Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель , 15:52

Ғаилә менән китапханаға!

Иртәгә, 20 апрелдә Стәрлетамаҡта Бөтә Рәсәй  “Китапхана төнө - 2024" акцияһы була, быйыл ул Рәсәйҙә Ғаилә йылына арналасаҡ һәм ул “Ғаилә менән бергәләп уҡыйбыҙ” тигән исем аҫтында уҙғарыла. #Библионочь2024 #Китапхана_төнө2024

Ғаилә менән китапханаға!
Ғаилә менән китапханаға!

Беҙҙең ҡалала китап яратыусылар, ҡәҙерен белеүселәр өсөн, кисен саф һауала йөрөүргә яратыусылар өсөн һәм ғөмүмән, ҡыҙыҡһыныусылар өсөн

китапханалар бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр әҙерләнеләр: төрлө оҫталыҡ дәрестәре, театрлаштырылған тамашалар, ҡалабыҙҙың ижади коллективтары сығыштары, ҡалабыҙҙа йәшәүсе ҡыҙыҡлы шәхестәр менән ижади осрашыуҙар, ҡыҙыҡлы квестар, конкурстар, китап экспозициялары, шул иҫәптән һирәк китаптар һәм башҡалар.

Китапхана төнөнөң төп майҙансыҡтары:

1-се һанлы китапхана филиалы – Интеллект-центр “Гармония” интеллект-үҙәге (Гоголь урамы, 94) сәғәт 17.00-дән алып;

2-се һанлы китапхана – “Техник мәғлүмәт үҙәге”  (Коммунистик урамы, 2) сәғәт 17.00-дән;

3-сө һанлы китапхана – “Сәнғәт оҫтаханаһы” (Ленин проспекты, 30) сәғәт 18.00;

4-се китапхана – Йәштәр креатив-үҙәге (Октябрь проспекты, 30) сәғәт 18.00;

Үҫмерҙәр китапханаһы 5-се китапхана  филиалы (Шәфиев урамы, 9) сәғәт 18.00.

Балалар китапханалары ҡулланыусылар өсөн 20 апрелдә көнө буйы –  сәғәт 9.00-дән  21.00-гә тиклем асыҡ була: Үҙәк балалар китапханаһы (Октябрь проспекты, 43); 8-се  балалар китапханаһы филиалы (Менделеев урамы, 6); 9-сы балалар китапханаһы филиалы (Щербаков урамы, 7)  һәм 10-сы балалар китапханаһы филиалы (Ленин проспекты, 20).

Дөйөм ҡулланылыштағы китапханалар 20 апрелдә киске сәғәттәрҙә эшләй: Үҙәк ҡала китапханаһы (Сакко һәм Ванцетти, 55); 6-сы китапхана  филиалы  (Элеватор урамы, 116); 7-се китапхана  филиалы  (Дуҫлыҡ урамы, 37а) һәм 11-се китапхана филиалы (Ломоносов урамы, 29) сәғәт 18.00-дән 22.00-гә тиклем эшләй.

Инеү бушлай!

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: