Ашҡаҙар
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май , 08:40

Беренсе май

Беренсе Май килде ергә, Яҡты нурға күмелеп. Төрлө төҫкә инде йыһан Матурлыҡҡа төрөнөп.

Беренсе май
Беренсе май

Ҡулдарында төрлө шарҙар,

Майҙан тулы балалар.

Шау-шыу килеп  көлә-көлә,

Байрамға ҡыуаналар.

Зәңгәр күктә уйнап оса,

Аҡлы, күкле күгәрсен.

Ҡояшлы матур көндәргә

Ҡыуаналыр, күрәһең.

 

Баҡсалағы ағастар ҙа

Матур күлдәген кейеп

Ҡаршы  алды Май  байрамын

Шау сәскәгә  күмелеп.

 

Йырлап килде яҙ байрамы,

Яңы хистәр уятып.

Тулҡынланып типте йөрәк

Өмөт менән ҡыуанып.

 

Лилиә Ғиматдинова.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: