Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май , 07:15

Йәшәһен Тыныслыҡ! Йәшәһен 1 Май!

 Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы! Һеҙҙе Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлайым! Был көн күптәрҙә ҡыҫҡа ғына совет лозунгыһы “Тыныслыҡ! Хеҙмәт! Май!” менән ассоциациялана. Ул замандан бирле күп нәмә үҙгәрҙе, әммә кешелектең төп ҡиммәттәре элеккесә ҡала. Хеҙмәт әле лә ҡалабыҙҙың, республикабыҙҙың, илебеҙҙең именлек һәм сәскә атыуы нигеҙе булып тора.

Йәшәһен Тыныслыҡ!  Йәшәһен 1 Май!
Йәшәһен Тыныслыҡ! Йәшәһен 1 Май!

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы төрлө быуын кешеләрен, һөнәр эйәләрен, төрлө ҡарашлы кешеләрҙе берләштерә.

Тарихи яҡтан шулай килеп сыҡҡан, ҡалабыҙ башта сауҙа менән шөғөлләнгән, аҙаҡ эре сәнәғәт үҙәгенә әйләнгән. Сәнәғәт предприятиеларында әлеге көндә лә Стәрлетамаҡ халҡының байтаҡ өлөшө мәшғүл. Хәҙерге Стәрлетамаҡ, уның урамдары, парктары, скверҙары, предприятиелары һәм бөтә инфраструктураһы – ҡалабыҙҙың нисәмә быуын халҡының көсөргәнешле һәм намыҫлы хеҙмәт һөҙөмтәһе.

Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы, ысын күңелдән һәр берегеҙҙең хеҙмәте һәр ваҡыт талап ителһен һәм лайыҡлы баһаланһын, ҡәнәғәтлек һәм матди именлек килтерһен тип теләйем! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар, рух ныҡлығы һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам теләйем! Байрам менән!

Рөстәм Ғәзизов,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: