Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель , 08:20

Көнүҙәк мәсьәләләр урында хәл ителә

Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы! Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Урындағы үҙидара көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Көнүҙәк мәсьәләләр урында хәл ителә
Көнүҙәк мәсьәләләр урында хәл ителә

Бөгөн урындағы үҙидара – һәр кемгә муниципалитет тормошо менән бәйле булған мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнашырға форсат биргән, ҡала кешеһенә иң яҡын булған власть кимәле.

Иң көнүҙәк, кисектергеһеҙ мәсьәләләр фәҡәт урындағы кимәлдә  хәл ителә. Был халыҡ алдында ҙур яуаплылыҡ. Урындағы власть граждандарҙың ышанысына һәм ихтирамына тулыһынса  нигеҙләнергә тейеш.

Бөгөн ҡала Советының, ҡала хакимиәтенең һәм территориаль ижтимағи үҙидара  органдарының бөтә эшмәкәрлеге Стәрлетамаҡ халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Быға фәҡәт урындағы властың халыҡ менән берҙәмлеге, бер-береңде тыңлай белеү,  конструктив диалог төҙөү һәм  мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә бергәләп эшләү менән генә ирешергә мөмкин.   

 Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы! Һеҙҙең һәммәгеҙгә лә ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар һәм тыуған ҡалабыҙ халҡы хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйем! Эшегеҙ  бары тик шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек кенә килтерһен.

Байрам менән!  

Рөстәм Ғәзизов,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: