Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Йәмғиәт
2 Мая 2024, 14:10

Балаларының ҡылығы өсөн ата-әсәләре яуап бирәсәк

Стәрлетамаҡта ике малай “Мәңгелек ут” һәйкәле янында хәжәтен үтәгәне видеға төшөрөлгән. Был ғибрәтле хәл 29 апрелдә киске сәғәт алтылар тирәһендә була. Видеояҙма тиҙ арала социаль селтәрҙәрҙә тарала.

Балаларының ҡылығы өсөн ата-әсәләре яуап бирәсәкБалаларының ҡылығы өсөн ата-әсәләре яуап бирәсәк
Балаларының ҡылығы өсөн ата-әсәләре яуап бирәсәк

Балаларҙың енәйәти ҡылығы  видеокүҙәтеү камераһына эләгә. Кадрҙарҙан күренеүенсә, ике малай мемориалға менә лә, малайҙарҙың береһе арты менән тора, икенсеһе салбарын төшөрөп, янып торған горелка өҫтөнә сәптереп ебәрә (кесе  хәжәтен үтәй). Ут һүнеү менән тегеләр, йәһәт кенә  велосипедҡа атланып, тайыу яғын ҡарай. Тик полицияның  патруль-пост хеҙмәткәрҙәре  әҙәпһеҙҙәрҙең эҙенә тиҙ төшә, уларҙың кем икәндәрен шунда уҡ асыҡлайҙар. Малайҙар ҡала мәктәптәренең береһендә уҡый. Улар ата-әсәләре менән бергә полиция бүлегенә килтерелгән. Хәҙер балаларының әҙәпһеҙ ҡылығы өсөн ата-әсәләре яуап бирәсәк. Ни өсөн малайҙар мемориалды мыҫҡыл итергә уйлағандар  –  әлегә  билдәһеҙ.

Был ваҡиға урындағы халыҡтың асыуын килтерә. Улар балаларҙы ла, ата-әсәләрен дә язаға тарттырыуҙы талап итә.

Беҙ тоҡта ятмай тигәндәй, был ваҡиға Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкинға ла барп еткән. Ул Башҡортостанда  мемориалды мыҫҡыл итеү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатырға ҡушҡан. Әле процессуаль тикшереү ойошторолған. Тәфтиш комитеты етәксеһе  тикшереү эштәре тураһында доклад биреүҙе талап иткән һәм һөҙөмтәләр тураһында хәбәр итергә ҡушҡан.

Әгәр бала ошо йәшендә  Тыуған ил төшөнсәһен, ил өсөн нәмә изге икәнен, мәңгелек уттың төшөнсәһен  аңламай икән, был бала өйөндә ниндәй тәрбиә ала –  ошо хаҡта уйларға кәрәк. Тимәк, уға ябай ғына хәҡиҡәтте еткерә алмағандар.

Р.ЗАМАНОВА

Автор:Роза Сафина
Читайте нас