Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель , 12:17

Башҡортса диктант яҙырға килегеҙ!

Башҡортостан халҡын һәм башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы “Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант” яҙыу акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Башҡортса диктант яҙырға килегеҙ!
Башҡортса диктант яҙырға килегеҙ!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы бойороғона ярашлы, йыл һайын апрелдең дүртенсе шәмбеһендә “Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант” белем биреү акцияһы (артабан – Акция) уҙғарыла.

Быйыл Акция 27-29 апрелдә үтә. БСТ телеканалында тура трансляция 27 апрелдә 11.00 сәғәттә планлаштырылған.

Акцияны ойоштороу һәм уҙғарыу тураһында  Положениеның ҡушымтаһы бар.

Киң йәмәғәтселекте йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, башҡорт телен үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында  муниципалитет биләмәһендә – белем биреү ойошмаларында, юғары уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятиеларында, йәмәғәт ойошмалары офистарында 27 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙән 29 апрелгә тиклем офлайн-майҙансыҡтар ойошторола.

 Акцияны уҙғарыу өсөн тейешле шарттар менән, был майҙансыҡтарҙы https://bashdictant.ru/ сайтында теркәргә;

Администрация аккаунттарында  анонслаусы афишалар, йәмәғәт һәм белем биреү ойошмаларында, мәҙәниәт учреждениеларында, урындағы киң мәғлүмәт сараларында тәҡдим ителгән варианттарға ярашлы (ҡушымта)  видеояҙмалар урынлаштырырға;

       Ҡушымтаға ҡуйылған техник заданиеға ярашлы,  Акцияла ҡатнашыу өсөн урындағы йәмәғәт фекере лидерҙарынан,  блогерҙарҙан видео саҡырыу ойошторорға һәм урындағы киң мәғлүмәт саралары каналдары аша роликтарҙы таратырға;

       Мөмкинселегеңә ҡарап,  Акцияла шәхсән ҡатнашырға һәм  артабан мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырырға;

       Рәсми сайтта офлайн-майҙансыҡтар тураһында мәғлүмәт, шулай уҡ тура эфирҙы ҡарау өсөн һылтанма бирелә. Сараларҙы #башҡорттелендәдиктант, #башдиктант2024, #диктантпобашкирскомуязыку, #башҡортсадиктантяҙам хештегтары менән социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртырға мөмкин.

       Акцияны уҙғарыу буйынса  материалдар https://disk.yandex.ru/d/PEDXoiXdb6Rsrg һылтанма буйынса ҡулланыла.   

       Килеп тыуған барлыҡ һорауҙар буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығына мөрәжәғәт итергә, тел. 8(347)218-16-93;

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы, коммерцияға ҡарамаған ойошма тел. ‎8(347)246-58-24.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: