Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель , 19:38

Проект еңеүселәре билдәләнде

Бөгөн Стәрлетамаҡтың  Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы базаһында мәҙәни башланғыстарҙы Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырған  “Йәнле биттәр” проектының йомғаҡлау этабы булды.

Проект еңеүселәре билдәләнде
Проект еңеүселәре билдәләнде

Проект сиктәрендә 2023 йылдың  авгусынан алып 2024  йылдың апреленә тиклем  рус классик әҙәбиәте, рус халыҡ әкиәттәре буйынса төрлө саралар уҙғарылды. Шул иҫәптән,  дүрт ҡала китапханаһы базаһында Микрофон янында китап”, “Сәхнәлә –  китап”, “Ҡулдарым менән әкиәт ижад итәм”,  “Һандарҙа китап” тип аталған ижади оҫтаханалар булдырылды.

Артабан “Сәхнәлә классика” ҡала конкурсында ҡатнашыусылар  сығыш яһаны.

26 ғаризанан жюриға 16 постановка тәҡдим ителде, шуларҙан иң яҡшы тип табылған 5 кескәй сәхнә әҫәре күрһәтелде:

20-се балалар баҡсаһы “Буратино” әкиәтен;
37-се балалар баҡсаһы “Мойдодыр;
67-се балалар баҡсаһы “Ҡарһылыу”;
79-сы балалар баҡсаһы “Тегенсе ҡуян” әкиәтен ҡуйҙы ;
“Катарсис” өлгөлө  инклюзив студияһы “Багаж” шиғыры буйынса сәхнәләштергән әҫәрен күрһәтте. Балалар араһында әкиәттәр аша уҡыуға һөйөү уятыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйған  театр тамашалары кескәй тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.

Р.ЗАМАНОВА.

Проект еңеүселәре билдәләнде
Проект еңеүселәре билдәләнде
Проект еңеүселәре билдәләнде
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: