Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Йәмғиәт
28 Апреля 2024, 11:41

ЕҢЕҮ ПАРОВОЗЫ ҺӘМ ҺИРӘК РЕТРО-АВТОМИЛДӘР ПАРАДЫ

Еңеү көнө байрам саралары апрелдә үк башлана Бар халҡыбыҙ өсөн бөйөк байрам – Еңеү көнө яҡынлаша, ул илебеҙ, Рәсәйҙең һәр ғаиләһе өсөн иң изге һәм иң төп байрамдарҙың береһе булды һәм киләсәктә лә шулай буласаҡ. Еңеү көнөн байрам итеү саралары быйыл да ҡалала апрель айында уҡ башлана.

ЕҢЕҮ ПАРОВОЗЫ ҺӘМ ҺИРӘК РЕТРО-АВТОМИЛДӘР ПАРАДЫЕҢЕҮ ПАРОВОЗЫ ҺӘМ ҺИРӘК РЕТРО-АВТОМИЛДӘР ПАРАДЫ
ЕҢЕҮ ПАРОВОЗЫ ҺӘМ ҺИРӘК РЕТРО-АВТОМИЛДӘР ПАРАДЫ

Алыҫ биҫтәләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ

28 апрелдә 17.20 сәғәттә Стәрлетамаҡ тимер юл вокзалына «Еңеү паровозы» ретро-составының килеүе сағыу ваҡиға буласаҡ. Составына лебедянка паровозы, “Үлемһеҙ полк” пассажир вагондары һәм хәрби техника менән платформалар индерелгән. Сара ҡунаҡтары уникаль хәрби экспонаттар фонында иҫтәлекле фотоларға төшә, фронттан ҡайтҡан һалдаттарҙың осрашыу тарихы мәлен тергеҙеүсе реконструкцияла ҡатнаша, байрам концертын ҡарай, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы атыу ҡоралдары күргәҙмәһе менән таныша аласаҡ. «Еңеү паровозы» перрондан 20.00 сәғәттә ҡуҙғала.

Артабан, Еңеү көнө алдынан, 4-9 майҙа “Георгий таҫмаһы” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Еңеү ирекмәндәре Стәрлетамаҡ урамдарында ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына “Георгий таҫмалары”н таратасаҡ.

6 майҙа 15.00 сәғәттә тантаналы шарттарҙа “Мәңгелек ут” майҙанында уҡыуҙа, спортта һәм йәмәғәт тормошонда айырылып торған ҡала уҡыусыларына “Мин – Рәсәй гражданы” паспорттарын тапшырыу тантанаһы үтәсәк.

7 майға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотлау тантанаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йорттары янында “Ул – беҙҙең яҡташыбыҙ, ул – беҙҙең дан” парады планлаштырылған.

8-9 майҙа Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының студенттар халыҡ театры концерт бригадалары ҡаланың алыҫ Первомайский, Шахтау, Строймаш, Ашҡаҙар аръяғы биҫтәләрендә байрам программаһы менән сығыш яһаясаҡ.

 8 майҙа сәғәт 10.00-дән 18.00-гә тиклем “Мәңгелек ут” һәйкәле янында почетлы ҡарауыл – “Хәтер вахтаһы”ның сираттағы дежурлығы ойошторола, унда 1, 11, 8, 33-сө мәктәптәрҙең, 3-сө лицейҙың һәм 2-се гимназияның иң яҡшы уҡыусылары, Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша.

Шул уҡ көндө иҫтәлекле урындарға, яугирҙар ерләнгән зыяраттарға сәскәләр һалыу тантанаһы үтәсәк.

Меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында – марш!

9 майҙа “Мәңгелек ут” мемориаль комплексына сәскәләр һалыу тантанаһы башлана.

Һуңынан Г.К. Жуков скверындағы “Тыл хеҙмәтсәндәре” һәм “Һуғыш балалары” һәйкәлдәренә традицион гөлләмәләр һалыу ойошторола.

 10.00 сәғәттә Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 79 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә тантаналы парад башлана. Марш Ленин проспекты һәм Октябрь проспекты буйлап үтәсәк. Унда ҡалабыҙҙың белем биреү учреждениелары, төрлө ғәскәрҙәрҙең йәмәғәт һәм ветерандар ойошмалары һәм башҡалар ҡатнашасаҡ. Унда бөтәһе меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы планлаштырыла.

Ҡунаҡтарҙы Һәм ҡала халҡын Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы техника һәм совет осорондағы автомобилдәр парады көтә. Улар – Мәскәү ҡалаһынан Вадим Задорожныйҙың техника музейының һирәк экспонаттары, Өфө ҡалаһының “ПСК-6 ретро-гаражы” музейы экспонаттары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан шәхси коллекционерҙарҙың ретро-автомобилдәре.

 Артабан техника Хоҙайбирҙин урамы һәм Октябрь проспекты буйлап теҙеләсәк, унда теләгән һәр кем экспонаттарҙы яҡындан ҡарай һәм уның янында иҫтәлеккә фотоға төшә аласаҡ.

11.45 сәғәттә Стәрлетамаҡ театрконцерт берләшмәһе алдындағы майҙанда “Стерлитамакский рабочий” гәзите призына Бөйөк Ватан һуғышында еңеү көнөнә арналған 72-се ҡала еңел атлетика эстафетаһы асыласаҡ. Эстафета 12.00 сәғәттә башлана.

Эстафета ярыштарында ҡаланың белем биреү учреждениелары, предприятиелары һәм ойошмалары командаларынан бөтәһе 1200 иң яҡшы спортсы ҡатнашырға ниәтләй. Еңеүселәрҙе бүләкләү Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдындағы майҙанда 14.00 сәғәттә башлана.

 Киске программа һәм хәүефһеҙлек

Спорт сараларынан тыш, ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн байрам концерттары үтәсәк, улар ғәҙәттәгесә ҡаланың дүрт майҙансығында ойоштороласаҡ:

11.30 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда “Ватан, батырлыҡ, дан тураһында”ғы программаһы менән ҡаланың балалар ижад коллективтары тамашасыларға үҙҙәренең ижад емешен бүләк итәсәк.

12.00 сәғәттән Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдындағы май-ҙанда Пионерҙар Һәм уҡыусылар һарайы тәрбиәләнеүселәренең “Йәнә лә шул яҙ тураһында” байрам концерты уҙасаҡ.

Ә 14.00 сәғәттән Ю.А.Гагарин исемендәге Мәҙәниәт һәм ял паркында ҡаланың музыка мәктәптәре һәм балалар тынлы оркестры ҡатнашлығында “Ватанымдың Еңеүе” исемле көндөҙгө концерт программаһы үтәсәк.

16.00 сәғәттән Ҡала мәҙәниәт һарайының ижад коллективтары “Сода” мәҙәниәт һәм ял паркында “Еңеү майы” программаһы менән сығыш яһаясаҡ.

Жуков исемендәге скверҙа патриотик күргәҙмә һәм “Ялан кухняһы”нан һыйлау ойоштороласаҡ. Бынан тыш, “Ялан кухняһы” “Еңеү” паркында ла урынлашасаҡ.

20.00 сәғәттән Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдындағы майҙанда киске концерт программаһы менән “Павильон” төркөмө, ә 20.40 сәғәттән “Водолей” вокаль-инструменталь ансамбле “Һуғышта сыныҡҡан йырҙар” программаһы менән сығыш яһай. Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда киске байрам программаһы сағыу һәм бай булырға вәғәҙә итә! Ҡала халҡын Стәрлетамаҡ филармонияһының “Еңеү юлдары” халыҡ уйын ҡоралдары оркестры башҡарыуында йәнле музыка көтә. “Беҙ – СССР-ҙан” вокаль төркөмөнөң байрам концерт программаһы, Стәрлетамаҡ дәүләт театрконцерт берекмәһенең Бейеү театры коллективы, мәҙәниәт һарайы солисы Глеб Радовтың “Перезагрузка” программаһы менән сығышы, шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһының алдынғы ижад коллективтары ҡатнашлығында “Беҙ хәтерләйбеҙ” байрам программаһы. Планлаштырылған сараларҙа бөтә ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Сараларҙың анонсы менән ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә танышырға мөмкин. Бөтә саралар хәүефһеҙлекте һәм террорға ҡаршы һаҡланыуҙы комплекслы тәьмин итеүгә ярашлы үткәреләсәк.

Ҡала мәҙәниәт бүлеге.

 Һүрәттәрҙә: былтырғы байрам сараларынан күренештәр.

ЕҢЕҮ ПАРОВОЗЫ ҺӘМ ҺИРӘК РЕТРО-АВТОМИЛДӘР ПАРАДЫ
ЕҢЕҮ ПАРОВОЗЫ ҺӘМ ҺИРӘК РЕТРО-АВТОМИЛДӘР ПАРАДЫ
ЕҢЕҮ ПАРОВОЗЫ ҺӘМ ҺИРӘК РЕТРО-АВТОМИЛДӘР ПАРАДЫ
ЕҢЕҮ ПАРОВОЗЫ ҺӘМ ҺИРӘК РЕТРО-АВТОМИЛДӘР ПАРАДЫ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас