Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Май 2024, 11:56

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!

Халҡыбыҙҙа ҡунаҡ күрһәтеү тигән йола бар. Үткән йәй “Хазина” фольклор төркөмө Ырымбур өлкәһендә ҡунаҡ булып ҡайтҡайны. “Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы”, тигәндәй, хәҙер Ырымбур башҡорттары үҙҙәре беҙгә килде. Стәрлетамаҡтың “Аҡ ҡайын” кафеһында Стәрле аинәйҙәре Ырымбур башҡорттары менән "Дуҫлыҡ күпере" исемле бик матур сара уҙғарҙы.

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!

“Хазина” фольклор төркөмө ағинәйҙәре ҡала башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ойошторған был сарала Ырымбур ҡалаһының “Ялҡын” башҡорт фольклор коллективы, Ырымбур өлкәһенең Александр районы Иҫәнгилде ауылы ағинәйҙәре, ошо уҡ ауылдың  "Иҫәнгилде егеттәре" төркөмө һәм Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре ҡатнашты. Дүрт сәғәттән ашыу барған бай программалы күңел байрамы бер тынала үтеп тә китте. Туғандарса һөйләшеп, хис-тойғолар менән бүлешеп, йырлап-бейеү менән ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалған. Киң күңелле, күңелсәк милләттәштәребеҙ менән осрашып-күрешеү үҙе бер ғүмер!

...Ырымбурҙар килә тигәндәрен ишеткәс, әллә ниңә Рауил Бикбаевтың  “Өфө-Ырымбур араһы өс йөҙ етмеш саҡырым...”  тигән шиғыр юлдары ҡолаҡта яңғырап тик торҙо. Уйлап ҡараһаң, дәрт иткән кешегә ошо ара әллә ни йыраҡ та түгел һымаҡ. Стәрле менән Ырымбур араһы күпкә яҡыныраҡ. Ә бына йәйрәп ятҡан Ырымбур далаларын иңләп-буйлай китһәк, ошо күҙ иңләмәҫ, йәйрәп ятҡан далалар борон-борондан ата-бабаларыбыҙҙың төйәге булған бит.

Был күркәм сараның төп ҡунаҡтары –  Ырымбур ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе мәшһүр ауылдашым, виртуоз музыкант  Мәүлиҙә Ҡобағошова-Фәйзуллина етәкселегендәге “Ялҡын” фольклор коллективы  халҡыбыҙҙың иң боронғо йырҙарын, ҡобайырҙарын башҡарып, юғары профессионаллеге менән хайран итһә,  Александр районы Иҫәнгилде ауылы фольклор төркөмдәре халыҡсанлығы менән алдырҙы. Был ауылдан ике фольклор коллективы: “Гөлкәйем” һәм  “Хазина” төркөмдәре килгәйне. Иҫәнгилде ауылының төп ағинәһе 85 йәшлек Сания апай Сарбаева (һүрәттә) шиғыр һөйләп хайран итте, әйткәндәй,  ул үҙе лә шиғыр яҙа  икән.

Башҡорт әҙәбиәтендә тәрән эҙ ҡалдырған күренекле яҙыусы Сәғит Агиштың тыуған ауылы Иҫәнгилде башҡорттарының халҡыбыҙҙың тәрән рухын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап йәшәүҙәре һоҡландыра. Ихласлыҡ, халыҡсанлыҡ уларҙың һәр ҡайһыһының фиғелендә лә, йыр-бейеүҙәрендә, милли кейемдәрендә лә сағылып, ярылып ята.

Байрамда ҡатнашыусылар тәрән йөкмәткеле, фәһемле сараны ойошторған Ырымбур ҡыҙы Зимфира Ибраҡоваға  һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына рәхмәттәр әйтеп таралышты. Әйткәндәй, сценарийҙың авторы, сараны музыкаль яҡтан биҙәүсе – төркөмдөң художество етәксеһе Хәлиҙә  Ҡотлошина.

Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән төбәк-ара хеҙмәттәшлек эшен уңышлы алып барған өсөн Ырымбур ҡалаһының “Ялҡын” фольклор коллективы етәксеһе  Ҡобағошова Мәүлиҙә Сәмиғулла ҡыҙына,
Ырымбур өлкәһенең Александр районы Иҫәнгилде ауылы клубы мөдире Сарбаева Рәйсә Әхәмҙулла ҡыҙына, "Хазина" фольклор төркөмө етәксеһе  Ибраҡова Зимфира Раил ҡыҙына Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайының ҡатын-ҡыҙҙар комитеты рәйесе Зөлфиә Йәғәфәрова маҡтау хаттары тапшырҙы. Билдәле ғалимә, яҙыусы, бағымсы Вилә Баймырҙина үҙенең сығышында Стәрлетамаҡта йәмәғәт ойошмаларының күп булыуын һәм бик әүҙем эшләүен иҫкә алып үтте һәм ҡунаҡтарға үҙенең төрлө жанрҙағы, төрлө темаларға арналған китаптарын бүләк итте.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте етәксеһе Зөлфиә Йәғәфәрова әйтмешләй, ысынлап та, был сараны фестиваль тип атарға була. Башҡортостандан ситтә йәшәп тә  милләтебеҙгә хас ошо күркәм сифаттарҙы һаҡлап алып ҡала белеүҙәре батырлыҡҡа тиң.  

Миңә ҡалһа, милли рухты юғалтмай, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡларға  тырышып-тырмашып йәшәп ятҡан милләттәштәребеҙҙең һәр береһе халҡыбыҙҙың иң юғары наградаһына – бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сә халҡыңа!” миҙалына  лайыҡ, тип уйлайым.

 

Зимфира Раил ҡыҙы бик кәрәкле һәм файҙалы сара ойошторған. Афарин Ырымбур ҡыҙына! Ошондай матур осрашыуҙар дауамлы булһын, киләсәктә лә туғанлыҡ ептәрен өҙмәй, бергә-бергә халҡыбыҙҙы, еребеҙҙе данлап, йолалаларыбыҙҙы һаҡлап, ил-көндәребеҙҙең  именлегендә  йәшәргә яҙһын!  

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Автор фотолары.

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас