Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель , 12:03

УРМАН ШАУЫ, БӨРКӨТ САҢҠЫУЫ ИШЕТЕЛГӘНДӘЙ...

...Сәхнәгә ҡарағайҙай төҙ, һомғол буйлы егет сыға ла, тыныс ҡына, әммә көслө, башҡаларҙыҡына һис тә оҡшамаған  яңғырауыҡлы баритон тауышы менән йырлап ебәрә. Үҙен тотошо менән опера йырсыларын  да хәтерләтеп ҡуя ул. Ошо моң, әйтерһең дә, алыҫтарҙан, тарих төпкөлөнән ата-бабаларҙан сәләм алып килә, күңелде ниндәйҙер һиллек, ғорурлыҡ тойғоһо биләп ала. Ошо эске бер ауазда урман шауы ла, бөркөт саңҡыуы ла ишетелгәндәй була, мәғрур Урал ҡаяларына ҡаҡлығып, йәнә әллә ҡайҙарҙан әйләнеп килгән моң  даръяһы үҙе сал тарих һөйләй төҫлө...

УМАН  ШАУЫ, БӨРКӨТ  САҢҠЫУЫ  ИШЕТЕЛГӘНДӘЙ...
УМАН ШАУЫ, БӨРКӨТ САҢҠЫУЫ ИШЕТЕЛГӘНДӘЙ...

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең миҙгел асыу концертында яңы ғына эш башлаған йәш йырсы Илдар Әбдрәшитов тәүге сығышынан уҡ ана шулай халыҡ күңелен биләп алды. Хәҙер был концертҡа ла ун йыл үтеп киткән!..

... 2012 йылда Өфө сәнғәт училищеһын уҡып бөтөп, сығарылыш имтихандарын тапшырып йөрөгәндә, уны хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ярай әле диплом алғансы армияға алыуҙы ике айға кисектереп торалар.

 “Пензала өс ай артиллерия академияһында учебкала булғанда ике тапҡыр йырланым, унан һуң Көньяҡ Осетияла.” (4-се гвардия хәрби базаһында) хеҙмәтемде дауам иттем, – тип хәтерләй һалдат йылдарын Илдар. – Тик унда йырларға тура килмәне.

Армиянан ҡайтҡас, уҡыуын артабан сәнғәт институтына дауам итергә теләге булһа ла, Илдар имтихандар тапшырыуға өлгөрмәй ҡала. Шулай итеп, институтҡа инеү кисектерелә һәм ул 2013 йылда Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенә эшкә килә.

 Әңгәмәләшеү барышында уға бер-бер артлы һорауҙар яуҙырам:

 – Сәхнәләге беренсе сығышыңды иҫкә төшөрәйек әле? Тәүге еңеүҙәрең ҡасан башланды? Бындай күңелгә ятышлы тембрлы, сағыу тауыш кемдән бирелгән?

 – 1997 йылда Ишембай районы Ҡолғона урта мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға барҙым. Беренсе тапҡыр сәхнәгә 1-се класта уҡығанда сыҡтым. Унда ансамблдә йырланым. Унан һуң Петровскийҙа яңғыҙ сығып йырланым, район конкурстарында ҡатнаша башланым. Ә 2-се класта уҡығанда “Ирәндек моңдары” конкурсында ҡатнашып 1-се урынды алдым, – тип бер тынала һөйләп китә әңгәмәсем оло сәнғәткә илткән юл башы тураһында. – Ауылыбыҙҙағы мәҙәниәт йортонда ул саҡта түңәрәктәр булманы. Әммә ошо еңеүҙәргә дәртләндереп, әйҙәп торған хөрмәтле уҡытыусым, мәҙәниәт хеҙмәткәре Нажиә Аҫылгәрәй ҡыҙы Әхмәтоваға рәхмәтлемен.

2001 йылда Туймазы ҡалаһында үткән “Оҙон көй” конкурсында ҡатнашып беренсе урын алдым. Бына шулай еңеү артынан еңеү яулай башланым.

Тауышҡа килгәндә, һөйләүҙәре буйынса, атайым яҡлап Ғүмәр олатайымдың тауышы моңло, яңғырауыҡлы булған.

 – Илдар, уңыштарың тураһында әле лә ишетеп торабыҙ. Күптән түгел Грозный ҡалаһында СССРҙың халыҡ артисы Мөслим Магомаев иҫтәлегенә уҙғарылған “Орфей” Халыҡ-ара фестиваль конкурсында ҡатнашып, дипломант исемен алып ҡайттың. Уға тиклем дә яулаған еңеүҙәреңде иҫкә төшөрөп, барлап үтәйек әле.

– Өфө сәнғәт училищеһында 2-се курста уҡығанда Радик Гәрәев исеменә конкурс иғлан иттеләр, шунда ҡатнашып 1-се урын алдым. 2018 йылда Рим Хәсәнов исемендәге конкурста Гран-при яуланым. 2023 йылда Тәнзилә Үҙәнбаева исемендәге конкурста ҡатнашып (йырсының репертуарынан халыҡ йырын башҡарып), 1-се урын алдым. Һәм 2023 йылдың октябрь айында Грозныйҙа үткән “Орфей” Халыҡ-ара фестиваль конкурсында дипломант исеменә лайыҡ булдым.

– Илдар, һинең тауышың үҙенсәлекле, академик тауыш. 2019 йылда “Урал легендалары” мюзиклында төп ролдәрҙең береһен – Турахан ролен башҡарҙың. Тамашасы бик яратып ҡабул итте. Опера артисы булырға уйың булманымы?

– Әлбиттә, эстрада йырҙарын да йырлайым. Шулай ҙа, эстрада йырсыһы ғына түгелмен. Өфө сәнғәт училищеһында көслө уҡытыусылар уҡытты. Унда вокал сәнғәте бүлегендә Тәнзилә Үҙәнбаева класында уҡыным. Тәнзилә Хәмит ҡыҙы йыш ҡына үҙенең уҡытыусыһы Аэлита Чембарисованы саҡыра торғайны. Тауышты дөрөҫ ҡуя белеү мөһим роль уйнай. Әлбиттә, күп нәмә уҡытыусынан ғына тормай, үҙеңдән дә тора. Иң мөһиме, үҙеңдең тауышыңды боҙмай, һаҡлап ҡалыу. Тауышты ҡуйыуҙа яратҡан йырсыларым Радик Гәрәев, Мөслим Магомаевты өлгө итеп алам. Уларҙың башҡарыу манераһы оҡшай. Әле лә Өфө сәнғәт институтының академик вокал бүлегенә уҡырға саҡыралар.

 – Йырҙан тыш, яратҡан шөғөлдәрең дә барҙыр?

– Мәктәп йылдарында атыу, турникта тартылыу кеүек спорт ярыштарында ҡатнашып, район буйынса беренсе урындар ала инем. Шулай уҡ, ғаиләбеҙ менән саңғыла йөрөргә, тәбиғәттә ял итергә яратабыҙ.

 – Әле һин филармонияның эстрада йырсыһымы? Ғөмүмән, ҡайҙарҙа йышыраҡ сығыш яһарға тура килә?

– Әлеге ваҡытта музыкаль-әҙәби лекторийҙа эшләйем. Унда эш күп, программалар күп, йәғни үҫеш өсөн мөмкинселектәр ҙур. Был йәһәттән художество етәксеһе Лира Әнүәр ҡыҙы Фәйзуллинаға рәхмәтлемен. Ғәҙел, ижад кешеһенең хәлен аңлап, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Беҙ күбеһенсә мәктәптәрҙә, дауаханаларҙа, предприятиеларҙа, вуздарҙа студенттар алдында сығыш яһайбыҙ. Һамар, Һарытау, Ҡурған, Пермь, Свердловск, Силәбе өлкәләренә һабантуйҙарға сығып китәбеҙ. Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үтеп ятҡан яҡташтар янына өс тапҡыр ҙур концерт программаһы менән барып ҡайттыҡ.

 – Аңлауымса, һиңә йыш ҡына ҙур концерттарҙа йырларға тура килә. Ниндәй телдәрҙә йырлайһың?

– Башлыса башҡортса йырлайым. Шулай уҡ, рус, итальян, испан, инглиз, төрөк, әзербайжан телдәрендә лә йырларға тура килә.

 – Ғаилә хәлдәрең тураһында ла әйтеп үт әле?

 – Ҡатыным Эльвира менән ике бала үҫтерәбеҙ. Улыбыҙ Дамир алты йәштә, ҡыҙыбыҙ Наиләгә – дүрт йәш. Ҡатыным да беҙҙең берләшмәлә кадрҙар бүлегендә эшләй.

– Тамашасыға әйтер һүҙең барҙыр?..

 – Яратҡан тамашасыларымды, йырҙарымды үҙ итеүселәрҙе 12 апрелдә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә киске сәғәт 7-лә буласаҡ беренсе сольный концертымда көтөп ҡалам. Унда шулай уҡ, талантлы йырсылар Айгиз Уйылданов, Гүзәлиә Татлыбаева, Зарина Ҡотлоғужина, Екатерина Емельянова, баянсы Илнар Заманов, ҡурайсы Динар Абдуллин һәм Бейеү театры артистары сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ, өр яңы йырҙарымды тәҡдим итәсәкмен.

Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.

Фотолар йырсының шәхси архивынан алынды.

УМАН  ШАУЫ, БӨРКӨТ  САҢҠЫУЫ  ИШЕТЕЛГӘНДӘЙ...
УМАН  ШАУЫ, БӨРКӨТ  САҢҠЫУЫ  ИШЕТЕЛГӘНДӘЙ...
УМАН  ШАУЫ, БӨРКӨТ  САҢҠЫУЫ  ИШЕТЕЛГӘНДӘЙ...
УМАН  ШАУЫ, БӨРКӨТ  САҢҠЫУЫ  ИШЕТЕЛГӘНДӘЙ...
УМАН  ШАУЫ, БӨРКӨТ  САҢҠЫУЫ  ИШЕТЕЛГӘНДӘЙ...
УМАН  ШАУЫ, БӨРКӨТ  САҢҠЫУЫ  ИШЕТЕЛГӘНДӘЙ...
УМАН  ШАУЫ, БӨРКӨТ  САҢҠЫУЫ  ИШЕТЕЛГӘНДӘЙ...
УМАН ШАУЫ, БӨРКӨТ САҢҠЫУЫ ИШЕТЕЛГӘНДӘЙ...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: