Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель , 17:27

Финалсыны ҡотлайбыҙ!

Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында “Башҡорт  теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2024” төбәк-ара конкурсының  тантаналы йомғаҡлау сараһы үтте.

Финалсыны ҡотлайбыҙ!
Финалсыны ҡотлайбыҙ!

Был конкурс һәр йылдағыса шаулап-гөрләп, милли рухлы, сәмле, матур сара рәүешендә барҙы.  Бер нисә көн дауам иткән конкурстар  барышында уҡытыусылар асыҡ дәрестәр үткәрҙе, уҡыусылар менән әңгәмәләр ойошторҙо, оҫталыҡ кластары күрһәтте, матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Быйыл был бәйгелә йәмғеһе 55 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Улар араһында күрше өлкәләрҙә башҡорт теле дәрестәрен алып барған уҡытыусылар ҙа бар ине. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Николай Суханов исемендәге 33-сө мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфиә Факил  ҡыҙы Һөйәрембәтова бер нисә көн дауам иткән көсөргәнешле конкурстың бөтә этаптарын уңышлы үтеп, финалға сыҡты һәм  "Инновацион технологияларҙы уңышлы ҡулланғаны өсөн" номинацияһында еңеүсе булды. Ҡалабыҙҙың данын күтәргән уҡытыусыны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Р.ЙӘЛИЛЕВА

Финалсыны ҡотлайбыҙ!
Финалсыны ҡотлайбыҙ!
Финалсыны ҡотлайбыҙ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: