Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель , 17:05

Ҡуй үрсетеп, халыҡты иманға әйҙәп йәшәйҙәр

Һүҙебеҙ – Мәҡсүт ауылында йәшәүсе һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе Әлимбаевтар тураһында.

Ҡуй үрсетеп, халыҡты иманға әйҙәп йәшәйҙәр
Ҡуй үрсетеп, халыҡты иманға әйҙәп йәшәйҙәр

– Саҙаҡа биреү, ҡорбан салыу, намаҙ уҡыу, доға ҡылыу кеүек изге эштәр ғәмәл дәфтәренә яҙылып бара, - ти Урал хәҙрәт. – Аллаһы Тәғәлә ошо изге ғәмәлдәр аша ғүмерҙе оҙайта. Фани донъянан беҙ үҙебеҙ менән яҡшы һәм насар ғәмәлдәрҙе генә алып китә алабыҙ. Шуныһы шатлыҡлы: халыҡ яйлап иманға килә.

 Ауылда һәүетемсә генә эшләп йөрөгәндә, ул дин юлына баҫырға тигән ҡәтғи бер ҡарарға килә һәм Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға юллана. Уҡып ҡайтҡас, Урал башта бер нисә йыл ауылдарында имам-хатип була.

Шулай бер мәлде Урал Мансур улы Әлимбаев ҡуй һарыҡтары үрсетеп ҡарарға була. Был эште ул ун биш баш һарыҡтан башлаған, ә хәҙер уларҙың һаны йөҙҙән ашыу булып киткән. “Иҙелбай” тоҡомло ҡуй һарыҡтарын ул 2015 йылда алып ҡайта, 2016 йылда үҙ Крәҫтиән фермер хужалығын аса. Эшҡыуарлыҡ эшенә тотоноуына хәҙер һигеҙ йыл булып киткән.

– Башҡорттарҙа элек, 18-се быуаттарҙа шундай ҡуй һарыҡтары булған. Был хәләл ҡуй малының ите тәмле, һыйыр итенә фаршҡа ҡушып ебәрһәң дә татлы була, – ти эшҡыуар. – Улдарым менән бергәләп эшләйбеҙ: бесән сабабыҙ, бергә бесән әҙерләйбеҙ, һарыҡ салабыҙ. Башта көтөүҙе үҙебеҙ көттөк, хәҙер “электр көтөүсе” көтә, ҡарап ҡына йөрөйбөҙ – ошо эште ғаилә менән алып барабыҙ. Ғаилә фермер хужалығы тип әйтергә лә була, – тип һөйләй ул хужалыҡ эшенең нескәлектәре менән таныштырып.

Шәхси эшҡыуарлыҡ эшенә ныҡлы тотонғас, ваҡыт ҡыҫыңҡы, бар эшкә лә өлгөрөүе ҡыйын. Шуға күрә халыҡты дин юлына әйҙәү эштәрен хәҙер имам-хатип Ғәлийән хәҙрәт менән бергә алып баралар икән.

Азалия менән Урал Әлимбаевтар дүрт бала тәрбиәләй. Иң өлкән улдары Раянға 19 йәш, ул Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжында ауыл хужалығы производствоһы мастеры һөнәрен үҙләштерә. Унан ҡала Баязит менән Байрас, улар 6-сы класта уҡыйҙар. Ә ғаиләләге кинйә бала – Латифаға өс йәш. Үҙҙәре менән бергә йәшәгән 92 йәшлек әсәһе Мәфрүзә инәйҙең хәйер-фатихаһында матур итеп донъя көтәләр.

Хәстәрлекле ғаилә башлығы, барыһын да алдан күҙаллап, төп йорт янынан тағы бер өй һатып алған. Быныһы инде уландар өсөн, – ти ул. – Һәр кем дә бәлиғ булыу менән, башҡа сығып, үҙаллы донъя көтөргә тейеш.

Бына шулай ғөрөф-ғәҙәттәрҙе теүәл үтәп йәшәй был ғаилә.

Төп шөғөлдәренән тыш, Урал Әлимбаев Ашҡаҙар ауыл Советына ҡараған ауыл биләмәһе депутаты, Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы ла булып тора. Егәрле, тынғыһыҙ, көслө рухлы ир азаматы тыуған яҡты (ер-һыу атамалары) өйрәнеү, шәжәрә төҙөү кеүек мәслихәт эштәргә лә ваҡыт таба.

ИншәАллаһ, Әлимбаевтар һымаҡ, Аллаһы Тәғәләнең Ҡөръәненә, Пәйғәмбәребеҙ сөннәтенә эйәргән дан ғаиләләр булғанда, халҡыбыҙҙың да, илебеҙҙең дә киләсәге өмөтлө, тимәк. Киләсәктә лә шулай ата-бабаларҙың эшен дауам итеп, көтөү-көтөү ҡуй үрсетеп, тыуған ерҙән көс-ҡеүәт алып, башҡаларҙы алға әйҙәп, өлгө булып, иман байлығында йәшәргә яҙһын!

 Роза ҠОБАҒОШОВА.

 Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы. Фотолар шулай уҡ Урал Әлимбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән алынды. 

Ҡуй үрсетеп, халыҡты иманға әйҙәп йәшәйҙәр
Ҡуй үрсетеп, халыҡты иманға әйҙәп йәшәйҙәр
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: