милли рухтағы аралашыуға һыуһаған халыҡ  тап ошонда килеп йәненә толҡа таба ине.

 

Был көндө беҙ оҙаҡ көттөк

Ә хәҙер бөгөнгө мәсьәләгә – таҡтаташ асыу мәленә  күсәйек. Был көндө беҙ оҙаҡ көттөк. Иншалла, һәм ошо шатлыҡлы көндө күрергә насип булды. Ә бит Рауил ағайҙың  вафатына егерме йылға яҡын ваҡыт үткән. Был йәһәттән ҙур эштәр башҡарған әлеге ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына рәхмәтебеҙҙең сиге юҡ.

Таҡтаташ асыу тантанаһына халыҡ күп йыйылғайны. Унда “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире, журналист, яҙыусы, Рауил ағайҙың ауылдашы Салауат Кәримов, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, журналист, телсе-ғалим  Ниязбай Сәлимов, драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флүр Ғәлимов,  Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, БДПУ-ның филология факультеты деканы, филология фәндәре докторы Ләйлә Хөсәйенова һәм Рауил Хөрмәт улының ҡыҙы Шәүрә менән улы Илдар, бер туған  ағаһы Зиннәт, ҡустыһы Әнүәр,  бер туған һеңлеһе Нурия һәм шәхестең фекерҙәштәре килгәйне.

Сараға йыйылыусыларҙы ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ләйсән Йосопова сәләмләне.

– Беҙ был эште ике йыл юлланыҡ. Анһат түгел икән, – тине Ләйсән Йәркәй ҡыҙы сараны асып. – Рауил ағайҙың яҡты йөҙө, йылы эҙҙәре ошо ерҙәрҙә ҡалған, балалары ошонда үҫкән. Рауил ағай  Яҙыусылар ойошмаһына нигеҙ һалып ҡына ҡалмаған, халыҡ өсөн баһалалап бөткөһөҙ бик күп эштәр башҡарған. Беҙ уның тураһында мәҡәләләр яҙып торабыҙ. Әле  “Стәрлетамаҡ тарихында шәхестәр яҙмышы” тигән китап әҙерләйбеҙ, китапты сығарып, йылы ҡулдарығыҙға тапшырырға яҙһын.

Ләйсән Йәркәй ҡыҙы шулай уҡ таҡтаташ асыу эшен ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙә, матди ярҙам күрһәтеүҙә  ярҙам иткәне өсөн ҡоролтай ағзаларына, Рауил Хөрмәт улының балаларына рәхмәт белдерҙе.  Артабан сығыш яһаусылар шәхескә бәйле хәтирәләре, фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Рауил ағай миңә ауылдаш булараҡ та яҡын. Ул йәштәргә лә, ололарға ла ихлас, ярҙамсыл булды, – тине   Салауат Ғайса улы. –  Беҙҙең ауыл өсөн дә, район өсөн дә бик күп эштәр эшләне. Парторг та булды, директор ҙа булды. Ғүмәр ауылында Рауил ағайҙың башланғысы менән ултыртылған сауҡалыҡты хәҙер Рауил урманы тип йөрөтәләр. Утыҙ алты ғына йәшендә комсомол ойошмаһы етәксеһе булған сағында ойошторған эш бит ул. Күмертауҙа яҙыусылар ойошмаһын ойоштороуҙа ла өлөшө ҙур булды.

Һүҙен һәр ваҡыт матур итеп, ҡаты ғына итеп әйтә торғайны. Донъяла нисә кеше бар – шунса фекер бар. Рауил ағай кеүек шәхестәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ.  Был сара ҙурыраҡ кимәлдә эшләнергә тейеш. Ҡоролтай ҙур сара ойошторған. Был эшкә тотонған ҡоролтайға рәхмәт.

– Был тарихта ҡала торған эш. Беҙ уны Башҡортостандың арҙаҡлы шәхесе тип әйтә алабыҙ, был – эштең башы ғына тип уйлайым, – тигән баһа бирҙе  шәхескә Ниязбай Сәлимов. –  Беҙҙең ойошмаларыбыҙ, урамдарыбыҙ халҡыбыҙҙың ошондай улдарының исемен йөрөтөргә тейеш. Ул йәшәгән урамға уның исемен биргәндә лә яҡшы булыр ине.

Шул заманда Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында яуаплы сәркәтип булып эшләгән билдәле яҙыусы  Флүр Ғәлимов та Рауил ағай тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты:

– Яҙыусылыҡтан башҡа ул ижтимағи эштәр менән дә  бик әүҙем шөғөлләнде. Стәрлетамаҡта милли усаҡтарҙың асылыуы –  бөтәһе лә Рауил ағайҙың хеҙмәте, – тине ул  йәшлек йылдарын иҫләп. – Уның ауылына барып ингәндә бер матур урман бар, уны “Рауил урманы” тип йөрөтәләр. Әхмәр ауылында парторг булып эшләгән сағында эшләгән эше.

Шәхес хаҡында шул йылдарҙа бергә ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгән замандаштары ла үҙ фекерен еткерҙе.

– Рауил Ниғмәтуллин “Телем, Илем, Халҡым!” тип янып йәшәне. Минең уйымса,  ул, Шәйехзада Бабич, Рәми Ғариповтарҙың эшен дауам итеүселәрҙең береһе булды. Күптәр ҡурҡып, боҫоп ятҡанда, ул үҙ һүҙен ҡурҡмай халҡына еткерергә ынтылған оло ихтирамға, хөрмәткә лайыҡ шәхес. Ҡайҙа ғына сығыш яһаманы ул: лекторийҙарҙа, заводтар, мәктәптәрҙә, райондарға сығып һауынсылар алдындамы, ҡалала төҙөүселәр алдында булһынмы – уның менән үҙемә лә бик күп сараларҙа ҡатнашырға тура килде. Ул йылдарҙа гөрләп үткән “Башҡорт ҡунаҡханаһы” кисәләрендә сығыш яһаусы ла Рауил Ниғмәтуллин булды. Ошо сараларҙа  уның күп кенә йырҙарын башҡара инем. Ҡала күләмендә үткән “Ҡышҡы балҡыш”, “Алтын көҙ”, “Еңеү яҙы”, “Йәйҙең йәмле кистәре” кеүек йыр-шиғыр байрамдарын күптәр хәҙер һағынып иҫкә ала. Киләсәктә лә уның үҙе ижад иткән йырҙарын, шиғырҙарын онотмаһаҡ ине, – тип бүлеште хәтирәләре менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вәсилә Халиҡова.

Рауил ағай Өфөгә күсеп киткәс тә Стәрлетамаҡҡа килеп хәлдәрҙе белешеп йөрөр ине. Башланған эш – бөткән эш, тигәндәй, ул башлаған изге эштәрҙе артабан Вил Ғүмәров, Зөбәржәт Йәнбирҙина кеүек рухташтары дауам итте.

Иншалла, бөгөн Стәрлетамаҡ милли-мәҙәни үҙәк булып гөрләп йәшәй, балалар үҙ телендә белем алып, әсә телендә иркен һөйләшә. Бында, һис шикһеҙ, Рауил ағай Ниғмәтуллин кеүек шәхестәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ һәм беҙ уларҙың яҡты рухы алдында баш эйәбеҙ.

Вафатына егерме йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, ул һаман да беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Ихлас йылмайып Стәрле урамдарынан дәртле баҫып йөрөйҙөр һымаҡ. “Булғандың ҡәҙерен белегеҙ, еребеҙҙе, телебеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ!” тип әйтәлер һымаҡ...

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

БАРЫҺЫ ЛА ХЫЯЛДАН БАШЛАНДЫ
БАРЫҺЫ ЛА ХЫЯЛДАН БАШЛАНДЫ
БАРЫҺЫ ЛА ХЫЯЛДАН БАШЛАНДЫ
БАРЫҺЫ ЛА ХЫЯЛДАН БАШЛАНДЫ
БАРЫҺЫ ЛА ХЫЯЛДАН БАШЛАНДЫ
БАРЫҺЫ ЛА ХЫЯЛДАН БАШЛАНДЫ
БАРЫҺЫ ЛА ХЫЯЛДАН БАШЛАНДЫ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: