Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель , 11:41

“Хыял мәктәбе” проектын тормошҡа ашырып

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин һәм Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова эш сәфәре менән Стәрлетамаҡта булып китте.

“Хыял мәктәбе” проектын тормошҡа ашырып
“Хыял мәктәбе” проектын тормошҡа ашырып

Улар, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе вәкилдәре, подрядсы һәм 17-се мәктәп директоры, һәм шулай уҡ, уҡыусыларҙың ата-әсәлре менән бергәләп,  17-се мәктәптәге капиталь ремонт барышын тикшерҙе.

Был эштәр  “Хыял мәктәбе” федераль проекты буйынса “Мәктәп белем биреү  системаһын  модернизациялау” программаһы  сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Проект Рәсәй Мәғариф һәм Фән министрлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм  Рәсәй “Белем” йәмғиәте ярҙамында  тормошҡа ашырыла.

Ул белем биреү мөхитенең сифатын күтәреүгә һәм Рәсәй мәктәптәренең уҡыу киңлектәрен яңынан аңлауға йүнәлтелгән. Проекттың төп маҡсаты - эскиз дизайн-проекттары эшләү өсөн вуз студенттарын йәлеп итеү юлы менән капиталь ремонттың сифатын  күтәреү. Буласаҡ архитекторҙар һәм дизайнерҙар, был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы уңышлы тәьмин итеп, шәхсән контролдә тота аласаҡ, тип  күҙаллана.

Халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә был мәғариф учреждениеһы бер үк ваҡытта ике  федераль проектта: “Берҙәм Рәсәй” партияһы Мәғариф министрлығы менән берлектә тормошҡа ашырған мәктәптәргә капиталь ремонт яһау һәм “Хыял мәктәбе” проекттарында ҡатнаша. 

Эльвира Ринат ҡыҙы билдәләүенсә, “Хыял мәктәбе” проекты мөһим һәм белем биреү мөхитен ҡулланыусыларға – уҡыусыларға, ата-әсәләргә, үҙҙәре шул мәктәптә  эшләйәсәк йәки балаһын  шунда уҡытасаҡ мәктәпте тамамлаусыларға ошо мәктәпте  проектлауҙа ҡатнашырға мөмкинселек бирә.  

– Был мәктәп өсөн дизайн-проектты Өфө технология һәм дизайн колледжы  студенттары яһаны. Иң ҡыҙыҡлыһы, подрядсылар проект авторҙарын – студент-дизайнерҙарҙы эшкә саҡырырға уйлай, – тип билдәләне Айбулат Вәкил улы.

– Ремонтты барыһы ла күптән көттө. Эштәр башланғас, беҙ балалар менән кластарҙың интерьерында һәм йәмәғәт киңлегендә  төҫтәрҙе  һайлауҙа әүҙем ҡатнаштыҡ, – тине 17-се мәктәптең ата-әсәләр комитеты вәкиле.

– Подрядсы бер айға ла тулмаған ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бик ҙур эштәр башҡарған. Проектты тормошҡа ашырыуға бик белемле һәм етди ҡарағандары күренеп тора, - тип баһаланы Эльвира Айытҡолова капиталь ремонт барышын.

Ул шулай уҡ,  капиталь  ремонттың эсендә ҡорамалдар һатып алыу һәм мәктәп яны биләмәһен төҙөкләндереү өсөн айырым финанслау ҙа индерелгән, тип өҫтәне.

17-се мәктәптең подрядсыһы, “УралСтройГрупп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  генераль директоры Ратмир Фәхриевтың һүҙҙәренсә, улар ремонтты 25 мартта башлағандар.
– Бөгөнгә 17-се мәктәптә планлаштырылған эш төрҙәре араһында стеналар, түбәләр, уҡыу һәм хеҙмәт кабинеттарының иҙәндәре, коридорҙар ремонтлана, ишектәр һәм тәҙрәләр алыштырыла, электр монтажлау һәм  сантехник һәм башҡа эштәр алып барыла, - тип һөйләне Ратмир Камил улы. – Көндәр йылынды. Әле мәкәтптең фасады буйынса эштәр бара.

Тиҙҙән уҡыусылар йөҙҙән ашыу төҙөүсе булдырған  заманса мәктәп мөхитендә яңы уҡыу йылын ҡаршылаясаҡ, тимәк.  Донъялар ғына имен булһын!

Роза САФИНА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

“Хыял мәктәбе” проектын тормошҡа ашырып
“Хыял мәктәбе” проектын тормошҡа ашырып
“Хыял мәктәбе” проектын тормошҡа ашырып
“Хыял мәктәбе” проектын тормошҡа ашырып
“Хыял мәктәбе” проектын тормошҡа ашырып
“Хыял мәктәбе” проектын тормошҡа ашырып
“Хыял мәктәбе” проектын тормошҡа ашырып
“Хыял мәктәбе” проектын тормошҡа ашырып
“Хыял мәктәбе” проектын тормошҡа ашырып
“Хыял мәктәбе” проектын тормошҡа ашырып
“Хыял мәктәбе” проектын тормошҡа ашырып
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: