Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель , 07:00

Бөгөн – Урындағы үҙидара көнө Бында дәртле, сәмле халыҡ йәшәй!

Стәрлетамаҡ районы мәғлүмәт төркөмө Айыусы ауылы мәҙәниәт йортонда халыҡ менән осрашыу уҙғарҙы. Стәрлетамаҡ район хакимиәте башлығы Рита Мәҙәрик ҡыҙы Сәмиғуллина етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө менән райондың бөтә профилле белгестәре лә тиерлек килгәйне. Өс сәғәткә яҡын барған йыйылышта  район етәкселеге халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарашып, мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште.

Бөгөн – Урындағы үҙидара көнө Бында дәртле, сәмле халыҡ йәшәй!
Бөгөн – Урындағы үҙидара көнө Бында дәртле, сәмле халыҡ йәшәй!

Айыусы ауыл биләмәһе советы рәйесе Илгиз Аҙнаев райондың һәм ауыл биләмәһе эшмәкәрлеге тураһында ҡыҫҡаса  отчёт менән сығыш яһағандан һуң, йыйылышта ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе һәм тулыһынса яуаптар ҙа алды.

Яҙғы баҫыу эштәренә әҙербеҙ

Стәрлетамаҡ районы  аграр район булыуы менән дан тота. Райондағы биш ауыл хужалығы предприятиеһының икәүһе Айыусыла  –   Илдар Буранғоловтың  “ХАРВЕСТ” ЯСЙ  һәм Иршат Иралиндың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары.

Әйткәндәй, Рита Сәмиғуллина районға етәксе булып килгәс, хакимиәт башлығының аграр мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын булдырған.

Район игенселәре өсөн  әле ҡыҙыу мәл – яҙғы сәсеү эштәре ваҡыты яҡынлаша. Техниканы, ауыл хужалығы машиналарын йүнәтеү, уларҙың техник торошон тикшереү  ойошҡан рәүештә бара. Эшҡыуарҙарҙың һүҙенсә, ремонтсылар өсөн бөтә шарттар булдырылған, запас ҡорамалдар, яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек. Ғөмүмән, техника ҡулланыуға әҙер, орлоҡ та етерлек кимәлдә тип әйтергә була. Барлыҡ ауыл хужалығы предприятиеларына ла минераль ашламалар индерелә, орлоҡтарҙы ағыулау эштәре әүҙем бара. Хужалыҡтар яҙғы баҫыу эштәрен үҙ көсө менән атҡарып сығырына ышанабыҙ, ти етәкселәр. 

2024 йылғы уңыш өсөн 22 мең  гектарҙан ашыу ужым сәселгән. Сәсеүлектәр яҡшы. Туҡландырыу эштәре бара. Быйыл сәсеү майҙаны 119 442 гектар тәшкил итәсәк. Яҙғы сәсеү –  92 519 гектар. Бөтә эштәр ҙә планлаштырылған ваҡытта бара.

Социаль өлкәлә хәл ителәһе мәсьәләләр...

Айыусы ауыл биләмәһенә Айыусы,  Мырҙаш, Яңы Васильевка  ауылдары ҡарай. Әлбиттә, хәл ителергә тейешле мәсьәләләр ҙә етерлек.  Иң мөһиме, ошо мәсьәләләрҙең айышына төшөнөү һәм хәл итеү юлдарын аңлап эш итеү.

- Йәшерен-батырыны юҡ, райондағы мәктәптәр аяныс хәлдә. 29 мәктәптең 28-енә капиталь ремонт талап ителә, - тине Рита Мәҙәрик ҡыҙы. – Район мәҙәниәт йорто ла ремонтланмаған. Райондың үҙ юл ойошмаһы ла юҡ. Шулай уҡ үҙ дауаханаһы ла юҡ, - тине етәксе һәм мөһим мәсьәләләрҙе һанап үтте. Әгәр райондың ҡала менән сиктәш ауылдары менән сағыштырып ҡараһаҡ, ҡала янындағы ауылдар төҙөкләндерелгән, ә төпкөлөрәк ауылдарға иғтибар етеңкерәмәй. Шулай уҡ, һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә борсой халыҡты. Ни тиһәң дә, һәр нәмә лә аҡсаға барып төртөлә бит.

Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса Стәрлетамаҡ 1-се клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары  Сергей Витальевич  Тарасов сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, ФАП-тар яңы һәм заманса медицина ҡоролмалары менән  йыһазландырылған, медицина хеҙмәткәрҙәре менән тулыландырылған. Яңы ФАП-тар ауыл халҡына беренсе ярҙам күрһәтеүҙең сифат кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә. Медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртыу өсөн тейешенсә мөмкинлектәр булдырылған.

Һәр нәмәлә лә уяулыҡ кәрәк

Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауыл биләмәһе буйынса полицияның участка вәкиле үҙенең сығышында административ хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланмауын билдәләп үтте. Һуңғы ваҡытта йәмғиәтебеҙҙе ялмап алған мутлашыусылар менән көрәш көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Мутлашыусыларға 2 миллион, хатта 8 миллион һум аҡса күсереүселәр ҙә бар, тине ул. Бындай бәхетһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһында  ентекләп аңлатып үтте.

Аҡсаны кире ҡайтарыу, компенсация һәм аҡса алыуҙың башҡа мөмкинлектәрен  тәҡдим итеп  мөрәжәғәт иткән шикле кешеләр тураһында, кисекмәҫтән,  хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ, уяу булығыҙ, тип өндәште ул халыҡҡа. Шулай уҡ, ул дрондар һәм квадрокоптерҙар тураһында ла әйтеп үтте. Бындай аппараттарҙы законһыҙ эшләтеп ебәргән өсөн 25 мең һум штраф һалыныуы тураһында иҫкәртте.

Янғынға ҡаршы хеҙмәт инструкторы Алина Климовна Умрихина Стәрлетамаҡ районында янғын хәүефһеҙлеге буйынса  йәнә профилактик рейдтар үтеүе тураһында һөйләне.

- Район ауыл биләмәләренең профсоюз төркөмдәре торлаҡ йорттарҙы, электр үткәргестәрҙе һәм йылытыу приборҙары торошон тикшереп, янғын хәүефһеҙлеге сараларын үтәүҙең мөһимлеген иҫкә төшөрҙө һәм автономлы янғын иҫкәрткестәрҙең эшләү һәләтен, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙәге тиҙ арала бөтөрөүҙе талап ителгән  етешһеҙлектәрен күрһәтте, - тине белгес.

Эскелекте тамырынан юҡҡа сығарырға!

Быйыл “Айыҡ ауыл” исеменә Башҡортостандың 52 ауылы дәғүә итә. Презентацияларҙы яҡлауҙа ауыл активистары, район хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнаша. Ошо конкурста Мырҙаш ауылы  Стәрлетамаҡ районы исеменән сығыш яһай.

- Яңыраҡ Өфөлә беҙҙең  проекттың презентацияһы булды. Ул бик сағыу, ҡыҙыҡлы һәм ижади уйланылып  әҙерләнелде. Ул үҙенең проектын тәҡдим итте һәм эксперт комиссияһы алдында сығыш яһаны, ә  инде Айыусы ауыл советы башлығы Аҙнаев Илгиз Ишҡәле улына беҙҙең милли полк командиры Ҡаһым түрә образына инергә тура килде, - тине Рита Мәҙәрик ҡыҙы. – Хәҙер апрель аҙағына һөҙөмтәләрҙе көтөргә ҡала.

“Айыҡ ауыл – 2023”  конкурсы  сиктәрендә Айыусы ауыл советында республика клиник наркология диспансеры вәкилдәре булған, улар  ауыл халҡы менән эскелектең зыяны тураһында профилактик әңгәмә үткәргән. Шуныһы шатлыҡлы хәл:  Айыусы ауыл  советы биләмәһендә эскән кеше юҡ тип әйтергә була. Һәр хәлдә ун йыл эсендә эсеп тәртип йөрөүҙең  бер осрағы ла булмаған.   

Яҙғы өмәләр ваҡыты етте

 Ер ҡарҙан әрселеү менән, юлдар, йылға яр буйҙары, ихаталар һәм йорт яны биләмәләрендә төрлө сүп-сар: ҡағыҙ, шешәләр, сепрәк-сапраҡ һәм башҡа ташландыҡ әйберҙәр килеп сыға.

Стәрлетамаҡ районындағы бар ауылдарҙа ла өмәләр башланған да инде. Йәнә лә бер матур йола –традиция буйынса  һәр йома “Таҙалыҡ көнө” уҙғарыу.  Был көндө халыҡ йорт яны биләмәләрен, йәмәғәт урындарын сүп-сарҙан, ҡый-һайҙан таҙарта. Май байрамдарын таҙалыҡта һәм тәртиптә ҡаршылайбыҙ, тимәк.

 Йәнә лә бер матур күренеш – Стәрлетамаҡ районында юлдарҙың төҙөк булыуы. Айыусы ауылы биләмәһендә өс юл үтә. Һуңғы йылдарҙа 2020, 2021, 2022-се йылдарҙа юлдар һәм өс күпер төҙөкләндерелгән. Был эштәр башлыса федераль бюджет аҡсаһына һәм шулай уҡ муниципалитет аҡсаһына эшләнелә.

“Башкиравтодор” юл ремонт-төҙөлөш идаралығы акционерҙар йәмғиәте начальнигы Айнур Кашапов юлдарҙы ремонтлау темаһы буйынса сығыш яһаны. Айнур Марс улының һүҙҙәренсә, ремонт эштәре яҙғы ташҡын үтеп киткәндән һуң, май айында башланырға тейеш.

Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар...

Был ауыл биләмәһе советында тағы ла бер күркәм йолаларҙың береһе – бөтә ауыл менән оло бер ғаилә булып йыйылышып дини байрамдар уҙғарыу. Изге Рамаҙан айында Мырҙаш ауылы халҡы ифтарға йыйылған. Аллаһы Тәғәлә тотҡан ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Әйткәндәй, яңыраҡ Айыусыла, район хакимиәте ярҙамы менән, никах йолаһын үткәргәндәр. Әле бына “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса  Айыусы мәктәбенең  ҡыйығын ябырға йыйыналар.

Стәрлетамаҡ районы   муниципаль район  Советы  секретары Люциә Файыҡ ҡыҙы Шәйәхмәтова алда торған һайлауҙар тураһында һөйләп үтте.

- Быйыл һайлауҙар яҡшы үтте. Барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Район буйынса 90 процент. Күпселек халыҡ В.В.Путин өсөн тауыш бирҙе, - тине ул.

- Был ауылдағы иң өлкән йәштәге кеше 93 йәштә, - тине район хакимиәте башлығы. – Шуныһы ҡыуыныслы хәл, ауылда йәшәүсе ирҙәр һаны ла, ҡатын ҡыҙҙар һаны ла бер тигеҙ тиерлек. Тимәк, киләсәк бар, тигән һүҙ.

Элек-электән әүҙемлеге, тәүәккәллеге, киң күңеллелеге  менән айырылып торған был ауыл кешеләре зарланып, кемдәндер ярҙам көтөп ултырмай, үҙҙәре өсөн генә түгел, тирә-яҡтағыларға ла файҙа килтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Ә инде район етәкселегенең халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарашып, мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүе, кешеләрҙе ишетә, тыңлай һәм хәл итә белеүе маҡтауға һәм ихтирамға лайыҡ. Бындай форматтағы мәғлүмәткә бай осрашыуҙар ысынлап та фәһемле һәм күңелдәрҙә ышаныс уята.  Һәр хәлдә үрҙә һанап үтелгән бихисап эштәр  Стәрлетамаҡ район хакимиәте башлығы Рита Мәҙәрик ҡыҙының Айыусы ауылы советы биләмәһендә  сәмле, егәрле  халыҡ йәшәй тигән һүҙҙәрен ҡеүәтләп, раҫлап тора.

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

 

Бөгөн – Урындағы үҙидара көнө Бында дәртле, сәмле халыҡ йәшәй!
Бөгөн – Урындағы үҙидара көнө Бында дәртле, сәмле халыҡ йәшәй!
Бөгөн – Урындағы үҙидара көнө Бында дәртле, сәмле халыҡ йәшәй!
Бөгөн – Урындағы үҙидара көнө Бында дәртле, сәмле халыҡ йәшәй!
Бөгөн – Урындағы үҙидара көнө Бында дәртле, сәмле халыҡ йәшәй!
Бөгөн – Урындағы үҙидара көнө Бында дәртле, сәмле халыҡ йәшәй!
Бөгөн – Урындағы үҙидара көнө Бында дәртле, сәмле халыҡ йәшәй!
Бөгөн – Урындағы үҙидара көнө Бында дәртле, сәмле халыҡ йәшәй!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: