Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель , 12:37

Ирҙәрҙе эшкә саҡыралар

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы 18 йәштән алып  55  йәшкә тиклемге ир-аттарҙы Эске эштәр органдарына полиция-дежур часы водителе вазифаһына  хеҙмәткә саҡыра.

Ирҙәрҙе эшкә саҡыралар
Ирҙәрҙе эшкә саҡыралар

Эш графигы: бер тәүлек эшләп, ике тәүлек ял итергә. Хеҙмәт хаҡы: 35-45 мең һум. Полиция хеҙмәткәрҙәренә бирелгән льготалар һәм социаль гарантиялар ҙар бар. Улар иҫәбендә: хеҙмәткәргә һәм бер ғаилә ағзаһына РФ биләмәһе буйынса йылына бер тапҡыр отпускыға юл хаҡын түләү; бушлай медицина хеҙмәтләндереүе, шул иҫәптән ғаилә ағзаларына; Эске эштәр министрлығы системаһындағы ял йорттары һәм санаторийҙарында ял итеү һәм дауаланыу мөмкинселеге, шул иҫәптән ғаилә ағзаларына; пенсия йәшен льготалы иҫәпләү; Эске эштәр министрлығы институтында бушлай юғары юридик белем алыу мөмкинсеге һәм карьера үҫеше перспективаһы; торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләүҙәр, торлаҡты ҡуртымға алыу өсөн компенсациялар алыу мөмкинселеге; хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына балалар баҡсаһында льготалы сират буйынса урындар биреү; йыл һөҙөмтәләре буйынса премия биреү.

Эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса артабанғы телефондар аша мөрәжәғәт итергә: 8-991-119-59-29, 8-999-742-62-05, 8-927-321-78-98, 8-937-344-13-40.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: