Ашҡаҙар
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май , 09:20

“1969 ЙЫЛДА ОШО ЗАВОДТА ЭШ БАШЛАНЫМ...”

Бөгөн дә  ул –  “Авангард”та! Намыҫлы хеҙмәте менән йәшәйешебеҙҙе йәмләп, биҙәп йәшәгән кешеләр күп ҡалабыҙҙа. Хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән йәштәргә өлгө булып торған Василий СОЛДАТЕНКО тап шундайҙарҙан. Ул Стәрлетамаҡтағы оборона сәнәғәте предприятиеларының береһе булған “Авангард” заводында  үҙәкләштерелгән  ремонт хеҙмәте начальнигы булып эшләй.

“1969 ЙЫЛДА ОШО ЗАВОДТА ЭШ БАШЛАНЫМ...”
“1969 ЙЫЛДА ОШО ЗАВОДТА ЭШ БАШЛАНЫМ...”

– Хеҙмәт юлымды 1969 йылда ошо заводта иретеп йәбештереүсе булып башланым, – ти Василий Степанович. – Һуңғараҡ, Куйбышев энергетика төҙөлөшө техникумын ситтән тороп уҡып бөткәс, мастер итеп ҡуйҙылар, аҙаҡ үҙәкләштерелгән ремонт хеҙмәте начальнигы булып киттем. Бында эшләгәнемә  хәҙер 56 йыл булды.

Ябай эшсенән башлап начальник дәрәжәһенә күтәрелгән, данлы хеҙмәт юлы үткән аҡһаҡалдың хеҙмәте “Хеҙмәт батырлығы өсөн” һәм башҡа бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған.

– Әлегә эштән китергә йыйынмайым, – ти йылмайып 76 йәшлек хеҙмәт ветераны. – Йәштәрҙе өйрәтәм, үҙемә алмаш әҙерләйем.

Ҡатыны Татьяна Васильевна – медицина хеҙмәткәре, ул оҙаҡ йылдар “Авангард” заводының медицина-санитар часында шәфҡәт туташы, һуңғараҡ табип-физкультура диспансерында фельдшер-лаборант булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.

Әйткәндәй, бер бөртөк кенә ҡыҙҙары Ирина Һамар ҡалаһында шулай уҡ заводта, бухгалтер йөгөн тарта.

– Ейәндәребеҙ, ейәнсәрҙәребеҙ ҙә заводта эшләйҙәр, – ти әңгәмәсебеҙ ҡәнәғәт йылмайып. Тимәк, хеҙмәт династияһы дауам итә!

Роза САФИНА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: