Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Апрель 2024, 11:30

Беҙ бергә булдыҡ, артабан да бергә булайыҡ!

 “Галактика” күңел асыу үҙәктәре селтәре  һәм Гагарин исемендәге парк командаһы “Беҙ бергә” проекты өсөн “Йыл сараһы” номинацияһында еңеп, ял итеү һәм күңел асыу өлкәһендә “ПроПарк” Бөтә Рәсәй профессиональ премияһына  лайыҡ  булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы данлыҡлы Гарарин паркының эшмәкәрлеге, ҡаҙаныштары, еңеүҙәре  тураһында ентекләберәк һөйләүен һорап, “Галактика” күңел асыу үҙәктәре селтәре маркетологы Светлана ЗӨБӘЙЕРОВАға мөрәжәғәт иттек.

Беҙ бергә булдыҡ, артабан да бергә булайыҡ!Беҙ бергә булдыҡ, артабан да бергә булайыҡ!
Беҙ бергә булдыҡ, артабан да бергә булайыҡ!

- Светлана Маратовна, “Галактика” аттракциондар комплексы күп тапҡырҙар юғары наградаларға лайыҡ булды. Ошо ҡаҙаныштарығыҙ, тәүге еңеүҙәрегеҙ  тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле? Ғөмүмән,  “Галактика” күңел асыу үҙәктәре селтәренә ҡасан нигеҙ һалынды?

 - Башҡортостандың көньяғында “Галактика” күңел асыу үҙәктәре селтәре 2023 йылдан алып йылдам үҫешә. Күңел асыу индустрияһына юл ҙур булмаған күңел асыу автоматтары павильонынан һәм "Хип-Хоп” экстремаль бәүелсәктәрҙән башланды. Шул ваҡытта уҡ беҙҙең компания эшенә нигеҙ һалынды: иң мөһиме – барыһынан элек аттракциондарҙың хәүефһеҙлеге һәм дә  беҙгә килеүселәрҙең яҡшы кәйефе.

2013  йылда Бөтә Рәсәй “Гәлсәр ҡуласа” наградаһы “Йылына 100-250 меңләп килеүсене йыйған иң шәп күңел асыу паркы” номинацияһында, 2019 йылда  “Йылына 250-500 меңләп килеүсе йыйған иң шәп күңел асыу паркы” номинацияһында еңеүсе булдыҡ.

 2016 йылда “Галактика” күңел асыу үҙәктәре селтәре ЯСЙ етәксеһе Рафаэль Камил улы Мифтахов, “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә мәҙәни инфраструктура булдырыу”  номинацияһында еңеп, Бөтә Рәсәй “Йыл меценаты” дөйөм милли премияһына лайыҡ булды.

  2022 йылда “Галактика” аттракциондар комплексы “Ҡаланың мәҙәни һәм ижтимағи үҫешендә төп ролде уңышлы үтәгәне өсөн”  номинацияһында еңеүсе булып,  “GOLDEN PONY” наградаһын алды.

Үрҙә әйтеп үтелгәнсә, быйыл  27 мартта Мәскәүҙә, 43-сө “РАППА ЭКСПО-2024 аттракциондар һәм күңел асыу ҡорамалдары” Халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә, “ПроПарк” премияһы менән беренсе бүләкләү тантанаһы үтте. Унда беҙ  “Беҙ бергә” проекты өсөн “Йыл сараһы” номинацияһында еңеп, ял итеү һәм күңел асыу өлкәһендә “ПроПарк” Бөтә Рәсәй профессиональ премияһына  лайыҡ  булдыҡ.

- “Беҙ бергә” проектының маҡсаты, эшмәкәрлеге тураһында

- “Беҙ бергә!” проекты 2023 йылдың йәйге миҙгелендә Гагарин паркы командаһы тормошҡа ашырған иң эре проекттарының береһе булып тора. Башҡортостан Республикаһында  халыҡтың мәҙәни кимәлен һәм  ижади әүҙемлеген күтәреү маҡстында, традицияларҙы, мәҙәниәт һәм сәнғәт ҡаҙаныштарын популярлаштырыу һәм һаҡлауға йүнәлтелгән был проект Гагарин паркы территорияһында тормошҡа ашырылды һәм түбәндәге бушлай сараларҙы үҙ эсенә алды: башҡорт яугирҙарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында “Төнъяҡ амурҙары” күргәҙмәһе; паркка килгән ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының мәҙәниәте менән таныштырыу маҡсатында аҙна һайын “Аулаҡ” кисәләре уҙғарыу; “Асыҡ һауала кино” – башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәре буйынса башҡорт режиссерҙары

Проекттың  кульминацияһы булып Башҡортостандан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән төрлө йәштәге вәкилдәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы йыйған,  башҡорт һәм татар мәҙәниәтен, музыкаһын, бейеүҙәрен яратыусыларҙы берләштергән күләмле “Беҙ бергә” башҡорт һәм татар эстрадаһы фестивале тора.

“Беҙ бергә” фестивале йыл һайын “Юлдаш”  радиоһы менән берлектә уҙғарылып килә. Ә  2023 йылда яңы, ҙур масштабта  бишенсе юбилей  фестивале булды.

“Беҙ бергә” проектында ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 125 мең кеше. Ҡунаҡтарҙан бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишетәбеҙ.

- Киләсәккә пландарығыҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине...

 

- Алдағы биш йылға Гагарин паркының үҫеш концепцияһы әҙерләнде. Концепция сиктәрендә 2024-2028 йылдарға яңы аттракциондар урынлаштырыу планлаштырыла:

VR-аттракционда комплексы;

“Емеш-еләк” сылбырлы каруселе;

“Донъя тирәләй” туй каруселе – каруселдең  дизайны беҙҙең ҡала өсөн махсус  әҙерләнелде, беҙҙең заказ буйынса каруселдең башында Стәрлетамаҡ ҡалаһының символы булған өс аҡҡош һыны урынлаштырыласаҡ;

Яңы уйын автоматтары;

Фаил Исхаҡовтан эксклюзив тематик тауыш менән боксер-силомерҙар;

Миҙгелдең экстремаль яңылығы – 30 метр бейеклектәге Ҡолау башняһы;

 Шулай уҡ, шәп яңы декорациялар ҡуйыласаҡ: пальма, баобаб һындары,  “Тәгәрмәс сылбыры” аттракционына тематик инеү төркөмө.

- Бихисап аттракциондар менән тулған Гагарин паркында йәшелләндереү һәм төҙөкләндереүгә лә иғтибар биреләлер...

- Әлбиттә, беҙҙең паркта ағастарҙың торошо даими күҙәтеү аҫтында, “Үҙ ағасыңды ултырт” экологик акцияһын уҙғарабыҙ. 2023 йылдың сентябрендә  Бөтә Рәсәй патриотик форум сиктәрендә ирекмәндәр “Беренселәр аллеяһы”на нигеҙ һалды. Мәҫәлән, көҙ көнө 60 каштан үҫентеһе ултыртылды.

  • Серҙе асайыҡ – артабан концепция буйынса фонтанды, автодромды алыштырасаҡбыҙ, музейҙың бинаһы, бәҙрәф яңыртыласаҡ.

Был миҙгелдә  беҙҙе яңы ресторан һәм тыуған көндәр үткәреү өсөн кескәй генә бер нисә тематик йорт, яңы аттракциондар көтә.

- Тимәк, парктың мәҙәни тормошонда яңы мөмкинселектәр барлыҡҡа киләсәк, тигән һүҙ?..

- Әлбиттә. Гагарин паркы сәхнәһе яңы кимәлдәге сараларға сыға. 2024 йылға саралар планы әҙерләнелде – бында яратҡан традицион байрамдар менән бергә, яңы фестивалдәр һәм концерттар ҙа буласаҡ.

7-гә 3,5 метр ҙурлыҡтағы светодиодлы экран ҡуйыласаҡ. Беҙ хеҙмәттәшлеккә асыҡбыҙ – фестивалдәр, байрамдар, сәхнәләге ҙур экран менән презентациялар сағыуыраҡ һәм масштаблыраҡ үтәсәк. Сараларҙы үткәреү шарттары тикшерәбеҙ.

Сәнғәт галереяһы ла  үҙ эшен дауам итәсәк, “Төнъяҡ амурҙары”, космонавтика тарихы тураһындағы “Беҙ ҙур осош кешеләре”  күргәҙмәләре һаҡлана һәм Рәсәйҙәге аҡса тарихына арналған яңы экспозиция асыла. Сәнғәт галереяһы менән йәнәшәлә тыуған яғыбыҙҙың билдәле шәхестәре тураһында мәғлүмәт таҡталары менән стендтар  барлыҡҡа киләсәк.

Быйыл беҙ “Тарих һаҡлаусыларҙың төбәк слеты” проекты менән  “Беренселәрҙең хәрәкәте” грантын оттоҡ.  Ул проект сиктәрендә башланған эш дауам ителәсәк.

Парктағы саралар ҡасан үтәсәге тураһында алдан белеп буласаҡмы?

 -  Быйыл йәйге миҙгелдә проект саралары дауам итәсәк, паркка килеүселәрҙе бик күп яңы  аттракциондар һәм бай күңел асыу программаһы көтә. Сараларҙың уҙғарылыу даталарын һәм ваҡытын Гагарин паркының  park-str.ru. сайтына инеп һәм социаль селтәрҙәр аша белешергә була.

Һорауҙарығыҙға яуаптар бирергә, тәҡдимдәрегеҙҙе тыңларға, кире бәйләнеш алырға  әҙербеҙ.

Һеҙҙе  Гагарин паркында көтөп ҡалабыҙ!

- Рәхмәт! Ошо иҫ киткес матур , ныҡлы уйланып эшләнелгән “Беҙ бергә” проекты киләсәктә лә меңдәрсә халыҡты үҙенә йыйып, үҙенә саҡырып торһон. Беҙ һәр саҡ бергә булдыҡ һәм артабан да бергә булайыҡ!

 

Әңгәмәне Роза САФИНА ҡорҙо.

Фотолар парктың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

 

Беҙ бергә булдыҡ, артабан да бергә булайыҡ!
Беҙ бергә булдыҡ, артабан да бергә булайыҡ!
Беҙ бергә булдыҡ, артабан да бергә булайыҡ!
Беҙ бергә булдыҡ, артабан да бергә булайыҡ!
Беҙ бергә булдыҡ, артабан да бергә булайыҡ!
Беҙ бергә булдыҡ, артабан да бергә булайыҡ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас