Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель , 07:15

Тормошоғоҙ изге эштәргә бай булһын!

Хөрмәтле ҡала халҡы! Изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа ғәйете байрамы менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Тормошоғоҙ изге эштәргә бай булһын!
Тормошоғоҙ изге эштәргә бай булһын!

Был изге байрам быуаттар буйына мөьмин-мосолмандарҙың тормошонда ҙур роль уйнай.

Ураҙа байрамы изге ураҙаның төп ҡанундарын – рухи таҙарыныу, иманды нығытыу, тыныслыҡты яратыу, мәрхәмәтлек һәм изге эштәр башҡарыуҙы кәүҙәләндерә. Һәм, әлбиттә, беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға йәмғиәтебеҙҙә тыныслыҡ, татыулыҡ һәм яҡшы күршелектең мөһимлеге тураһында иҫкәртә.

 Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ һәм барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем. Был байрам һәр йортҡа бәрәкәт, һөйөү, тыныслыҡ һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен әйҙә! Ә тормошоғоҙ һәр ваҡыт яҡты ниәттәр һәм изге эштәр менән тулы булһын!

 Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: