Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель , 17:29

Маҡсатыбыҙ – Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешеү

Бисмилләһир-рәхманир-рәхим!  Беҙ, мосолмандар өсөн изге булған Ураҙа ғәйете көнө килеп етте.

Маҡсатыбыҙ – Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешеү
Маҡсатыбыҙ – Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешеү

Ун бер ай буйына кеше рухи яҡтан туҙа, физиологик яҡтан, ғилем яғынан, иман яғынан туҙа, сөнки әрләшеп тә алабыҙ, ғәйбәт тә булды, ялған да булды. Аллаһы Тәғәлә төҙәлер өсөн, яңырыр, таҙарыныр өсөн, иманды арттырыр өсөн, ғилемде арттырып, киләһе ун бер ай буйына юғары рухи көс менән йәшәү өсөн, иман менән тағы ла бер башҡа күтәрелер өсөн ҡуйған Рамаҙан айын.

 Рамаҙан – рәхмәт, мәғфирәт, сабырлыҡ айы, ризыҡтың ҡәҙерен, меҫкен етемдәрҙең хәлен, вафат булғандарҙың ҡәҙерен белә, сабыр итә, изгелек эшләй торған ваҡыт.

Беҙҙең мөһим маҡсатыбыҙ – Аллаһы Тәғәләнең ҡәнәғәт булыуына ирешеү, башҡа маҡсат юҡ. Әгәр ошо айыбыҙҙа ҡылған ғибәҙәттәребеҙ, изгелектәребеҙ күңелгә рәхәтлек биргән икән, ни өсөн һуң ошо рәхәтлекте ғәйеттән һуң да эҙләмәйбеҙ? Ошо айҙа ураҙа тотоу һиңә еңел булған икән, ошо рәхәтлекте дауам ит! Шәүүәл айының алты көнө – нәфел ураҙалыр, Аллаһы Тәғәлә Рамаҙан айы ураҙаһының тәмен тойоу хисе биргән икән, Пәйғәмбәребеҙ аҙнаға ике көн, ай уртаһында өс көн ураҙа тотҡан, ғәрәфә көндәрендә тотоуың менән ураҙаңды, төнгө намаҙыңды дауам ит! Төнгө тәмле йоҡоларыңды бүл, тәһәжжүд намаҙын уҡы, саҙаҡаларыңды, зәкәтеңде бир, Ҡөръән уҡыуыңды дауам ит!..

Ғаләмдәр, беренсе һәм һуңғыларҙың Раббыһы, ҡиәмәт көнө хужаһы Аллаһы Тәғәләгә мең-мең шөкөрҙәребеҙ, маҡтау, ололауҙарыбыҙ булһын! Беҙгә хаҡ динебеҙҙе өйрәткән, беҙҙең өсөн күркәм булған һөйөклө Пәйғәмбәребеҙгә күңел түребеҙҙән сыҡҡан доғаларыбыҙ Аллаһы Тәғәләнең сәләме һәм салауаты булһын. Аллаһы Тəғəлə ураҙаларыбыҙҙы һəм доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен, мəрхəмəтлек күрһəтһен, тигән теләктәремде еткерәм.

 Быйыл ғәйет намаҙы 10 апрелдә иртәнге сәғәт 8-се яртыла Яңы мәсеттә (Латипов урамы, 47-се йорт); сәғәт 8.00- дә Отрада мәсетендә (Мәктәп урамы, 2д йорт); сәғәт 9.00-дә “Мөхәммәтсәлим” мәсетендә (Ҡаранай Моратов урамы, 9-сы йорт); 9-сы яртыла Латипов урамындағы Иҫке мәсеттә уҡыла.

Фытыр саҙаҡаһы кеше башына 150 һумдан башлап бирелә. Хәллерәктәр, байҙар хәленән ҡарап арттырып бирә.

 Изге доғалар теләп, ғәйет байрамы байрамы менән тәбрикләп, РИШАД хәҙрәт.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: