Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель , 18:19

ФОЛЬКЛОРҘЫ ХАЛЫҠҠА ҠАЙТАРҒАН ҒАЛИМ

Салауат Галин иҫтәлегенә арнап ҙур конференция үтте Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында күренекле фольклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге һәм Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Салауат  ГАЛИНдың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған “Заманса ҡаҙаныштар юҫығында төрки филологияһы” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли  конференцияһы булды. Унда ғалимдың ҡыҙы Гөлназ Галина, күренекле фән эшмәкәрҙәре, башҡорт һәм төрки филологияһы уҡытыусылары, студенттар, уҡыусылар һәм журналистар ҡатнашты.

ФОЛЬКЛОРҘЫ ХАЛЫҠҠА ҠАЙТАРҒАН ҒАЛИМ
ФОЛЬКЛОРҘЫ ХАЛЫҠҠА ҠАЙТАРҒАН ҒАЛИМ

Исеме Стәрлетамаҡ менән тығыҙ бәйле

Был иҫ киткес бай йөкмәткеле сара (ҡурайҙа Динар Абдуллин уйнауында) халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле гимнына әйләнгән мәшһүр “Урал” йыры менән башланып китте. Сараны башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре кандидаты, доцент Рәйсә Илишева алып барҙы.

– Халыҡ үҙенең шәхестәре менән бөйөк. Һәр заман үҙенең батырын тыуҙыра, һәр заман үҙенең Салауатын булдыра, – тип өндәште конференцияға йыйылыусыларға Рәйсә Хәким ҡыҙы.

Вуздың  директоры, филология фәндәре докторы, профессор Игорь Сыров үҙенең сығышын матур итеп башҡортса сәләмләү һүҙҙәре менән башлап ебәрҙе.

– Был шәхестең исеме Стәрлетамаҡ менән тығыҙ бәйле. Ул бында ғалим булып формалашҡан, фән буйынса проректор дәрәжәһенә тиклем үҫешкән, – тине Игорь Анатольевич һәм ғалимдың эшмәкәрлеге тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтте.

Залда йәнә моң ағыла... Ошо тетрәндергес моң, күңелдәрҙе  болоҡһотоп, тарих төпкөлөнә алып китә... Салауат Әхмәҙиә улының тауышы яҙылған яҙма икән ул. “Ғилмияза” йырын шул тиклем дә бирелеп йырлаған икән ағай... Ә бит күптәребеҙ шул тиклем тәрән интеллектлы ғалимдың иҫ киткес тәрән моң эйәһе лә  икәнлеген белмәй инек. Хәйер, башҡорт халыҡ йырҙарының һәр береһе үҙе бер тетрәндергес тарих бит ул.

– Ул фольклорҙы йыйыусы, системалаштырыусы һәм халыҡҡа кире ҡайтарыусы, – тине Рәйсә Хәким ҡыҙы ғалимдың баһалап бөткөһөҙ эшмәкәрлегенә ҡараш ташлап. – Фольклор буйынса тәүге китабынан уҡ фәнгә ғәйәт тәрән белемле, үҙенсәлекле ҡарашлы ғалим килгәнлеге күренә һәм утыҙ дүрт кенә йәшлек автор республиканың Ғ.Сәләм премияһына лайыҡ була. Ә инде теүәл ике йыл үткәс, 1970 йылда республикала киң билдәлелек яулаған перспективалы йәш белгес  Стәрлетамаҡҡа эшкә килә. Салауат Галин 70-80-се йылдарҙа Стәрлетамаҡта башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеү һәм уҡытыуҙы заманса юғарылыҡҡа күтәргән шәхес, ул Башҡортостан буйлап тиҫтәләрсә фольклор экспедициялары ойоштора, халыҡ гәүһәрҙәрен йыя. Туған тел уҡытыусыларын әҙерләүҙә ҙур хеҙмәт күрһәткән, был юлда бөгөнгәсә актуаллеген юғалтмаған бай традициялар, эффектив үҫеш йүнәлештәрен булдырған талантлы ойоштороусы, фән юлында үҙенең мәктәбен булдырған Остаз алдында, беҙ, әлбиттә, үҙебеҙҙе бурыслы тип һанайбыҙ. Бөгөнгө ҡорға ғалимды иҫкә алыу, уның бай фәнни мираҫын барлау, фәндә һәм мәғариф өлкәһендә перспективалы үҫеш йүнәлештәрен билдәләү  маҡсаттарында йыйылғанбыҙ. Салауат Әхмәҙиә улы Галиндың исемен мәңгеләштереп, Башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты быйылдан башлап уҡыуҙа, фәндә, йәмәғәт эшендә уңышҡа өлгәшкән вуз һәм колледж студенттарына һәм мәктәп уҡыусыларына профессор Салауат Галин исемендәге премия тапшырасаҡ, бөгөн шулай уҡ, ғалимдың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы, студенттар һәм уҡыусылар араһында ғилми конкурс  йомғаҡтары иғлан ителәсәк.

Конференцияла профессор Салауат Галин исемендәге премияның тәүге лауреаттарын да бүләкләнеләр. Пемияның тәүге лауреаттары – Ләйлә Абдулова (Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы), Рузалина Латипова (Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы), Зөлфиә Абдуллина (Мәләүез районының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы гимназияһы) бүләкләнде.

Конференцияла ҡатнашыусылар Салауат Галин тураһында йылы хәтирәләре менән бүлеште, ғалим-педагогтың шәхесе, уның күп яҡлы эшмәкәрлеге, ғилми мираҫын өйрәнеүгә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.

 

Рухи ҡомартҡылар, әҙәби традициялар

Форумда төрки филологияһын заман талаптарынан сығып өйрәнеү, туған телебеҙҙең таҙалығын һаҡлау, халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡылары, әҙәби традициялар кеүек мөһим мәсьәләләр тураһында һүҙ барҙы. Салауат Галиндың ҡыҙы, сәнғәт фәндәре докторы Гөлназ Галина, ғалим менән Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, уҡытыусы-ветерандар: Ғәлийән Ҡаһарманов, Мәрйәм Ҡаһарманова, филология фәндәре докторҙары (М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Башҡорт фольклоры  ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе) Розалия Солтангәрәева, шәхестең яҡын дуҫы Әхмәт ағай Сөләймәновтың ҡыҙы Нәркәс Хөббөтдинова,  Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминологик комиссия етәксеһе Миңһылыу Усманова, юрист, философ, этнограф, философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминев; филология фәндәре кандидаты, М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире, доцент Ғәҙилә Бүләкова, Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре, фән кандидаттары Регина Фазылова, Роза Хөснуллина, Миләүшә Арыҫланова, яҙыусы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе Тәлғәт Шаһманов, шағирәләр Рита Фәтҡуллина, Рәзилә Ҡотлогилдина, Зөһрә Үтәғоловаларҙың сығыштары уйландырҙы, рухи яҡтан байытты.

Конференцияның йыйынтығына 200-гә яҡын ғилми мәҡәлә инде. Башҡортостан ғалимдары, уҡытыусылар, аспиранттар, магистранттар, студенттар, уҡыусылар менән бер рәттән, Татарстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Сыуаш, Тыва, Алтай, Саха республикаларынан, Үзбәкстандан ғалимдар, йәштәр үҙҙәренең ғилми эҙләнеүҙәрен тәҡдим итте.

 

“Атайым күрһәткән юлдан барам!..”

Конференцияның пленар өлөшөндә тәүге һүҙҙе ғалимдың ҡыҙы Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, сәнғәт фәндәре докторы, билдәле музыка белгесе Гөлназ Галина алды. Ҡала мөхитендә үҫкән ҡыҙ башҡортса таҙа итеп һөйләүе менән һоҡландырҙы ла, бала саҡ хәтирәләре менән әҫәрләндерҙе лә.

– Атайым Стәрлетамаҡҡа ғүмеренең иң матур йылдарын бирҙе. Йылдар үтеү менән атайымдың яҡты образы күңелдә төплөрәк, аңлайышлыраҡ булып төҫмөрләнә, әйткән һүҙҙәре зиһенгә яңыса һеңә, күңелгә көс бирә, – тип башланы һүҙен Гөлназ Салауат ҡыҙы һәм артабан атаһына бәйле хәтирәләрен бәйнә-бәйнә һөйләп үтте. – Уның менән бәләкәйҙән ниндәйҙер эске бәйләнеш, күңелдәр ауаздашлығы, рухи яҡынлыҡ булды. Төрлө-төрлө эштәргә күмелеүенә ҡарамаҫтан, мине бер ҡасан да күҙ уңынан ысҡындырманы, ҡыҙым тип өҙөлөп торҙо. Ғөмүмән, тәрбиә мәсьәләһенә бик етди ҡараны.

Йыш ҡына минән: “Һөнәр һайлағанда атайығыҙҙың йоғонтоһо булдымы?” – тип һорайҙар. Әлбиттә, йоғонтоһо бик көслө булды. Әгәр атайым булмаһа, мин музыка белгесе булмаҫ та инем. Ул миңә: “Музыка белгесе бул” тип төбәп кенә әйтмәһә лә, башҡорт музыкаһына йүнәлеш бирҙе. Эш хатта мине етәкләп музыка мәктәбенә алып барыуҙа ла түгел, ә тормошомдоң маҡсатын ап-асыҡ итеп билдәләүҙә, башҡорт музыкаһы, сәнғәте менән ҡыҙыҡһындырыуҙа. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, мине ошо юлға баҫтырҙы: өйҙә гел генә башҡорт сәнғәте, музыка ғилеме алдында торған проблемалар хаҡында һүҙ йөрөттө.

Атайым минең кем булырға теләүем хаҡында артыҡ күп һөйләшмәнек, шулай ҙа тормош ваҡиғаларын иҫкә төшөрһәң, уларҙың сылбыры үҙенән-үҙе теҙелә кеүек. Мин 4-се класты уҡып бөткәс, “Заман һәм фольклор” китабының гонорарына миңә фортепиано алып бирҙе. Баянды артыҡ күрһә лә, ул үҙе лә пианино артына ултырып, уйнап, йырлап алырға ярата ине.

...8-се класта уҡығанда бер һөйләшеп ултырғанда, “Музыка белгесе булам” тигәс, атайымдың төҫө үҙгәреп китте һәм ҡәтғи генә итеп: “Улайһа, телде өйрән. Телде белмәһәң, йөрөрһөң ана шуның һымаҡ”, – тип бер яҡын ғына музыковед апайҙың исемен әйтте. Нисек инде опера хаҡында уның нимә тураһында икәнен белмәйенсә яҙмаҡ кәрәк?!

Әйткәндәй, өйҙә атайым гел башҡортса һөйләште, “папа” тип русса өндәшһәң, йә ишетмәмешкә һалыша, йә русса әйткәнеңде тыңлай ҙа шунан: “Ҡыҙым, инде шул һүҙеңде башҡортса ҡабатла”, – ти торғайны. Бала саҡта быны аңламай инем, хәҙер бик дөрөҫ эшләгән тигән фекергә киләм. Бөтә ата-әсәләр ҙә шулай итһә, бәлки,  тел мәсьәләһендә беҙ бөгөнгө хәлгә ҡалмаҫ инек.

Атайым, әлбиттә, фольклорсы, әммә классик музыканы ла бик һәйбәт белде һәм яратты. Был инде әсәйемдең йоғонтоһо, уның менән йәш саҡта классик концерттарға, балет, операларға йыш йөрөнөләр. Яҙышып арыһа, ул гел “Маяк” радиоһынан классик музыка тыңлап алыр ине. Баянда ла оҫта уйнаны, аккомпанементын халыҡ музыканттары кеүек, нисек етте шулай түгел, ә бик дөрөҫ алды. Шуға ла ул Мәғарифты үҫтереү институтында мәҙәниәт кафедраһын ойоштороп, “Башҡортостан мәҙәниәте”нән программа төҙөй алды, тип уйлайым. Уға консультацияға башҡорт теле уҡытыусылары ғына түгел, музыка, донъя художество мәҙәниәте уҡытыусылары ла йыш килә торғайны.

Атайым үҙе лә оҫта йырлай торғайны. Моғайын, заманында тейешле шарттар булһа, ул музыкант булыр ине.

Гөлназ Салауат ҡыҙы атаһының китаптарын факультетҡа һәм музейға бүләк итте.

– Сәнғәт институтында музыка буйынса уҡытыуыма ҡырҡ йыл булды, һәр ваҡыт атайымдың китаптары ҡулымда, – тине ул. – Уның эшмәкәрлеген ике өлөшкә бүлергә була: фольклористикаға һәм юғары белем биреү өлкәһендәге уҡытыуға, яҙышыуға. Уҡытыу эшен ул иң изге эш тип һананы. “Салауат Әхмәҙиевич, ҡыҙығыҙ эшегеҙҙе дауам итәме?” тиһәләр, ул “Аллаға шөкөр, Аллаға шөкөр!” – тип яуап бирер ине.

 

Уның исемен башҡа өлкәләр күтәреп сыҡҡан...

Гөлназ Салауат ҡыҙы заманында бар йәмәғәтселекте тетрәндергән фажиғәле ваҡиғаларҙы ла иҫкә төшөрөп үтте.

– Әсәйем вафат булғас (ә ул 1982 йылда лоджиянан ҡолап һәләк булды), атайымдың тормошо ныҡ ҡатмарлашты, уны ғәйепләүселәр ҙә, аяҡ салыусылар ҙа табылды. Асылда уның бөтә артабанғы тормошо эске драматизм, бөтмәҫ көрәш менән һуғарылды. Мәҫәлән, “Башҡорт халыҡ ижады”ның күп томлы баҫмаһында йырҙар томын мауығып әҙерләне ул. Милли фольклористикабыҙҙа оло бер ҡаҙанышҡа әүерелгән был баҫманың 18 томы ла баҫылып сыҡҡас, 1989 йылда редколлегия ағзаларының барыһы ла Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булды. Атайым ғына был премиянан мәхрүм ителде.

Ә 2001 йылда Рәсәй хөкүмәте премияһы бирелгәс, ул шундай оло ҡыуаныс кисерҙе! “Мине башҡорттар йәшәгән Рәсәй өлкәләре күтәреп сыҡты! Ҡурған, Силәбе, Һамар... Рәхмәт уларға!” – тиер ине шатлығын йәшермәй.

Абруйы сикһеҙ ине атайымдың. Кешеләр уны яратты, уға ынтылды. Баймаҡҡа ҡайтырға сыҡһаң, үткән һәр район һайын ҡунаҡ була-була ҡайтып етеп булмай торғайны. Күп кешенән: “Салауат Әхмәҙиевич минән башҡорт яһаны, миндә милли рух уятты”, – тип ишеттем.

Атайым институтта уҡығанда хатта башҡорт хорын да ойоштороп, уға етәкселек иткән кеше бит ул! Уның моңо рәсми эштәрҙе яйға һалырға ярҙам иткән! Магнитогорскиҙа башҡорт теле уҡытыу мәсьәләһен хәл итергә тип йөрөгәндә, табында “Сәлимәкәй”ҙе йырлап ебәреүе була, шунда уҡ ике яҡтың делегацияһы ла ҡала мәктәптәрендә башҡорт кластарын асыу тураһында килешеүгә  ирешә.

– Әйткән һүҙе үткер, талапсан, күңелеңә етерлек, сәпкә тейерлек, шул уҡ ваҡытта шиғри күңелле Салауат Галиндың Хәтер кисәһе Шиғриәт көнөнә тап килеүен Хоҙайҙың бер хикмәтелер тип ҡабул итәйек, – тине Рәйсә Хәким ҡыҙы форумды йомғаҡлап.

Халыҡ йыры менән башланып киткән Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы күренекле сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның ҡобайыры, әйтеше менән тамамланды.

Ҡасандыр ошо вузды ҡыҙыл дипломға тамамлап, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын ғилми яҡтан ентекле өйрәнеп, яңынан халыҡҡа ҡайтарған фольклорсы-ғалим  Салауат Галиндың яҡты рухын бына шулай итеп иҫкә алдыҡ.

Конференцияла ҡатнашыусылар бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алды. Бай йөкмәткеле, ныҡлы уйланып ойошторолған ғилми ҡор дүрт-биш сәғәткә һуҙылһа ла, халыҡ һис таралышырға теләмәне. Ошондай юғары кимәлдәге  ғилми конференциялар ойоштороп, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе иҫкә алып, киләсәккә фәнни алмаш әҙерләүҙе мөһим маҡсат итеп ҡуйған башҡорт һәм төрки филологияһы факультетына, вуз етәкселегенә ҙур рәхмәт. Артабан да, бер ҡор булып ойошоп, дәртләнеп эшләргә яҙһын!

 

 

 “Ул уҡытыусы кеүек ябай, ғалим кеүек олпат. Уның хеҙмәттәре халыҡҡа, мәғариф эшенә хеҙмәт итә.”

(Рафаэль Аҙнағолов, педагогия фәндәре докторы).

 

“Монография яҙамы, дәреслек төҙөймө, уҡытыусылар өсөн методик йәки уҡыу ҡулланмаһы яҙамы, уҡыу программалары әҙерләйме – Салауат Галин иң элек фольклорсы булып ҡала. Өҫтәүенә, ул мәғариф эшенә хеҙмәт иткән арҙаҡлы педагог”.

(Әхмәт Сөләймәнов, филология фәндәре докторы).

 

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Автор фотолары. Фотолар шулай уҡ вуздың асыҡ сығанаҡтарынан алынды.

ФОЛЬКЛОРҘЫ ХАЛЫҠҠА ҠАЙТАРҒАН ҒАЛИМ
ФОЛЬКЛОРҘЫ ХАЛЫҠҠА ҠАЙТАРҒАН ҒАЛИМ
ФОЛЬКЛОРҘЫ ХАЛЫҠҠА ҠАЙТАРҒАН ҒАЛИМ
ФОЛЬКЛОРҘЫ ХАЛЫҠҠА ҠАЙТАРҒАН ҒАЛИМ
ФОЛЬКЛОРҘЫ ХАЛЫҠҠА ҠАЙТАРҒАН ҒАЛИМ
ФОЛЬКЛОРҘЫ ХАЛЫҠҠА ҠАЙТАРҒАН ҒАЛИМ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: