Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель , 10:33

ЯУЛЫҠ ЯБЫНЫУ ХАҠЫНА эшен ҡалдырырға мәжбүр була...

Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Зилфирә Нәһәрей ҡыҙы Ғилманова ҡалабыҙҙа хөрмәт  ҡаҙанған уҡытыусыларҙың береһе.

ЯУЛЫҠ ЯБЫНЫУ ХАҠЫНА  эшен ҡалдырырға мәжбүр була...
ЯУЛЫҠ ЯБЫНЫУ ХАҠЫНА эшен ҡалдырырға мәжбүр була...

Архангел районы Аҙау ауылында Нәһәрей ағай менән Зөлфиә апайҙың етенсе кинйә балаһы булып донъяға килгән ҡыҙ бәләкәйҙән тырыш, зирәк булып үҫә. Атаһының яратҡан ҡыҙы, әсәһенең өйҙә ныҡлы ярҙамсыһы булып, мәктәпте яҡшы билдәләргә генә уҡып бөтөрә ул.

Ауылдарында урта мәктәпте тамамлағас, 1982 йылда Өфөләге Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында үҙе менән бер факультетта уҡыған буласаҡ тормош иптәшен – Тимербәк Рауил улы Ғилмановты осрата. Ике йәш йөрәк тәү ҡараштан уҡ бер-береһенә ғашиҡ булалар. Һуңғы курста өйләнешеп, уҡып бөткәс, Тимербәктең тыуған ҡалаһы Стәлетамаҡҡа эшкә ҡайталар. 1987 йылда йәш ғаиләнең мөхәббәт емеше булып улдары Азамат тыуа. Зилфирә ҡаланың 24-се мәктәбенә эшкә сыға. 1989 йылда икенсе улдары Салауат донъяға килә. Ошо йылдарҙа өйҙәренең эргәһендә генә яңы 5-се мәктәп төҙөлә. Зилфирә, күп уйлап тормай, ошо мәктәпкә эшкә күсә. Яңы районда йәш ғаиләләр күп булғанлыҡтан, беренсе класҡа балалар бик күп килә. Мәктәп етәкселеге уны башланғыс башҡорт класына уҡытыусы итеп ҡуя. Оҙаҡ уйлап тормай, ул Стәрлетамаҡ педагогия институтының башланғыс кластар уҡытыусылары факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Ул бөтә йөрәге менән эшкә сума. Иртәнән кискә тиклем мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәй. Балаларға төплө, сифатлы белем биреү өсөн һәр дәрескә ныҡлы әҙерләнеү, дәрес ваҡытында өлгәшә алмаған уҡыусыларҙы дәрестән һуң алып ҡалыуҙар, башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн дәрестән тыш саралар үткәреү – былар барыһы ла уның төп эшенә әүерелә. Сәхнәләштерелгән бик күп халыҡ йолалары, байрамдары, ҡала һәм республика күләмендә күрһәтелгән асыҡ дәрестәр күп ваҡытты алһа ла, Зилфирә Нәһәрей ҡыҙы арымайталмай балалар йөрәгенә белем биреү менән бергә, Тыуған илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләй. 2001 йылда көтөп алған шатлыҡтары – ҡыҙҙары Гүзәлиә донъяға ауаз һала. Декрет отпускыһынан сыҡҡас, уны өлкән кластарға башҡорт теле уҡытыусыһы итеп күсерәләр. Зилфирә Нәһәрей ҡыҙы өсөнсө юғары белем алыу уйы менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына ситтән тороп уҡырға инә, өлкән класс уҡыусылары менән яңынан арымай-талмай эшкә сума. Ул уҡыусылар араһынан һәләтле балаларҙы күреп, улар менән айырым эш алып бара. Уның уҡыусылары йыл һайын башҡорт теленән олимпиадаларҙа, ғилми конференцияларҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Уҡытҡан уҡыусылары уны һәр саҡ оло хөрмәт менән, һағынып иҫкә ала. Үҙенең уҡытыусыһы тураһында элеке уҡыусыһы Юлиә Хужәхмәтова, мәҫәлән, былай ти: “Зилфирә Нәһәрей ҡыҙы кеше алдында үҙеңде нисек тоторға, төп фекереңде ҡағыҙға ҡарамай һөйләргә өйрәтте. Диплом эшен яҡлағанда ла мин яратҡан уҡытыусымдың өйрәткән алымдарын ҡулландым. Бик ҙур рәхмәтлемен уға”.

Бик күп йылдар буйы мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыларының методик берләшмәһе етәксеһе булды. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, һәр саҡ еренә еткереп, күңел йылыһын һалып эшләгәне өсөн ул үҙе уҡытҡан уҡыусылары, ата-әсәләр, бергә эшләгән коллегалары, мәктәп администрацияһы алдында ҙур абруй яуланы. Эшенә күрә – хөрмәте, тиҙәр халыҡта. Зилфирә Ғилманованың тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәте юғары баһаланып, ул 2009 йылда “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы”, ә 2015 йылда “Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм биреү хеҙмәткәре” тигән исемдәргә лайыҡ булды.

Талантлы кеше бөтә яҡтан да талантлы була, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Зилфирә Нәһәрей ҡыҙы ла – уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй, яҡшы өләсәй. Ул ниндәй генә эшкә тотонһа ла: аш-һыу әҙерләүме, бәйләү-сигеү тиһеңме, баҡсала еләкемеш үҫтереү булһынмы – барыһы ла уңған хужабикәнең ҡулынан килә. Тәҙрә төптәрендә лә, баҡсала ла ул үҫтергән сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра! Өй эргәһенән үтеп барған һәр кем туҡталып, һоҡланып ҡарап үтә. Интернеттан ул үҫтергән сәскәләрҙе күреп, сәскәләр үҫтереү серҙәре менән бүлешеүен һорап, 2019 йылда Башҡортостан телевидениеһының “Бәхетнамә” тапшырыуна саҡырҙылар.

Сәләмәт тәндә сәләмәт рух – был уның тормош кредоһы. Бына ун биш йыллап инде ул йога менән шөғөлләнә. Үҙе генә түгел, уҡытыусыларҙан торған төркөм йыйып, тәбиғәткә сығып, мәктәптә лә бергәләп шөғөлләнәләр. Зилфирә Нәһәрей ҡыҙының сәләмәт тормош алып барыуы бының менән генә сикләнмәй, ул ҡыш көнө аҙнаның шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә Ольховка йылғаһы буйына саңғы шыуырға, ә инде көндәр йылынғас, Гагарин паркында скандинав таяҡтары менән атлап йөрөргә сыға.

 Эшләгән эштәре кеүек, уның ғаиләһе лә бик матур. Тормош иптәше Тимербәк менән бик тәртипле, аҡыллы балалар үҫтерҙеләр. Әйткәндәй, Тимербәк Рауил улы “Стан” берекмәһендә эшләй. Улдары ла, ҡыҙы ла үҙе кеүек уңғандар, ғаиләле булып, тормошта үҙ урындарын табып, бик матур эшләп йөрөйҙәр. Оло улы Азамат АКБ МАРКЕТ махсус селтәренең идара итеү компанияһында автоэлектрик-аккумуляторсы, икенсе улы Салауат интернет магазинда маркетолог, ҡыҙҙары Гүзәлиә ағаһының офисында менеджер булып эшләй. Килендәренә аҡыллы кәңәшсе, кейәүенә иғтибарлы ҡәйнә, ейәнендәренә һәм ейәнсәренә өҙөлөп торған өләсәй булып, өгөт-нәсихәттәрен биреп, уларҙы үҫтерешергә ярҙам итә Зилфирә Нәһәрей ҡыҙы. Олоғайған әсәһен дә яңғыҙ ҡалдырманы ул. Ауылда йәшәгәндә янына аҙна һайын ҡайтып йөрөнө, аҙаҡ әсәһен ҡалаға күсереп, яҡшылап тәрбиәләне. Әсәһе Зөлфиә апай кинйә ҡыҙының ҡулында бөтмәҫ рәхмәттәрен әйтеп, хәйер-фатихалары менән 96 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.

 Зилфирәнең тағы бер иң мөһим аҙымы – дин юлына баҫыу. Йәш саҡтан уҡ ураҙа тотоп, намаҙға баҫыуына ла хәҙер ун ике йыл. Йәшәйештең асылы дин юлында булыуы менән бәхетле ул. Ә бит ҡала мөхитендә мосолман кейемендә дәрестәр биреүҙе күптәр оҡшатып та бөтмәгәндер, бәлки. Нисек кенә үҙ эшен яратып башҡарһа ла, яулыҡ ябыныуға күңеле бик ныҡ тартҡас, эшен ҡалдырырға мәжбүр була. Ләкин ул күңел төшөнкөлөгөнә бирелә торғандарҙан түгел. Күп уйлап тормай, репетиторлыҡ эшенә күсә, уның араһында “автоняня” булып та йөрөй. Нисек кенә булмаһын, ғүмер буйы балалар менән эшләп, ҙур коллективҡа өйрәнгән кеше мәктәп эшенә тартыла. Һәм Зилфирә Нәһәрей ҡыҙы бына икенсе йыл инде Стәрлетамаҡ ҡалаһының һаңғырау һәм ишетеү һәләте сикләнгән балалар өсөн коррекцион мәктәп-интернатта математика дәрестәрен алып бара, шулай уҡ тәрбиәсе эшен дә етәкләй. Бында ла ул балаларҙың күңеленә өмөт сатҡылары һалып, күңел йылыһын биреп эшләй. Мәктәптә шахмат түңәрәге асып, балаларҙы уйнарға өйрәтә. Уҡыусылыры шахмат буйынса ҡала һәм республика күләмендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындарға лайыҡ була.

Беҙ Зилфирә Нәһәрей ҡыҙы менән утыҙ йылға яҡын бер мәктәптә бергә эшләнек. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, ул һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тора. Тормошта килеп сыҡҡан проблемаларҙы ваҡытында ыңғай, аҡыл менән эш итә белеүе, ваҡытында сабыр, ә кәрәк саҡта дөрөҫлөк өсөн көрәшеүесе көслө рухлы ҡатын ул. Ниндәй генә хәлдәр килеп тыуғанда ла бер ҙә юғалып ҡалмаған, тормошҡа яҡты ҡарашлы, заманға ярашлы фекерләүсән, һөйкөмлөлөгө менән үҙенә тартып торған мөләйем ханым, яҡын әхирәтем ул – Зилфирә Нәһәрей ҡыҙы Ғилманова.

Тормош юлымда ошондай күркәм шәхес осрағаны өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Шулай донъяға йәм биреп, яҡындарыңа йөрәк йылыңды өләшеп, халҡыбыҙҙың бер биҙәге булып йәшә лә йәшә әле, замандашым!

 Альмира  АҠСУЛПАНОВА.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

ЯУЛЫҠ ЯБЫНЫУ ХАҠЫНА  эшен ҡалдырырға мәжбүр була...
ЯУЛЫҠ ЯБЫНЫУ ХАҠЫНА  эшен ҡалдырырға мәжбүр була...
ЯУЛЫҠ ЯБЫНЫУ ХАҠЫНА  эшен ҡалдырырға мәжбүр була...
ЯУЛЫҠ ЯБЫНЫУ ХАҠЫНА  эшен ҡалдырырға мәжбүр була...
ЯУЛЫҠ ЯБЫНЫУ ХАҠЫНА  эшен ҡалдырырға мәжбүр була...
ЯУЛЫҠ ЯБЫНЫУ ХАҠЫНА эшен ҡалдырырға мәжбүр була...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: